Дуҫым оҙайлы ваҡыт ҙур ҡалала эшләп ҡайтты. Бер кис туҡталышта торғанда бер ханым иғтибарын йәлеп итә. Иҫ киткес һылыу ханыма 40 йәштән артығын биреп булмай. Дуҫым янына барып һүҙ ҡуша.
Танышып китәләр. Ҡатын: “Ә һин мине танымайһыңмы ни?”-ти. Дуҫым аптырап баш сайҡай. “Беҙ һинең менән бик яҡшы таныш. Мин һиңә төндәрен үтә күренмәлегә әүерелеп киләм. Мине һинең кеүек ир-егеттәргә уларҙың энергияһын һурырға ебәрәләр”,-тип һөйләй ҡатын. Дуҫым ҡатын менән һөйләшкән арала хәле бөтөүен, йөрәге ныҡ итеп тибеүен тоя. Шулай ҙа бирешмәҫкә тырышып: “Ә һинең ирең бармы? Әллә энергияһын һурып, уны юҡҡа сығарҙыңмы?”-тип һорай.
“Эйе, мин тол ҡалдым. Тик уның энергияһын һурған өсөн түгел. Миңә һәр энергия тап килмәй. Хәҙерге ваҡытта “тәмле” кешеләр бик аҙ. Күпселектең энергияһы һоро, хатта ҡара. Ә миңә һинеке кеүек аҡ, саф энергия кәрәк. Кешеләрҙең яҡшы сифаттары юҡҡа сыҡҡан һайын, беҙгә туҡланырға ризыҡ бөтөп бара. Тик был мәскәйҙәр бөтә тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ гонаһ ҡылып өлгөрмәгән балаларға, ысын күңелдән Юғары көстәргә ышанған, изге күңелле кешеләргә йәбешергә мәжбүрбеҙ. Ә был кешелекте юҡҡа сығара”,-ти сибәр ҡатын.
Дуҫым уға ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, тик бик йәлләй. Шуға күрә доға ҡылғанда Хоҙай тәғәләнең уға ярҙам итеүен һорай. Дуҫым был ҡатынды тағы бер тапҡыр осрата. Ул: “Башҡаса минең күҙемә күренмә! Мин алдан уҡ һинең энергияңды һурырға ярамай икәнлеген һиҙә инем. Тик һин бигерәк “тәмлеһең” шул, ә энергияң үтә саф минең өсөн. Башҡаса Юғары көстәр алдында мине телгә алма! Һәләк итмә мине!”-ти ҙә әйләнеп китә.
Кешеләрҙә тик яҡшылыҡ күреп өйрәнгән дуҫым был мәскәйҙе һаман йәлләп йәшәй.
Р.