Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
7 Февраль , 22:00

Бар ул мөғжизә, бар!

Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң ул, ҡыҙым. Һап-һау кешеләр ҙә ҡапыл үлә, табиптар үлем хөкөмө сығарған әҙәм балалары йөҙгәсә йәшәй. Кемдең күпме ғүмер итәсәге әсә ҡарынында уҡ маңлайға яҙылып ҡуйыла, ти. Һин төшөнкөлөккә бирелеп, Аллаһы Тәғәләне инҡар итәһең. Уға таян, һыйын, һора. Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте киң. Бәлки, был һинең һынауҙы күтәрә белеүеңә имтихан ғыналыр. Ә һин шунда уҡ бөгөлөп төшкәнһең. Эй, сабырһыҙһығыҙ шул, балалар...

Бар ул мөғжизә, бар!
Бар ул мөғжизә, бар!

Бар ул мөғжизә, бар!

Ҡатын юлды ла күрмәй атлауын дауам итте. Кемгәлер барып төртөлдө, уныһы әрләшә башланы, тайпылып бер әбейгә бәрелде... Икәүләшеп йығылып киттеләр. Өлкән кеше “ах та ух” килә башлағас, үтеп-сүтеп йөрөгән кешеләр уға ярҙамға ташланды. Ҡатын ҡыбырламай ҙа ерҙә ята бирҙе. “Бынау бер нәмә, иҫеректер инде, ҡайһылайтып төкөнө әбейгә!”-тип шаулаша башланы йыйылған кешеләр. Кемдер ҡатынға эйелде. Уныһы ҙур күҙҙәрен шар асып күккә текләп ятыуын дауам итте. “Юҡ, араҡы еҫе һиҙелмәй. Етешмәйҙер ул уға”,-тине кемдер.

Ә ҡатындың иҫенә ҡапыл Сәлиә килеп төштө. Етен сәсле, Барби һынлы әхирәте. Студент йылдарында артынан егеттәр өйөрө менән йөрөй торғайны. Үҙенә баһа белгән ҡыҙ бай ҡала егетенә кейәүгә сыҡты. Иркәләнеп, рәхәтләнеп кенә йәшәне. Бер көн илап шылтыратты: “Ҡыҙҙар, тиҙ генә килеп етегеҙ!”

Дания: “Күп булһа бай ире холҡон күрһәтә башлағандыр”,-тине юлда. Өсөнсө әхирәт Сәлиәгә бик көнләшә һәм быны ул йәшермәй ҙә ине. “Эй кеше рәхәт йәшәй ҙә инде!”-тине ул ике ҡатлы зауыҡлы йортҡа күҙ йүгертеп. Илап-шешенеп бөткән Сәлиәне танырлыҡ та түгел. Ҡыҙҙарҙы күргәс ул тағы ла түгелеп илай башланы. Тамам хәле бөткәс кенә сәбәбен бышылдап әйтте. “Нимә??? Юҡтыр, булмаҫ!” Ҡыҙҙар икеһе бер юлы Сәлиәне ҡосағына алырға маташты. “Эйе, ҡыҙҙар, миндә рак. Етмәһә, һуңғы стадияһы, тинеләр”.

Ҡапыл бар нәмә төҫһөҙләнеп ҡалғандай булды. Бөйөк йорт тәпәшәйҙе, ҡиммәтле йыһаздар быуа башлағандай тойолдо. Сәлиәнең өҫтөндәге ҡиммәтле кейеме лә аламаланып ҡалғандай булды. Ҡыҙҙар уның янында ултырып, тынысландырырға тырышты. Тик Сәлиә уларҙы ишетмәй ине. Данияның: “Бына күрерһең әле, бай ире хәҙер ауырыу Сәлиәне сығарып быраҡтырасаҡ”,-тип ҡурҡыныс итеп тантана итеүе дөрөҫкә сыҡманы. Ул ҡатыны өсөн һуңғы көнөнә тиклем көрәште. Тик диагнозын ишетеү менән төшөнкөлөккә бирелгән Сәлиә үҙ ҡабырсығына бикләнде. Һуңғы барғанында Сәлиәне ире сит ил дауаханаһынан алып ҡайтҡан ине. Күләгә булып ҡалған әхирәтенә йыуатыу һүҙҙәрен дә әйтә алманы...

...“Эй, һин тораһыңмы – юҡмы?!” Ҡатын үҙенең һаман да юлда һуҙылып ятҡанын аңланы. Ошонда уҡ үлергә ине, тип уйланы ул. Үҙе яңылыш этә төрткән әбекәй уның ҡулына ҡағылды: “Ҡыҙым, мин анау йортта йәшәйем. Әйҙә, мине оҙатып ҡуй”. Барыбер ине уға. Әбейгә эйәреп китте. Ыҡсым ғына йортта йылы һәм күңелгә рәхәтлек биргән айырым бер һауа ине. Әбей хуш еҫле ҡарағат япрағы тәме сығып торған сәйен яһап бирҙе лә, үҙе намаҙға ултырҙы. Ҡатын уны ҡарап ултырып тынысланды, ойой башланы. Яурынына ипләп кенә ҡағылғанға уянып китте. Өйҙә тәмле генә еҫ таралған. Тары бутҡаһы икән. Бала саҡтан ашағаны юҡ был бутҡаны! Мейестә янған утҡа ҡарап ултырған ҡатын бөтөнләй тынысланды. “Инәй, бөгөн миңә рак диагнозын ҡуйҙылар. Унан алда ошо ҡурҡыныс сирҙән әхирәтем был донъянан китеп барғайны...” Барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләне ул. Әбекәй тәсбих тартып, уны бер бүлдермәй тыңланы. Һөйләп бөткәс, уға сәй яһап бирҙе лә, үҙе ҡайҙалыр ишеткән ысын булған хәлде һөйләне.

Бер ҡатынға ла ошо рак тигән зәхмәт ҡағыла. Ул һүнгәндән-һүнә бара. Ире ныҡ ябыҡҡан, хәҙер инде атлай ҙа алмаған ҡатынын мейес башына ырғыта ла: “Дөмөкһәң, шунда ғына дөмөк! Күҙ көйөгө булып алдымда ятма!”-ти. Ҡатын аңын юя. Иҫенә килеп, бер тамсы һыуға зар-интизар булып ятҡанында ла, уны бер кем ҡарамай. Ул янында үҙе үҫтереп, мейес башына киптерергә һалған әсе боросон күреп ҡала. Шуны имеп ята башлай. Ә ире үлеп тә өлгөрмәгән ҡатыны өҫтөнә һөйәркәһен алып ҡайта. Бер көндө улар түшәктә ятҡанда мейес башынан ҡатын ырғып килеп төшә. Ҡойолған сәстәр ҡап-ҡара булып яңынан үҫкән, күҙҙәр балҡып яна, һын тура, ғорур. Ирен дә, уның “һепертке”һен дә өйөнән баҫтырып сығарып ебәрә ҡатын.

Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң ул, ҡыҙым. Һап-һау кешеләр ҙә ҡапыл үлә, табиптар үлем хөкөмө сығарған әҙәм балалары йөҙгәсә йәшәй. Кемдең күпме ғүмер итәсәге әсә ҡарынында уҡ маңлайға яҙылып ҡуйыла, ти. Һин төшөнкөлөккә бирелеп, Аллаһы Тәғәләне инҡар итәһең. Уға таян, һыйын, һора. Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте киң. Бәлки, был һинең һынауҙы күтәрә белеүеңә имтихан ғыналыр. Ә һин шунда уҡ бөгөлөп төшкәнһең. Эй, сабырһыҙһығыҙ шул, балалар...”

Йәш ҡатын яҙмышының иң ауыр мәлендә юлына килеп осраған әбекәйгә көн дә йөрөнө. Ауыр медицина дауалауынан һуң да уға килеп йығылды. Әбей уны өшкөрҙө, ниндәйҙер үләндәр эсерҙе. Химик препараттарҙан туҡтауһыҙ күңеле болғанған ҡатынды көсләп ашатты. Ауыр һынауҙар үткән пәйғәмбәрҙәр тормошон әкиәт кеүек матур итеп һөйләгән инәйҙе йотлоғоп тыңланы ул. Үҙе лә уның менән бергә намаҙ уҡырға өйрәнде, доғалар ятланы. Ҡатындың йөрәген ҡурҡыу тойғоһо ебәрҙе. Ниндәйҙер Юғары көстөң янында ғына булыуын бар күңеле менән һиҙҙе ул. Шуға күрәлер инде һәр саҡ тыныс булып ҡала алды. Тәне юҡҡа сығыр булһа ла, йәне мәңгелек икәнен уйлап, тик яҡшылыҡҡа ынтылды. Хәле бөтөп, йығылғаны булды, әммә башҡа бер ҡасан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне. Бер йыл эсендә уның ниндәй ут аша үткәнен үҙе генә һәм, әлбиттә, фәрештәләй ҡурсыуына алған әбекәй генә белде.

Таң атты. Иҫке йылдың һуңғы көнө. Нәҡ бөгөн ул тағы табипҡа бара. Аҡ халатлыға өмөт һәм ышаныс тулы ҡараш төбәлде. “Это удивительно. Но поздравляю. Вы победили рак”,-тигән һүҙҙәрҙән һуң ҡатын башҡа бер ниҙе лә ишетмәне. Ул дауахананың ишеген асып, тылсымлы һауаны һулап, әбекәйе янына ашыҡты...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: