Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
5 Май 2023, 21:30

Ҡара көскә лә яҡтылыҡ кәрәк...

-Ҡыҙыҡ һеҙ, әҙәм балалары, бер ерҙе йүнәлтеп икенсе урынды эшлектән сығарған иҫәпһеҙ-хисапһыҙ дарыуҙарҙан, уколдарҙан, хатта ярты ғәрип иткән “химиянан” ҡурҡмайһығыҙ, ә күптән баҡыйлыҡҡа күскән йәндәрҙән шомланаһығыҙ. Бына һин дә бала саҡтан ҡараңғылыҡтан, өйҙә яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡаһың. Ә ни өсөн икәнлеген беләһеңме?..

Ҡара көскә лә яҡтылыҡ кәрәк...
Ҡара көскә лә яҡтылыҡ кәрәк...

ҠАРА КӨСКӘ ЛӘ ЯҠТЫЛЫҠ КӘРӘК...

Сәләмәтлеге ҡаҡшаған, табиптар йүнәлеү-йүнәлмәү мәсьәләһен “иллегә илле” тип кенә ҡуйғанда, йәнәһе “йә, йәшәйһең, йә үләһең” тигән ҡарар сығарғанда, кеше тормошҡа сытырман йәбешә. Көн һайын атҡан таңды элек ғәҙәти күренеш итеп ҡабул итһәң, хәҙер ҡояш нурҙарының тәҙрә аша төшөүен дә мөғжизә итеп ҡабул итәһең. Халыҡ дауалауын барлап быуаттар төпкөлөнә тиклем барып етәһең. Таныш-тоношоңдан ишеткән бар әбей-бабайҙар йөрөп сығыла, элек уйлап та бирмәгән доғаларҙы ятлай башлайһың. Үткән тормошоң һәр көнө менән барлана һәм “эх” тип терһәкте тешләр мәлдәрең күп булыуын аңлап, төшөнкөлөккә бирелә башлайһың...

Нәҡ шундай хәлгә ҡалғанда был донъяның асылып бөтмәгән сере, тылсымы күп икәнлеген тояһың. Эйе, йәшәү менән үлем араһында торған кешенең һиҙгерлеге бик ныҡ көсәйә. Бәлки, ул фани һәм мәңгелек донъя араһындағы тағы бер үлсәмгә лә барып эләгәлер.

-Һиңә ярҙам итә алған кешене беләм. Дөрөҫөрәге – йәнде. Һәр кемгә ярҙам итмәй ул, хатта киреһенсә, ул әҙәм балаларын юлдан яҙҙырыу менән шөғөлләнә.

-?..

-Аптырама. Ҡайһы саҡта ҡара көскә лә әҙерәк яҡтылыҡ кәрәк. Көн төнһөҙ була алмаған кеүек, яуызлыҡ – яҡшылыҡһыҙ, ә яҡшылыҡ – яуызлыҡһыҙ юҡҡа сығыр ине. Был ғаләмдәге тигеҙлекте тотоп тора. Яуызлыҡ артыҡ хаттин ашып китһә, яҡшылыҡ юҡҡа сығыр ине, шул уҡ ваҡытта ер йөҙөндә тик изгелек кенә ҡалһа ла, тейешле тигеҙлек юҡҡа сығып, донъя пыран-заран килер ине...

Күңелдә уйнаған буранды еңеп бер ни ҙә әйтә алмайым. Йондоҙҙарға ҡарап кеше яҙмышын әйтә алған кешегә лә ышанырғамы-ышанмаҫҡамы, тип уйланам. Боролоп та сығып китер инем, һуңғы өмөтөм уның ҡулында икәнлеген ике йыл эсендә барлыҡҡа килгән үтә лә һиҙгерлегем белдерҙе. Йондоҙҙарҙы уҡыусы көлөмһөрәп ҡарап:

-Ҡыҙыҡ һеҙ, әҙәм балалары, бер ерҙе йүнәлтеп икенсе урынды эшлектән сығарған иҫәпһеҙ-хисапһыҙ дарыуҙарҙан, уколдарҙан, хатта ярты ғәрип иткән “химиянан” ҡурҡмайһығыҙ, ә күптән баҡыйлыҡҡа күскән йәндәрҙән шомланаһығыҙ. Бына һин дә бала саҡтан ҡараңғылыҡтан, өйҙә яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡаһың. Ә ни өсөн икәнлеген беләһеңме?

Быныһын ҡайҙан белә икән, тип аптырап баш ҡына сайҡайым.

-Сөнки бала саҡта күргән утлы орсоҡ хаҡында онота алмайһың. Ә ул бары тик һиңә хәҙер ярҙам итергә әҙер булған аҙашҡан йән ине...

Утлы орсоҡ... Эйе, ҡараңғы төндә уянып, иҙәндә утлы орсоҡ булып зыр әйләнгән нимәнелер күреп бер нисә секундҡа аңымды юғалтҡандай булғайным. Унан һуң төндәрен ишек алдында кемдер ай дауамында кәртә-ҡура яғында бер туҡтауһыҙ шаҡылдап йөрөнө. Ел түгел, ә ниҙер аңлашылмаған күренеш икәнлеген бар йөрәгем менән һиҙһәм дә, миңә ышанған кеше булманы. Әйтерһең, утлы орсоҡ та, аңлайышһыҙ тауыш та, тик мине эҙәрлекләне. Шунан һуң ҡараңғылыҡтан ҡурҡыу килде шул...

-Ни өсөн миңә ярҙам итергә әҙер һуң ул? Уның өсөн теге донъяла минең йәнемә талашмаҫмы икән?

Ситтән берәү тыңлап ултырһа, ике аҡылһыҙҙың һөйләшеүе, тип уйлап яныбыҙҙан артына ла ҡарамай ҡасыр ине, моғайын. Әммә һуңғы һаламға йәбешкәндә, йондоҙҙар һанаусы ер йөҙөндәге иң көслө табиптан да юғарыраҡ булып күренә шул.

-Юҡ, йәнеңә талашмаҫ. Әйттем бит, яуызлыҡҡа ла яҡтылыҡ кәрәк. Һинең кескәй сағыңда йөрәгеңә һалған шом-ҡурҡыу өсөн иҫәпләшергә уйлай. Бәлки, уның ваҡытлыса булһа ла, яҡтылыҡҡа өлгәшеүе булыр. Ҡараңғылыҡты яратһа ла, әллә нисәмә йылға бер аҡлыҡҡа ла сарсап ала ул...

Шомланып киттем. Шулай ҙа бизмәндең бер яғына – билдәһеҙ күренештән ҡурҡыу, икенсе яғыңа – ғүмерең, балаларыңды аяҡҡа баҫтырыу ятһа, уның икенсеһе нығыраҡ тарта икән.

-Мин әҙер!

Минең әллә ниҙәр уйлап, йәнем менән алыш-биреш итергә йөрөгәнемде күргән йондоҙҙар һанаусы рәхәтләнеп көлә башланы. Ысынында ла, ҡурҡыныс фильмдарҙағы кеүек ҡорбан килтерергә лә, ҡан ағыҙырға ла йәки ниндәйҙер яманлыҡ эшләргә кәрәк булып сыҡманы. Ә бына зыярат булды, тик төнөн түгел, ә матур, ҡояшлы көндә. Йондоҙ һанаусының һүҙҙәрен хәтеремә ала-ала, бейек үләндәр аша кешеләрҙең мәңгелек тыныслыҡ тапҡан урынына инәм.

-Мин һине ҡурҡыттым, шикелле. Бушҡа шомланаһың, йәшләй генә фажиғәле һәләк булған ҡатынға зыярат ҡылырға кәрәк. Бар хәсрәтеңде шунда ҡалдыр, барыһын да һөйләп бир. Һуңынан уның рухына тип хәйер биреп торорһоң, йыл һайын...-тигәйне йондоҙҙар һанаусы оҙатҡанда.

Һәм бына мин уның ҡәбере янында. Фотоһүрәттә ихлас йылмайған, күҙҙәрен күккә төбәгән, ҡара сәсле йәш ҡатын. Һүҙҙе нимәнән башларға икән, тип аптырап ҡалдым. Уның эргәһенә сүгәләп ултырғас, һүҙҙәр үҙенән-үҙе ағылды ла ағылды. Шул тиклем күңел кисерештәре, һыҙланыу, йөрәк яралары, өмөтһөҙлөк, рәнйеш, төпһөҙ үкенеү хистәре бер йәнгә нисек һыя икән ул?!. Һүҙҙәргә күҙ йәштәренең даръяһы ҡушылды. Үҙем дә һиҙмәҫтән ойоп киткәнмен. Күҙ алдымдан бар тормошом теҙелеп үткәндәй булды, берсә миңә ихлас йылмайған, берсә нәфрәт тойғолары менән аҡайған кешеләрҙең йөҙҙәре лә күренеп ҡалды...

Уйламағанда бар дарыуҙан көслөрәк булып сыҡҡан ҡатындың яҙмышы мине бик ныҡ ҡыҙыҡһындыра башланы. Уның менән “һөйләшкәндән” һуң яңы эшкә килгән тәжрибәһеҙ, әммә барыһын да белергә, ҡурҡмай яҙырға ынтылған журналист сағыма әйләнеп ҡайтҡандай булдым. Ҡара көстән килгән яҡтылыҡ һәм ышаныс, тип ҡуйын дәфтәренә лә яҙып ҡуйған булғанмын икән. Тик уның тураһында яҙырға кәрәклеге, өмөтһөҙлөккә бирелгән кешеләрҙе ошо хәлдән сығарыу өсөн барыһын да бәйән итергә көс быйыл ғына килде.

Бына мин уның тыуған ауылында. Өй бәләкәй булһа ла, ныҡ, тәрбиәле. Бер кем йәшәмәүгә ҡарамаҫтан, “әле бирешмәйем әле” тигәндәй баҫып тора. Тик кешеләр йортто урап үтә, бик матур урында ултырһа ла, өйҙө алырға теләүсе юҡ. Мин мәрхүмәнең сыбыҡ осо туғанын таба алдым. Тик ул тәүҙә ҡатынға туғанлығын инҡар итте, тыңларға ла теләмәне. Тик йөҙәрләгән саҡрымдан килеп, мәғлүмәтһеҙ ҡайтып китергә йыйынмай инем. Унан-бынан сүпләп, ҡатындың яҙмышын аҙ булһа ла, аса алдым.

Уны бала саҡтан “сихырсы” тип йөрөтәләр. Өләсәһен һуғыш йылдарында, бер балаһыҙ пар, Мәғнит юлынан табып алып ҡайта. Ап-аҡ йөҙлө, йәшел күҙле ҡыҙыҡай ошо ғаиләлә тәрбиәләнә, “атай-әсәй” тип үҫә, тиҙҙән ысын башҡортҡа әүерелә. Тик ауыл балалары барыбер уны өнәп бөтмәй, “бесәйгүҙ” тип йөрөтә. Ҡыҙ матур булып үҫеп, буй еткерә. Кешеләр менән аралашып бармаған, яңғыҙы урман-ҡырҙар буйлап гиҙергә яратҡан һылыуҙан барыһы ла ситләшә. Әммә үҙҙәре лә, малдары ла ауырып китһә, тик уға ғына мөрәжәғәт итәләр. Ҡыҙҙың ҡулдары ысынлап та шифалы була, мөғжизәләр тыуҙыра. Ауылдаштары ситкә тибеүгә ҡарамаҫтан, күрше ауыл егете уға ғашиҡ була. Йәштәр өйләнешә, матур итеп йәшәп китәләр. Бер-бер артлы ике ҡыҙы, ике улы донъяға килә. Әсәйҙәренең ҡайҙандыр ситтән килеп юлығыуы ла онотола башлай. Ваҡыт үтә. Өлкәнәйеп, ҡулында ҡәҙерле булып мәрхүм булған тормош иптәшен ерләгәс тә, олоғайған инәй яңғыҙы йәшәүен дауам итә. Ейән-ейәнсәрҙәре уға килергә бик үк яратмай. Тәмле итеп бешеренгән, әммә өндәшмәҫ, телевизор-радиоһыҙ йәшәгән өләсәй оҡшамай уларға. Тик бер ейәнсәре генә һәр ял, каникул һайын уның янына атлыға. Сихырсы ҡушаматын алған ҡыҙыҡай өләсәһенән үләндәр йыйырға, улар менән һөйләшергә, төрлө ауырыуҙарҙы билдәләп, уларҙы дауаларға өйрәнә. Көндәлек тормоштан ситләшеп, тылсым донъяһына ылыҡҡан ейәнсәрен әбекәй бик ярата. Шулай ваҡыт үтә лә үтә. Бер йәй каникулға әле килгән ейәнсәрен өләсәй кире ҡыуа башлай. “Өс көндән килерһең!”,-ти ул. Ә ҡыҙҙың ауылына бер ҙә ҡайтҡыһы килмәй. Кәрәкмәй ул унда бер кемгә лә. Ҡап-ҡара күҙле, ҡап-ҡара сәсле, оҙон, ябыҡ ҡыҙҙы яҡын да килтермәйҙәр. “Ана, минең ҡаҙ бәпкәләремә ҡарағайны, барыһы ла ҡырылып ятып үлде”, “Ә минең быҙауым ауырыны”, “Күршеләрҙең сабыйына ҡараған икән, һаман да ауырый, ти”, “Шул, сихырсы инде, өләсәһенә оҡшап”...

