Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
20 Май 2023, 19:05

Урынһыҙ көлмә!

Барыһы ла йәштәр, көләләр, шаяралар. Үлемесле ауырыуҙар ятҡан бина янында уларҙың тауыштары нисектер сәйер яңғырауы тураһында уйлап та бирмәйҙәр. Шул саҡ бер туҡтауһыҙ шарҡылдап көлгән йәш ҡатын янына урта йәштәрҙәге ир килә лә: “Көләһең, шаяраһың, ә бит тиҙҙән үҙең ошонда ятасаҡһың”,-ти...

Урынһыҙ көлмә!
Урынһыҙ көлмә!

Институтта уҡығанда әхирәтем менән түшәктә ятҡан ауырыуҙарҙы ҡарау өсөн санитарка булып эшкә урынлаштыҡ. Көнөнә өс сәғәт эшләп, ярайһы ғына аҡса алырға була ине. Аҡсаһына ҡыҙығып барһаҡ та, бында эшләүе ни тиклем ауыр булыуын беренсе көндө үк аңланыҡ. Бар ерҙә ауыр еҫ, хәжәттәрен аҫтына үтәгән ауырыуҙар ятҡан палатаның тәҙрәһе асыҡ торһа ла, уны бөтөрөрлөк түгел. Тәүҙә бик ҡыйынһындым. Әхирәтем ерәнеүен еңә алмай, икенсе көнөнә үк эшкә сыҡманы. Миңә аҡса кәрәк ине, шуға тешемде ҡыҫып түҙҙем.

Бер ҡатындың һәр саҡ йөҙ түбән ятыуын, башы ғына саҡ ҡыбырлауын күрҙем. Ҡатынға ни бары 34 йәш булыуын белеп иҫем китте. Уның янында еҫ бигерәк ауыр. Ерәнеүемде йәлләү тойғолары еңде – уны яҡшылап ҡарарға тырыштым. Өлкәндәр ятһа нисектер быны ҡабул итәһең, ә бына йәштәрҙе бигерәк йәл. Ҡайһы саҡта уның янына ире менән ҡыҙы килә торғайны. Әҙерәк кенә ултыралар ҙа, матур донъяларына йәһәтерәк китеү яғын ҡарайҙар. Был ҡатын мине ныҡ көтә торғайны.

Ә бер көн ул үҙенең тормошон һөйләп бирҙе.

Институтты ҡыҙыл дипломға тамамлаған сибәр ҡыҙ инженер егеткә кейәүгә сыға. Ире тиҙ арала күтәрелеп, цех, унан завод начальнигы булып китә. Ҡыҙҙары донъяға килә. Ғаилә бик етеш йәшәй. Йәш ҡатын өйҙә ултырмаҫ өсөн генә эшкә сыға. Барыһын да модалы, сағыу кейемдәре менән хайран ҡалдыра. Бер көн уларҙы бына ошо ҡаты ауырыуҙар ятҡан бина янына өмәгә ебәрәләр. Йәш ҡатын иң матур кейемдәрен кейеп килә. Башҡалар эшләгәндә лә, тырманы тырнаҡ остары менән генә тотоп йөрөй. Барыһы ла йәштәр, көләләр, шаяралар. Үлемесле ауырыуҙар ятҡан бина янында уларҙың тауыштары нисектер сәйер яңғырауы тураһында уйлап та бирмәйҙәр. Шул саҡ бер туҡтауһыҙ шарҡылдап көлгән йәш ҡатын янына урта йәштәрҙәге ир килә лә: “Көләһең, шаяраһың, ә бит тиҙҙән үҙең ошонда ятасаҡһың”,-ти.

Ул көлөүенән туҡтап, ҡатып ҡала. Әхирәтенә һөйләгәс, уныһы: “Ярай, иғтибар итмә, көнләшеүҙән әйткәндер”,-тип йыуата.

Тик сәйер әҙәмдең әйткән һүҙҙәре дөрөҫкә сыға: ярты йылдан йәш ҡатын ошо дауаханаға килеп эләгә. Ул: “Был ир минең киләсәгемде ҡайҙан белде икән? Әллә ул мине ауырыуҙарҙың хәлен аңламай, улар янында рәхәтләнеп көлөп йөрөгәнем өсөн язаланымы икән? Шул көндәрҙе ҡайтарып булһа, өмәлә йүгереп йөрөп эшләр инем, тауышымды ла сығармаҫ инем”,-тип иланы ул.

Тиҙҙән ҡатынды ире ҙур ергә дауалауға алып киткәнен белдем. Тәүбәгә килгәнен күреп, юғары көстәр уға ярҙам иткәндер, ул аяҡҡа баҫҡандыр тип ышанам.

Л.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: