Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
30 Апрель 2023, 21:00

Аңлата алмаҫлыҡ хәл

Иптәшемә һөйләһәм – ышанмай. Нимә эшләргә лә белмәйем. Иптәшем командировкала ине, улым дуҫтары менән ҡырға китте. Мин иртәнсәк этебеҙҙе тышта йөрөтөргә алып сыҡтым. Шул саҡ өсөнсө ҡаттағы фатирыбыҙҙың тәҙрәһенә күҙем төштө...

Аңлата алмаҫлыҡ хәл
Аңлата алмаҫлыҡ хәл

Иптәшемә һөйләһәм – ышанмай. Нимә эшләргә лә белмәйем. Иптәшем командировкала ине, улым дуҫтары менән ҡырға китте. Мин иртәнсәк этебеҙҙе тышта йөрөтөргә алып сыҡтым. Шул саҡ өсөнсө ҡаттағы фатирыбыҙҙың тәҙрәһенә күҙем төштө. Унда аҡ футболка кейгән ир күренде. Ирем яңы китте командировкаға, шуға күрә улым ҡайтҡандыр, тип уйланым. Инһәм, бер кем юҡ. Улымдың бүлмәһе үҙе нисек сығып киткән, шул килеш ята. Аптырап бар ерҙе ҡарап сыҡтым. Бер кем юҡ. Улыма шылтыраттым. Ул: “Әсәй, мин иртәгә ҡайтам тинем бит”,-тип телефонын һүндерҙе лә ҡуйҙы.

Һуңғы осор өйҙә төрлө аңлашылмаған хәлдәр ҡабатлана башланы. Мәҫәлән, сәй ҡуйып китәм, ул үҙенән-үҙе һүндерелә. Сәй яһайым да, плитә яғына боролған арала, өҫтәлдең уртаһында ятҡан ҡалаҡ иҙәнгә төшөп китә. Бер көн бүлмәмдә сағымда ишек асылғаны ишетелде. Бесәйем шул яҡҡа йүгереп сығып китте. Мин дә сыҡтым. Тышҡы ишек бикле, ә урта ишек әҙерәк асылған килеш тора. Мин ҡурҡып туҡтап ҡалдым. Бесәйем дә ыҫылдап бер урында ҡатып ҡалды. Нимә эшләргә – белмәйем! Сөнки ирем дә, улым да миңә ышанмай. Беҙ был фатирҙа ун йылдан ашыу йәшәйбеҙ. Ундай хәл булғаны юҡ ине әле.

Э.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: