Яныбыҙҙа ғына булған ғәжәйеп хәлдәр, серле ваҡиғалар һәр саҡ күңелдә аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғолар уята. Шуларҙың береһе.
-Әсәйебеҙ мәрхүмә булғас атайыбыҙҙы ҡалаға күсергә өгөтләй башланыҡ. Тик ул нигеҙен ташлап китергә теләмәне. Ағайым да ҡалала, мин дә.
Бер көн йоҡларға ятҡас келәт яғында ниндәйҙер туҡылдаған тауыш ишетелле. Урам яғынан килеүе мөмкин түгел. Келәт яғында берәүҙең дә йөрөүе лә мөмкин түгел. Ирем көлөп “өй эйәһен ашатмағанһың” тип ҡуйҙы. Мин дә тынысланып йоҡларға яттым.
Икенсе көндө ағайым килде. Ашарға ултырҙыҡ. Хәҙер инде йоҡо бүлмәһендә кемдеңдер туҡылдатҡанын ап-асыҡ ишеттек. Ирем “был өй эйәһе тағы ҡаңғыра башланы” тигәс, мин дә көлөп ҡуйҙым. Ә бына ағайым бөтөнләй кәйефһеҙ ултыра ине. “Нимә булды?” тип һорауыма, “Ниңәлер кәйеф юҡ. Атай иҫкә төштө” тине. Шул уҡ мәлдә туҡылдау тауышы шып туҡтаны. Ағайым ҡапыл баҫты ла: “Хәҙер үк атай янына барырға кәрәк”,-тине.
Беҙ юлға сыҡтыҡ. Хәҙер өсөбөҙ ҙә ниҙер тойғандай кәйефһеҙ ине.
Беҙ ваҡытында барып еттек. Атай тышҡа сыҡҡан һәм тупһала тайып йығылған. Тора алмаған. Яҙғы төн һыуыҡ, нисек имен ҡалған. Ул ҡулындағы таяғы менән туҡылдаған, тик күршелә йәшәгән һаңғырау әбей уны ишетмәгән. Ә улар ауылдың осонда йәшәй. Бер тәүлек ятҡан шулай. Ваҡыты-ваҡыты менән туҡылдаған. Атайҙы дауаханаға алып барҙыҡ. Ул оҙаҡ ҡына ятып сыҡты.
Бына шулай, ниндәйҙер ғәжәйеп хәл аша атайыбыҙҙы ҡотҡарып ҡалдыҡ. Кем иҫкәрткәндер беҙҙе, атайыбыҙҙың туҡылдап ярҙам һорауын йөҙ саҡрым аша нисек ишеткәнбеҙҙер? Иҫ китмәле аңлайышһыҙ хәл булып ҡалды.
Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.