Ошо һүҙҙәрҙе ишетеп, ул ғүмере буйы кешеләрҙе дауалаған өләсәһе өсөн йәне өҙөлә. Ярҙам кәрәк булғанда, инәләләр-ялбаралар, ә барыһы ла һәйбәт булһа – ситкә этәрәләр! Шуға күрә өләсәһе ҡайтарып ебәрһә лә, урманға туҡтап, күптән ҡороп ҡуйған ҡыуышына инеп ауҙы. Төнөн әллә ниндәй ҡурҡыныс төштәр күрҙе, өләсәһенең: “Ниңә генә ҡайтып китмәнең?! Һин бит әле был һәләтте ҡабул итергә әҙер түгел!”-тип ҡысҡырғаны ишетелеп ҡалды. Өшөп уянып киткән ҡыҙ, өләсәһен янына йүгерҙе. Өләсәһе ап-аҡтан кейенгән дә, карауатына һуҙылып ятҡан. Йөрәге ишетелер-ишетелмәҫ тибә ине әле. “Кит, һин әҙер түгел”,-тине ул ейәнсәренә. Тегеһе илауҙан туҡтай алманы. Ике көн, ике төн ултырҙы ул өләсәһе янында. Саҡыртҡан ауыл фельдшеры ла: “Ҡалайтаһың, өлкән кеше бит”,-тиеүҙән башҡа ярҙам күрһәтә алманы.

Өләсәһе бер туҡтауһыҙ һаташты, ҡыҙ аңламаған телдә ниҙер һөйләне, кемделер саҡырҙы, кемгәлер инәлде. Өсөнсө төн еткәс, ҡапыл күҙҙәрен асып: “Таң атҡанда йәнемде бирһәм, яҡшы булыр ине. Төнөн булһа - һаҡлан! Мин ғүмер буйы аҡ көстәргә өҫтөнлөк биреп, ҡараһын баҫырға тырышып йәшәнем. Һин әле йәшһең, күтәрә алмаҫһың. Ҡайт ауылыңа!”-тине лә тағы онотолдо.

Өләсәһе төнөн йән бирҙе. Ошо күренеш ҡыҙҙың буласаҡ тормошон ғына түгел, ә уй-хистәр донъяһын да тулыһынса үҙгәртте. Өләсәһен ерләгәндә кеше күп булманы. Һуңынан ауылда мәрхүмәне яманлап һөйләгән кешеләргә бер-бер артлы ҡаза килә башланы: кемдеңдер бесәненә ут төштө, бәғзеләрҙең малы ҡазаланды. Шуға ҡарамаҫтан телдәре тынмағандарының үҙҙәре бәлә кисерҙе.

Ҡыҙ ауылдаштарын күралмаҫлыҡ хәлгә етте. Ата-әсәһе лә ниңәлер унан ситләште, ҡыҙының сәйер холҡон үҙ итә алманы. Ә ул, әйтерһең дә, кешеләрҙең үҙенә булған насар ҡарашынан, ҡылыҡтарынан көс ала барҙы. Тиҙҙән уға сихырсы ҡушаматы ла оҡшай башланы. Ул ауылдаштарын сәйерһендереп тә, ҡурҡытып та зыяратҡа йөрөнө. Ата-әсәһе бер-бер артлы ҡапыл ғына вафат булғас, “Яңғыҙ йәшәү өсөн үҙе уларҙың башына етте”,-тигән имеш-мимеш таралды. Ҡыҙ көндөҙ күренмәһә лә, төнөн өйөндә ут янды. Кемделер сихырларға, дошманына боҙом ебәрергә йәки ғашиҡ булған кешеһен көсләп яраттырырға теләүселәр күп булғас, ул эшһеҙ ултырманы. Кешеләрҙе тик төндәрен генә ҡабул итте. Ауылдаштары уны күрә алмаһа ла, унһыҙ йәшәй ҙә алманы. Ҡыҙ ауылда кемдең ниндәй йәшертен эштәр ҡылыуын, аҫтыртын уйҙар менән яныуын – барыһын да белеп йәшәне. “Мин һеҙҙең боҙоҡ күңелдәрегеҙҙе үтәнән-үтә күрәм, шуға күрә һеҙ минән ҡурҡаһығыҙ, мине күрә алмайһығыҙ. Мин яуызлыҡты йәшермәй эшләһәм, һеҙ уны ҡаса-боҫа ҡылаһығыҙ. Шулай булғас һеҙҙең минән ниндәй айырмағыҙ бар һуң? Көндөҙ – мәсеттә, ә төнөн минең янымда ураланаһығыҙ. Шуға күрә һеҙ минән дә ҡурҡыныс, сөнки һеҙ ике йөҙлө, Аллаға ла, шайтанға ла табынаһығыҙ”,-тип ҡабатлай ул йыш ҡына.

Йөрәге көндән-көн нәфрәт уты менән янған ҡыҙ кейәүгә сыҡмай. Бәләкәй ҡустыһын ҡарап үҫтерә. Тик уныһы 19 йәштә генә үҙен-үҙе әрәм итеп ҡуя. Бынан һуң йәш ҡатын бөтөнләй үҙенә йомола. Тик кешеләрҙе төндәрен ҡабул итеүен дауам итә. 35 йәше тулған көндө уны үле килеш табалар. “Сихырсыны үлтергәндәр!”,-тигән хәбәр күҙ асып йомған арала бар тирә-яҡты баҫып ала. Енәйәтсе табылмай, әммә ҡатындың өҙгөләнгән, ыҙалатып үлтерелгән тәненән кемдеңдер унан хаттин ашып үс алыуы аңлашыла.

Яңы сәскә атҡан сирендең еҫе башты әйләндерә, күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын сиртә... Кешеләр әйтеүенсә, ошондай мәлдә сихырсы ҡатын боҙом ебәреүҙән туҡтаған, бер кемде лә ҡабул итмәгән. Күрәһең, күңеленең яҡты өлөшө ошо ғәжәйеп сәскәләргә бәйле булғандыр. Йондоҙҙар кәңәше менән мине аҙашҡан йәнгә йүнәлтеүсе лә: “Сирень сәскә атҡан мәлдә генә уның йәне яҡтылыҡҡа ынтыла. Шул ваҡытта ғына һин унан ярҙам һорай алаһың һәм һәр саҡ тик шул ваҡытта ғына уға бағышлап хәйер бир”,-тигәйне.

Ҡара күҙҙәр күккә төбәлгән ҡәберлек янында бәләкәй генә сирень үҫентеләре ҡалҡып сығып, япраҡ яра ла башланы. Эйе, ҡараңғылыҡты үҙ иткән, әммә тереләргә әле лә ярҙам итә алған ҡатындың янына ул яратҡан сирендәрҙе ултырттым. Бәлки, ярамағандыр... Әммә йылына бер мәртәбә булһа ла яҡтылыҡҡа ынтылған, кеше аңы етмәҫ арауыҡтан ярҙамын ебәрә алған йәнде кире ҡараңғылыҡҡа этәрергә теләмәнем. Кешенең иң бөйөк көсө – ғәфү итә белеүҙә...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: