-15 °С
Болотло
бар яҡтан кабинаһына ап-аҡ томан һымаҡ нәмә ингәнен күрә. Ыҫылдаған тауыш сығарыуҙан тыш, өҫтәүенә төнгө ҡараңғылыҡты яҡтырта. Олатай аяҡ-ҡулын ҡыбырлата алмай, хәле бөтә башлай. Ул бар көсөн йыйып белгән доғаларын уҡый башлай. “Томан”дың тауышы үҙгәрә, унан шыуышып кабинанан сыға башлай.
Олатай башҡа йоҡлай алмай, таңға тиклем доғаларын уҡып ултыра. Һуңынан ул ошо юл тураһында һораша башлай. Өлкәндәрҙең кемеһелер ошо тирәнең эйәһе булыуын, бәғзеләре юлбаҫарҙар үлтергән әсәле-ҡыҙлының йәндәре тынғы тапмауын һөйләй. Олатай башҡа был юлдан төнгә ҡалып бер ҡасан үтмәй. Беҙгә лә һаҡ булырға кәрәклеге тураһында иҫкәртте.