Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
4 Октябрь , 21:05

Улай ҙа була икән

Аттарығыҙ юғалған бит. Бурҙар уларҙы бигерәк алыҫ юлға алып киткән...

Улай ҙа була икән
Улай ҙа була икән

15 баш ат малым юғалды. Күршебеҙ  2 ҡатын бар, юғалған нәмәне табып бирәләр тине. Уларҙың берәүһе: Аттарығыҙҙы таба алмаясаҡһығыҙ”,-тине, икенсеһе өйҙә булмай сыҡты. Ҡайтырға сыҡтыҡ. Юлда китеп барған бер ағайҙы ултыртып алдыҡ. Ул  бер ауылда бер хәҙрәттең кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы доғалар уҡып ҡайтарып алыуын әйтте. Аптыранғас уны ла күреп ҡайтырға булдыҡ. Өйөнә инһәк, стенала бүре һүрәттәре төшөрөлгән келәм эленеп тора. Ғәжәпләнеп ултырабыҙ. Хәҙрәт беҙҙән: “Аттарығыҙ юғалған бит. Бурҙар уларҙы бигерәк алыҫ юлға алып киткән”,-тине. “Улай булғас табылмаҫтармы икән?”-тип һораным. “Бурҙарҙың башына бүре етәсәк. Аттарығыҙ үҙҙәре ҡайтасаҡ. Ләкин икәүһе булмаясаҡ”,-тигән яуап беҙҙе шаҡ ҡатырҙы.

Хәҙрәт беҙгә доғалар яҙып бирҙе. “Ошоно һарайға ҡуйығыҙ. Мал-тыуарығыҙ башҡа юғалмаҫ”,-тине. Унан бер аҙнанан беҙгә бер бүре аяғы табып алып килергә ҡушты. Әйткән ваҡыт үткәс тағы килдек. Хәҙрәт беҙҙе тауға алып менеп ниндәйҙер доғалар уҡыны. доғалар уҡығас, һаҙлыҡ яғында бүре олоуын ишеттек. Беҙ: “Был хәҙрәт тәбиғәттең серле донъяһын һәйбәт белә икән”,-тип уйлап ҡуйҙыҡ эстән генә. Ләкин хәҙрәт ҡустыбыҙ беҙҙең уйлаған уйҙы белде һәм йылмайып: “беләм шул”,-тип ҡуйҙы.

Өйөнә барғас бүренең аяғын алып тағы ла доға уҡыны ла: “Аттарығыҙ 3-4 көндән ҡайтыр”,-тине.

Ысынлап та шулай булды! Аттарҙың икәүһе генә ҡайтманы. Бурҙар тотолоп, язаһын алды. Ә беҙ әле лә хәҙрәткә рәхмәттәребеҙҙе уҡып бөтә алмайбыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: