Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
27 Июнь , 21:00

Әбейҙән ҡурҡыр сәбәптәр бар ине шул

Баш осома ултырып доғалар уҡый башлаған. Ул уҡыған һайын мин ҡурҡыныс тауыш менән ҡысҡырғанмын, илағанмын, унан урынымдан торорға маташҡанмын. Тик..

Әбейҙән ҡурҡыр сәбәптәр бар ине шул
Әбейҙән ҡурҡыр сәбәптәр бар ине шул

- Минең дә алыҫ бала сағымдағы ауылыбыҙҙағы бер инәй иҫемә төштө. Дөрөҫөрәге, ул бер ҡасан да башымдан сыҡҡаны юҡ. Ауыл ситендәрәк йәшәгән инәйҙән барыһы ла ситләште, әммә кешеләр үҙҙәре йә балалары ауырыһа, уға йүгерер ине. Әбейҙән ҡурҡыр өсөн сәбәп тә булды. Ул кешеләрҙең үлемен һиҙә ине. Юҡ, бер кемгә лә “һин үләсәкһең” тип әйтеп йөрөмәне, тик кемдер үлеү менән, бер нисә минуттан ул килеп инә торғайны. Һиҙемләүе булдымы, башҡа нәмәме, әммә инәйҙең урам буйлап китеп барғанын күреү менән, халыҡ тәҙрәгә ябырылыр ине. Кемдең өйөнә инә – тимәк, шунда үлем бар. Ә былай әбей тик үләндәр йыйырға, урманға ғына йөрөнө. Хәҙер ҙә уңайһыҙланып китәм: сир йыҡҡанда килеп ялбарһалар ҙа, башҡа ваҡытта уны саҡырыусы, ҡунаҡ итеүсе булманы.

Бер көн ҡыҙҙар менән ауыл осона уйнарға киттек. Бер урында ямғырҙан һуң батҡаҡ ята ине. Шуны һикереп сыҡҡанда, мин уның ҡап уртаһына барып төштөм. Тауыҡ кисерлек ҡойонан сыға алмай аҙапланып, бысраҡҡа буялып бөттөм. Ҡыҙҙар миңә ҡарап рәхәтләнеп көлә. Ә мин тын ала алмайым, хәлем бөттө. Ҡыҙҙар минең менән ниҙер булғанын һиҙеп, тартып сығарҙы. Ҡайтҡас бысранып бөткән өсөн әсәйҙән эләкте. Ә минең хәл юҡ, карауатҡа барып ауҙым. Ошонан һуң сәсрәп ауырып киттем. Тәнем ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы, өнмө-төшмө икәнлеген аңламайым, әллә ниндәй ҡурҡыныс йән эйәләре араһында йөрөйөм... Күрше ауылдан килгән йәш кенә фельдшер апай укол һалғас, хәлем еңеләйгән кеүек булды ла, төнгә ҡарай тағы хәлем ныҡ ауырлашҡан. Атайым ҡаршы булһа ла (ул мине ат егеп дауаханаға алып барырға уйлаған), әсәйем барып теге инәйҙе алып килгән. Ул мине күреү менән башын сайҡап: “Зәхмәт ҡағылған балаға. Шайтандар ауына эләккән”,-тигән.

Баш осома ултырып доғалар уҡый башлаған. Ул уҡыған һайын мин ҡурҡыныс тауыш менән ҡысҡырғанмын, илағанмын, унан урынымдан торорға маташҡанмын. Тик әбейҙең көслө ҡулдары мине ебәрмәгән. Ул төнө буйы уҡыған. Таңға ҡарай мин тынысланып йоҡлап киткәнмен. Инәй өйөнә ҡайтып үләндәр төнәтеп алып килгән. Миңә шуны ипләп кенә балғалаҡлап эсергән. Ә әсәйемә әрем һеперткеһе биргән дә, шуның менән стеналарҙы, иҙәндәрҙе һеперергә ҡушҡан. Унан тауыҡ һурпаһы әҙерләткән. Мин ысынлап та асығып уянып киттем. Бөтәһе лә ҡурҡҡан инәйҙең минең баш осомда ултырғанына аптырап: “Мин үлдемме әллә?”-тип һораным. Әбей рәхәтләнеп көлдө лә: “Юҡ, балам, һин оҙаҡ йәшәйәсәкһең. Тик бысраҡ-батҡаҡта, ҡый өйөмдәре янында, йыуынты һыу түккән ерҙә бер ҡасан да уйнама ла, йөрөмә лә”,-тине.

Сығып китер алдынан атайыма ҡарап: “Ә дауаханаға һеҙ алып барып өлгөртә алмаҫ инегеҙ. Бушҡа асыуландың”,-тип сығып китте. Атайым уның һүҙҙәренә бер килке аптырап йөрөнө. Сөнки ул да, әсәйем дә тәүҙә мине дауаханаға алып барырға уйлауҙарын әбейгә әйтмәгән.

Бына шундай хәлдәр була донъяла. Хәҙер ҙә ҡапыл ауырып китеп аяҡҡа баҫа алмай, ауырыуға һабышҡан йә инвалидҡа әүерелгән балаларға ҡарайым да: “Эх, ҡайҙа беҙҙе замандағы өшкөрөүсе, сәйер, әммә изге күңелле инәйҙәр”,-тип уфтанып ҡуям.

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: