Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
24 Октябрь , 22:30

Әмәлгә Мөжәүир хәҙрәттең имен-һау сағы була

Баланы хәҙрәткә алып барып һауыҡтырып алалар. Мөжәүир хәҙрәт сабыйға зәхмәт ҡағылғанын әйтә. Мин үҙем дә хәҙрәт тоҡомонан булыуым менән бәхетлемен...

Күк бесәй

Баймаҡ-Сибай юлының эйәһе барлығын бала саҡтьан белеп үҫтем. Балаларым юлға сыҡһа, борсолһам да, уларға был хаҡта һөйләмәнем. Ҡурҡытмайым тип уйланым. “Һаҡмар”ҙа был хаҡта яҙылып сыҡҡас, мин дә белгәндәремде бәйән итергә булдым.

Атайым Фәйзулла ауылыныҡы ине. Ул яҡтарҙың эйәһе барлығын шул яҡтарҙа тыуып үҫкәндәр яҡшы белә. Атайым һарыҡ көткәндә янында ниндәйҙер күк бесәй ерҙе дер һелкетеп йөрөй башлай. Бесәйҙең улай итеп атлап йөрөмәгәне билдәле бит инде. Шуға күрә атайым: “Мин һиңә теймәйем, һин миңә теймә!”-тип доғалар уҡый башлай. Шунан һуң теге күк бесәй юҡҡа сыға. Ағайым һарыҡ көткәндә ул эйә аҡ күлдәкле, аҡ яулыҡ тотҡан ҡыҙ булып йөрөгән. Бер көн ҡараһа тау башынан йүгереп бер ҡыҙ бала төшөп килә,ти. Был ваҡытта кем йөрөй, кем балаһы икән, тип ҡаршыһына сыҡһа, юҡҡа сыға ла ҡуя. Шулай уҡ тау ашында яңғыҙ тана булып та йөрөй. Көтөүселәр кемдеңдер малы аҙашып ҡалған тип баҫтырып барһа, юҡҡа сыға ла ҡуя. Бер нисә йәй шулай итеп ыҙалата кешеләрҙе.

Урғаҙа йылғаһы буйында ниндәйҙер әүлиә ерләнгән, тип әйтә торғайнылар. Беҙ Татлыбайға йәйәү йөрөп уҡығанда шул йылға буйынан сеңләп илаған сабый бала тауышы ишетә инек. Беҙ балалыҡ менән ҡыҙыҡһынып барып ҡарай торғайныҡ. Тик тауыш сыҡһа ла, унда бер кем булмай ине.

Бер көн ағайым ат егеп, арбаһына сабыйын тотҡан еңгәйҙе ултыртып юлға сыға. Шул саҡ тау башынан ниндәйҙер йөҙө лә күренмәгән сәйер бер кеше быларҙың арбаһына килеп ҡолай. Тик улар икеһе лә уның әҙәм затынан түгел икәнлеген аңлай. Тик бер һүҙ өндәшә алмайҙар, ҡурҡалар. Тауҙан түбән төшөп барһалар ҙа, ат тарта алмай, ҡара тиргә бата. Сабыйҙары ҡысҡырып-ярһып илап, өйәнәге тота башлай. Арбаға килеп ҡолаған зат ҡапыл юҡҡа сыға. Шунан ат саба башлай. Сабый ныҡ итеп ауырып китә. Әмәлгә Мөжәүир хәҙрәттең имен-һау сағы була. Баланы хәҙрәткә алып барып һауыҡтырып алалар. Мөжәүир хәҙрәт сабыйға зәхмәт ҡағылғанын әйтә. Мин үҙем дә хәҙрәт тоҡомонан булыуым менән бәхетлемен. Атайым совет заманында ла ҡурҡып торманы: динебеҙҙе тотто, ҡорбанын да салды, ураҙалар тотто. Шуға күрә күркәм дини тәрбиә алып үҫтек.

Хәҙер йәштәр юлда күп йөрөй. Яңғыҙы ғына руль артына ултырған ҡатындар бихисап. Бик үк һаҡ булығыҙ: ундай хәл гел булмай, бер була. Ҡояш байығандан һуң юлға сыҡмағыҙ. Бер үк үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, имен йөрөгөҙ.

Рәйсә Уразбаева.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: