Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
26 Апрель , 21:00

Әжәл ҡағылған

Ошо хәлдән һуң әхирәтем менән күрәҙәсегә барырға тура килде...

Әжәл ҡағылған
Әжәл ҡағылған

Ирем биш йыл элек мәрхүм булып ҡалды. Бер көн ишеккә кемдер туҡылдатҡанға уянып киттем. Асһам, ирем тора. Ниндәйҙер үтекләнмәгән, бысраҡ кейемдә. “Нимә тораһың, ин!”-тинем. Шул саҡ баҫҡыстан кемдер менеп килгәнен ишеттем. Ҡап-ҡара кейенгән, йәмһеҙ бер ҡатын күренде. Иремә һыйынып килеп торҙо ла, фатирға инергә маташа башланы. Мин иремә: “Һин бында бисәләр эйәртеп йөрөйһөңмө ни?!”-тип ҡысҡырҙым да, көскә икеһен дә подъезға этеп сығарҙым. Тик теге ҡара ҡатын минең аяғымды ауырттырғансы баҫып өлгөрҙө. Аңыма килгәндә креслола ҡалтыранып ултыра инем. Сәғәт төнгө өсөнсө ярты.

Ошо хәлдән һуң әхирәтем менән күрәҙәсегә барырға тура килде. Ул ирен нисек һөйәркәһенән һыуындырырға белмәй ине. Мин күрәҙәсе, башҡа фәлән-төгәндәргә ышанмсайым, ә әхирәтем был кешегә яңғыҙы барырға ҡурҡа. Шуға күрә эйәреп киттем.

Күрәҙәсе миңә текләп ҡараны ла: “Ирең ҡиәфәте аҫтында кем килгәнен әйтә алмайым. Тик ул һиңә үлемде алып килгән. Һин уларҙы ҡыуып сығарһаң да, әжәл ҡағылып өлгөргән. Һаҡлан”,-тине.

Мин күрәҙәсенән бер нәмә лә һорамаһам да, минең төшөмдө ҡайҙан белде икән, тип аптырап ҡайттым. Һүҙе хаҡ булып сыҡты. Уйламағанда ҡатмарлы операция яһатып, бер айҙан ашыу дауаханала яттым.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: