Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
26 Май 2023, 18:00

Мине асыуландырырға ярамай!

Быны белеп ҡалған әсәйем ниҙер эшләргә уйлаһа: “Эйеме – юҡмы, әйт”,-тип һорай торғайны. Мин һүҙ нимә тураһында барғанын да белмәй яуап бирә торғайным. Әсәйемдең атайыма: “Бер ҡасан яңылышҡаны булманы”,-тип аптырап һөйләгәнен хәтерләйем...

Мине асыуландырырға ярамай!
Мине асыуландырырға ярамай!

Бала саҡтан минең интуициям көслө булды. Быны белеп ҡалған әсәйем ниҙер эшләргә уйлаһа: “Эйеме – юҡмы, әйт”,-тип һорай торғайны. Мин һүҙ нимә тураһында барғанын да белмәй яуап бирә торғайным. Әсәйемдең атайыма: “Бер ҡасан яңылышҡаны булманы”,-тип аптырап һөйләгәнен хәтерләйем.

Студент йылдарында был һәләтем ныҡ ярҙам итте. Имтиханда ниндәй билет эләгерен алдай белә инем. Мин холҡом буйынса бик тыныс кешемен, мине асыуландырыуы бик ауыр. Әммә мин көйһөҙләнһәм, ҡайғырһам, янымда дауыл ҡуба. Ғәҙәттә, электр приборҙары эшлектән сыға, компьютерҙа бөтөнләй эшләп булмай – ул һүнеп тик тора. Уйламағанда эшһеҙ ҡалдым. Дөрөҫөрәге, ҡыҫҡартыу булды. Мин эшкә иң аҙаҡтан килгәс, миңә китергә тура килде. Хужаға асыуланмай киттем, әммә кәйефем төштө. Шул уҡ көндө эшкә тикшереү килеп төшкәнен ишеттем. Ошо аңлашылмаған күренеш арҡаһында кейәүгә сыға алмайым. Матур итеп дуҫлашып алып китәм. Күпмелер йөрөгәс, барыбер нимәгәлер һүҙгә киләһең, йә кәйеф төшә бит. Мине шундай итеп күргән егетем (ул һуңынан әхирәтемә һөйләүенсә, минең күҙҙәрем бәзрәйеп яна, минән ток һуға һ.б.), башҡаса яныма килмәй. Хоҙай Тәғәләгә ышанһам да, мәсеттә булғаным юҡ, доғалар ҙа белмәйем. Бәлки, дингә мөрәжәғәт итеп ҡарарғалыр?

В.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: