Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
31 Ғинуар , 19:30

Ярҙам һораны

Барыһын да елгә һылтап, бар тәҙрәләрҙе ябып сыға. Әммә үҙенә төкөп, ниндәйҙер һыуыҡ нәмә үткәнен тоя. Өсөнсө төнөн уяулы-йоҡоло ята. Һәм ниндәйҙер шәүләне күрә...

Ярҙам һораны
Ярҙам һораны

Апайым һөйләне. Кейәүгә сығып ауырға ҡалғас, улар еҙнәй менән ипотекаға бер бүлмәле фатир алды. Еҙнәй йыш ҡына төнөн эшләй. Беренсе төн апайым бер нәмәнән дә ҡурҡмай. Балконға сығып һауа һулап тора, унан йоҡларға ята. Тик йоҡлай алмай, ул берсә өшөй, берсә яна. Был хәлен ул ауырлы булыуы менән бәйләй. Икенсе төндә уға балкондың ҡорғандары елберҙәп, кемдер килеп ингән төҫлө тойола. Барыһын да елгә һылтап, бар тәҙрәләрҙе ябып сыға. Әммә үҙенә төкөп, ниндәйҙер һыуыҡ нәмә үткәнен тоя. Өсөнсө төнөн уяулы-йоҡоло ята. Һәм ниндәйҙер шәүләне күрә. Ул: “Ярҙам ит миңә”,-тип бышылдай.

Ҡото осҡан апайым йоҡламай уттарҙы яндырып ҡуя. Икенсе көнө күршеләренә инә. Уларҙан был фатирҙа йәшәгән егеттең үҙ-үҙенә ҡул һалып үлеүен белә. Күршеһе: “Шунан алып тынғылыҡ бөттө. Төндә кемдер йөрөгән һымаҡ тойола”,-ти.

Апайым еҙнәйҙең эштән ҡайтыуын саҡ көтөп ала. Барыһын да һөйләп: “Икенсе ергә күсәйек”,-тип илай. Тик еҙнәйем уға ышанмай, унан был фатирҙы тиҙ генә һатып булмауын белдерә. Шулай ҙа апайымды йәлләп мәсеттән мулла саҡыра. Дин әһеле бер нисә көн өйгә килеп доға-аяттар уҡый. Ошонан һуң уларҙың ғына түгел, ә күршеләренең фатирында ла тыныслыҡ урынлаша.

З.

Автор:
Читайте нас: