Сихыр тураһында хәҙер күп һөйләйҙәр. Хәйер, һөйләп кенә ҡалһалар шәп булыр ине лә бит, кеше менән шул рәүешле булышҡандар күп. Әстәғәфируллаһ! Биш намаҙ уҡыуға барып етмәһәм дә, был оло гонаһ икәнен яҡшы аңлайым. Минең менән булды шундай хәл. Бер мәл йыш ҡына хәлем бөтә башланы, тормошомдан толҡа тапмайым. Эштә йөрөгөндә ял көндәрен көтөп алам да “шуны эшләйем, быны эшләйем” тип, ҡайҙа ул, йә көнө буйы йоҡлайым, йә ашайым. Күпме ятһам да, тәнем ял иткән кеүек булманы. Дауаханаға барып анализдар тапшырып ҡараным да, уныһы бер нәмә лә күрһәтмәне, “ҡан баҫымың ғына әҙерәк түбәнәйгән, күберәк ял ит” тинеләр.
Тағы күпме ял итергә һуң?! Былай ҙа баҡсаны – ҡый, өйҙө туҙан баҫып, ир менән әрләшә башланыҡ. Эш буйынса ҡайһы саҡта кешеләрҙең йортона йөрөргә тура килә. Бер йортҡа килһәм, өлкән генә урыҫ әбейе ултыра. Бер ыңғай төшкө ашҡа ҡайтып китермен тип, магазинға инеп, сәй, печенье алғайным. Быны шул әбейгә бирҙем. Ул миңә текләп ҡараны ла: “Күңелең таҙа һинең. Шуға кешеләге яманлыҡты күрергә теләмәйһең. Сихырлағандар бит һине”,-тине. Мин көлөп кенә ҡуйҙым. Артабан әбей минең менән һуңғы осор нимә булыуын яҡынса әйтеп бирҙе. Ҡолап китә яҙҙым. “Эшеңдәге бер ҡатын сихырлаған һине. Уның менән бергә сәй эсергә тырышма. Эсһәң дә, ул алып килгән ризыҡты ашама”,-тине. Теге ҡатынды һүрәтләп биргәйне, ҡолап китә яҙҙым! Бар ундай хеҙмәткәр беҙҙә! Әбей мин алып килгән сәйҙе үҙемә үк өшкөрөп бирҙе лә: “Миңә ышанмайһың, артабан үҙеңдең хәлеңә һәм теге ҡатындың үҙен тотошона ҡара”,-тине.
Сәйҙе ҡайтҡас та яратҡан сәйнүгемә һалып, рәхәтләнеп ултырып эстем. Иртәнсәк нисәмә айҙан һуң тәүге тапҡыр ял итеп, йылмайып килеп уяндым. Бер көн эшләнем дә, ялға киттем. Өйҙәге бар эште һыпырып ярты көндә эшләп бөттөм. Ирем ялтырап торған өйҙән бигерәк, балҡып торған ҡатынын күреп һөйөнөп бөтә алманы. Дүшәмбе минең өсөн иң ауыр көн була торғайны, был юлы көлә-йылмая эшкә киттем. Теге ҡатынды осраттым. Ике көн ял эсендә 10 йылға ҡартайған булып күренде: йөҙө яманайған, үҙе һурығып, һарғайып ҡалған. Икенсе көнө больничныйға сыҡты. Ышанмаҫ ерҙән ышанырһың сихырҙың барлығына!
Сабира.