Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
3 Июнь 2023, 22:00

Ҡурсаҡтың ҡурҡыныс ... йәне

Ҡапыл ырғып килеп торҙом. Ҡараһам, янымда ысынлап та ҡыҙыҡай баҫып тора. Күҙҙәре ҡурҡыныс, текләп, янып ҡарай. Көскә иремде уяттым. Ул: “Ҡурҡма, ҡыҙым ҡайһы саҡта лунатик булып ала”,-тине. Иртәнсәк әйберҙәремде йыйҙым да сит өлкәгә сығып киттем. Шуның менән минең кейәүгә сығыу тарихым тамамланды. Тик шул ваҡыттан алып ҡурсаҡтарҙан ныҡ ҡурҡам...

Ҡурсаҡтың ҡурҡыныс ... йәне
Ҡурсаҡтың ҡурҡыныс ... йәне

Ҡурсаҡтың ҡурҡыныс ... йәне

булған хәл

Күптән күрешмәгән әхирәтем килде. Ул уйламағанда сит өлкәгә күсеп китте. Унан алда әхирәттең туйында булғайныҡ. Һылыу, матур ҡыҙыбыҙ барыһын аптыратып ҡатыны үлгән, алты йәшлек ҡыҙы булған иргә кейәүгә сыҡты. Әлбиттә, ирҙең үҙ бизнесы, ҙур йорто, ҡиммәтле машинаһы бар ине. Шуға күрә беҙ байлыҡ үҙенекен иткәндер тип уйланыҡ. Ярты йыл да үтмәне әхирәтемдең иренән айырылып, икенсе өлкәгә сығып китеүен ишеттем. Социаль селтәрҙәрҙәге бар диуарҙарын юҡҡа сығарҙы, телефон һандарын алмаштырҙы. Был беҙҙең өсөн сәйер хәл булды.

Һәм, ниһайәт, осрашып, ҡосаҡлашып, илашып алдыҡ та, уны ҡунаҡҡа алып ҡайттым. Ҡыҙымдың бүлмәһендәге ҙур ҡурсаҡты күрҙе лә, ҡысҡырып ебәрҙе. “Уф, бер ҡайҙа йәшер был ҡурсаҡты!”

Ҡурҡышынан ҡалтырап торған әхирәтемә ҡарап, ҡурсаҡты алып карауат аҫтына тыҡтым. Аптырап ҡарайым. Әхирәтем: “Минең тормошом пыран-заран килеүе лә ҡурсаҡ арҡаһында булды бит”,-тине. Барыһын да һөйләп бирергә көскә күндерҙем. “Мин барыһын да оноторға тырышып сығып киттем бит. Ярай, кемгә булһа ла, һөйләргә тейешмен барыбер. Бәлки, күңел бушар”,-тине ул көрһөнөп.

Бына нимәләрҙе бәйән итте ул:

- Ирем менән танышҡанда, янында ҡыҙы ла бар ине. Ябыҡ ҡына, ҡурҡыу менән ҡараған ҡыҙҙы бик йәлләнем. Әсәһе үлгәнгә бер йыл үткән ине. Ошо йәлләү тойғоһо яҡынайтты беҙҙе. Йөрөгән егетемде ташлап, кейәүгә сыҡтым. Иремдең өйө ҙур, матур ине. Ҡыҙының бүлмәһендә бик күп уйынсыҡтар теҙелгән. Шуларҙың араһында иҫке, күҙҙәре соҡоп алынған ҡурсаҡ тора. Аптырап тегегә текләп торҙом. Ҡулыма алғайным, әллә нимә эшләп киттем. Ҡурсаҡ ниндәйҙер йәбешкәк кеүек ине тотоуға. “Был иҫке ҡурсаҡты ташларға кәрәк”,-тигәйнем, ҡыҙыҡай илай башланы. Көскә тынысландырҙым.

Иремә:

- Ҡурсаҡты ташлап, яңыһын алайыҡ,-тинем

Ул:

- Юҡ, ул ҡыҙымдың яратҡан ҡурсағы. Әсәһенән ҡалған,-тине.

Күршеләрҙән мин иремдең ҡатыны үҙенә ҡул һалғанын белдем. Быға барыһы ла аптыраған. Сөнки бик яҡшы йәшәгән ғаилә булған. Ошо хәлдән һуң ирем ныҡ эсә башлаған. Хатта ҡыҙын етемдәр йортона бирергә уйлағандар. Унан ирем ҡапыл эсеүен ташлап, бизнес менән шөғөлләнеп, күтәрелеп киткән. Бер мәртәбә күршенең иренә: “Мин ҡатынымдың йәне менән һөйләшәм. Ул иҫке ҡурсаҡта йәшәй. Барыһы ла яҡшы булыр тип әйтте”,- тип ысҡындырған.

Мин аптырап ҡалдым. Ирем ҡурсаҡты ташларға ярамауын ҡыҙына бәйләһә лә, тимәк, ул уның үҙенә лә кәрәк.

Ирем өйҙә юҡ саҡта, мин ҡурсаҡты ҡыйлыҡҡа алып барып ташланым. Иртәнсәк ҡурсаҡ ... балконда миңә ыржайып көлөп ҡарап ята ине. Ошо көндө балалар баҡсаһына алып барғанда ҡыҙыҡай миңә: “Ҡурсаҡтан мин дә ҡотолғом килә ине. Тик уға тейергә ярамай!. Ул һуңынан үс ала. Мин уйынсыҡ айыу менән уйнағайным, ул төндә уйынсығымды йыртҡылап ташланы”,-тине.

Кискеһен ҡыҙыҡайға: “Әйҙә улай булғас, уны яндырайыҡ”,-тинем.

Яндырҙыҡ. Ҡурсаҡ иреп бөткәнсе ҡарап торҙоҡ. Тынысланып йоҡларға яттыҡ. Шунан башланды ла инде. Төшмө – өнмө, белмәйем. Йәнәһе, күҙ алдыма иремдең үлгән ҡатыны килеп баҫты. Ул кемгәлер: “Үтенеп һорайым, беҙҙе тыныслыҡта ҡалдыр! Ана, ҡурсаҡ эсендә йәшә!”-тип ҡысҡырҙы һәм бысаҡ менән ҡурсаҡтың күҙҙәрен соҡоп алды. Унан шул уҡ бысаҡ менән үҙенә сәнсте. Бына нисек үлгән икән ҡатыны, тип уйлап ятам, күҙ алдына килгән бар ваҡиғаны спектакль һымаҡ ҡарайым.

Унан алдыма ҡыҙыҡай килеп баҫты. Ул алты йәштә булһа ла, мин уны өлкән әбей һымаҡ итеп күрәм. “Мине яндырып һин миңә ярҙам иттең генә. Әммә мин ҡурсаҡ эсендә ҡалһам, һинең үҙеңә яҡшыраҡ булыр ине”,-тигән ыҫылдаған тауыш ишеттем.

Ҡапыл ырғып килеп торҙом. Ҡараһам, янымда ысынлап та ҡыҙыҡай баҫып тора. Күҙҙәре ҡурҡыныс, текләп, янып ҡарай. Көскә иремде уяттым. Ул: “Ҡурҡма, ҡыҙым ҡайһы саҡта лунатик булып ала”,-тине.

Иртәнсәк әйберҙәремде йыйҙым да сит өлкәгә сығып киттем. Шуның менән минең кейәүгә сығыу тарихым тамамланды. Тик шул ваҡыттан алып ҡурсаҡтарҙан ныҡ ҡурҡам.

 

Әхирәтемә ышанырғамы - ышанмаҫҡамы тип аптырап ултырам. Унан: “Ә ул ир һәм ҡыҙыҡай тураһында ниҙәр ишетелә?”-тип һораным.

- Мин уларҙан ҡасып киткәндән һуң ирем тағы ике мәртәбә өйләнгән. Әммә ике ҡатын да уның менән оҙаҡ тормаған, айырылған... Хәҙер икәүһе генә йәшәй, тиҙәр.

Һүҙҙе тиҙерәк икенсегә бора һалдым. Ҡурсаҡтарҙы күргән һайын шомланып йөрөмәҫ өсөн...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: