Ҡарауылсы булып эшләгән ирҙең һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһыныу ҙа, шомланыу ҙа уятты.
- Ендәр донъяһы, аңлашылмаған күренештәр тураһында һөйләй биреп ҡуябыҙ ҙа, тағы онотабыҙ. Ысынлап та аңлашылмаған күренештәр әҙәм балаһын ҡурҡыта шул. Бәлки, ул донъяға ҡағылырға ла ярамайҙыр. Ә шулай ҙа беҙҙән башҡа йән эйәләренең яныбыҙҙа ғына булыуын һәр кем тоя, һиҙәлер.
Электән мәктәптә ҡарауылсымын. Эшкә урынлашҡанда уҡ бер оло ағай: “Белмәйем, ҡустым, эшләй алырһыңмы икән?”-тип йылмайғайны. Мин ул үҙенең урынын ҡыҙғана тип уйланым. “Һин эшләй алғанды, миңә ни ауырлыҡ? Кис килдең дә, йоҡларға яттың. Таң атыуға эш сәғәтең тамам”,-тине. Ағай тағы ла йылмайып: “Йоҡлап ҡара һуң”,-тине.
Кис килеп мәктәпте өйөрөлөп йөрөп ҡарап сыҡтым. Барыһы ла тыныс. Төнгө ун берҙәргә тиклем китап уҡып ултырҙым да, йоҡларға яттым. Мине ниҙер быуғанға уянып киттем. Тик тороп булмай ҙа ҡуя. Күҙҙе лә асып булмай. Көс-хәл менән тороп ултырҙым да, “Яңы урында баҫлыҡтыра инде ул”,-тип үҙемде тынысландырған булдым. Сәйнүкте тоҡандырып, сәй эсергә булдым. Шул саҡ икенсе ҡатта дөбөр-шатыр ниҙер ҡолап китте. Йүгереп мендем. Бер кем дә юҡ, барыһы ла үҙ урынында. Аҫҡа төштөм. Розеткаға тығып киткән электр сәйнүге һүндерелгән. Мин һүндермәгәнемде иҫләйем. Шул саҡ өләсәйем өйрәткән бер доға иҫкә төштө. Шуны ҡысҡырып уҡый башланым. Күңелемә тыныслыҡ килгәндәй булды. Көскә таң аттырҙым. Урамда теге ағай осраны. “Шунан, ҡустым, йоҡлап булдымы?”-тип йылмайҙы. “Әлбиттә”,-тинем йәнем көйөп.
Тағы ла ҡарауылға киттем. Төнгө ике тирәһендә кемдер икенсе ҡатта һыҙҙырып гармун уйнап ебәрҙе, көлөшкән тауыштар ишетелде. Менеп ҡарарғамы-юҡмы, тип аптыранып ултырғансы, ҡапыл барыһы ла шым булды. Ошонан һуң элекке ҡарауылсы ағайға киттем. Ул мине күргәс тә барыһын да аңланы. “Ҡурҡынысы юҡ, ҡустым, өйрәнерһең. Шомло, әлбиттә. Тик улар һине йоҡлатмай ғына ыҙалатыуы бар, ә былай зыяндары теймәй ул”,- тине. Аптырап: “Кемдәр һуң улар?”-тип һорайым. “Белмәйем. Элек мәктәп урынында ҡәберлек булған, бәлки, аҙашҡан йәндәр ҡалҡалыр. Бәлки, бина ендәр ояһында ултыралыр”,-тине.
Ысынлап та бер нисә айҙан һуң күнегеп киттем. Ҡайһы саҡта төндәр тыныс үтә. Бәғзе ваҡытта таң атҡансы шау-шыу, кемдер илай, кемдер йырлай. Тиҙҙән миңә лә эштән китергә. Кем килер минән һуң? Өйрәнә алырмы был шомло күренешкә, белмәйем.
Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.