Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
26 Апрель , 19:05

Атеист атайым төнөн һаташтыра

Атайымдың ҡырҡы тулғас, төш күрҙем. Мин ҡайҙалыр атайыма килдем. Бөтә ер тимер сыбыҡ менән уратып алынған...

Атеист атайым төнөн һаташтыра
Атеист атайым төнөн һаташтыра

Минең атайым янып торған коммунист, атеист ине. Бер ҡасан да Аллаға ышанманы. Хатта “һуғып” алған сағында Хоҙайҙың барлығын көлкөгә һабыштыра ине. Атайым 76 йәшендә мәрхүм булды. Беҙ уны мосолманса матур итеп тәрбиәләп ерләнек. Атайымдың ҡырҡы тулғас, төш күрҙем. Мин ҡайҙалыр атайыма килдем. Бөтә ер тимер сыбыҡ менән уратып алынған. Атайым эшсе спецовкаһында килеп сыҡты. Үҙе бик моңһоу, күңелһеҙ. Мин уның төрмәлә икәнлеген аңланым. Шул саҡ атайым: “Балам, миңә 20 йыл бирҙе лә ҡуйҙылар! Ярҙам ит!”-тип ялбара башланы һәм мин уянып киттем.

Ошо төштән һуң ныҡлап доғаларҙы өйрәнә башланым, көн һайын атайыма аяттар бағышлайым. Тик йәне йәннәттә генә булһын инде ҡәҙерлемдең! Хоҙай Тәғәләгә ышанмай теләһә ниндәй һүҙҙәр ысҡындырһа ла, бер ҡасан да бер кемде рәнйетмәне, алдашманы, урлашманы, кешелекле-кеселекле булды бит.

Автор:
Читайте нас: