Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
17 Апрель 2023, 22:00

Һәр кемдең үҙ серле донъяһы

Элек мин төн ҡараңғылығынан ҡурҡа торғайным, хәҙер төндәрҙе түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Сөнки күҙҙәремде йомоу менән мөғжизәгә барып эләгәм. Көндөҙ кисерештәрем хаҡында уйланып йылмайып ҡына йөрөйөм. Тормошомда барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Элек хәл итә алмаҫлыҡ булып күренгән проблемаларҙы еңел йырып сыҡтым...

Һәр кемдең үҙ серле донъяһы
Һәр кемдең үҙ серле донъяһы

Һәр кемдең үҙ серле донъяһы. Әммә бар ул, бар. Миңә лә был донъяла күпте кисерергә тура килде. Артыма әйләнеп ҡарайым да, аптырайым, шул тиклем һынауҙарҙы нисек үттем икән? Әҙәм балаһының көсө әллә нимәләргә етерлек икәнлегенә инандым. Сөнки уға Юғары көстәр, Йыһан ярҙам итә.

Йәшәү мәғәнәһен юғалтҡас, төрлө кешеләргә мөрәжәғәт иттем. Һуңынан ҡул һелтәнем. Үҙемде иреп бөтөп барған май шәм менән сағыштыра инем. Бер танышымдың кәңәше буйынса йондоҙҙар аша күрәҙәлек итеүсе кеше менән интернет аша таныштым. Тәүҙә уның һүҙҙәрен тыңламаным да, ышанманым да. Ул: “Ни өсөн һеҙ үҙегеҙҙән үҙегеҙ шул тиклем ваз кискәнһегеҙ? Бөгөн төндә мин һеҙҙең бар шик-шөбһәләрегеҙҙе юҡҡа сығарасаҡмын”,-тигәс, көлөп кенә ҡуйғайным.

Минең бар тормошомдо зыр әйләндергән был төндө бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Был күрәҙәсе миңә бар йыһанды күрһәтте, кеше күҙенә күренмәгән төҫтәрҙе асты. “Һин дә ошо Юғары көстәрҙең өлөшө. Ул һине үҙеңде ҡәһәрләп йәшәр өсөн түгел, ә яратып йәшәр өсөн яралтҡан. Һин үҙ-үҙеңде күрә алмаған саҡта, был донъянан китергә теләгәндә, Юғары көстәрҙе инҡар итәһең һәм улар һиңә ярҙам итә алмай...”

Кемдер төш, тиер. Юҡ, мин үҙемде ысынбарлыҡта тойҙом. Элек мин төн ҡараңғылығынан ҡурҡа торғайным, хәҙер төндәрҙе түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Сөнки күҙҙәремде йомоу менән мөғжизәгә барып эләгәм. Көндөҙ кисерештәрем хаҡында уйланып йылмайып ҡына йөрөйөм. Тормошомда барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Элек хәл итә алмаҫлыҡ булып күренгән проблемаларҙы еңел йырып сыҡтым. Шулар өсөн дә кеше илар икән, тип хәҙер үҙемдән көләм. Мине үҙемде нисек бар шулай яратырға, хис-тойғоларҙың ташҡынына бирелергә өйрәттеләр. Бер диндә лә ундай тәғлимәттәрҙе уҡығаным булманы. Юҡ, насарлыҡҡа өйрәтмәйҙәр, киреһенсә, яҡшылыҡ һәр йән, һәр йондоҙ алдында баш эйергә, яманлыҡҡа юл ҡуймаҫҡа, кешене һүҙ менән түгел, ә ҡараш менән дә түбәнһетмәҫкә... Мин яңырҙым. Үлемдең юҡлығына инандым. Һәр таңды йылмайып ҡаршы алам, көнө буйы дәртләнеп йәшәйем, ә төндәрен хистәремә инеп юғалам... Ҡайҙалыр алыҫта, шул уҡ ваҡытта һәр саҡ минең бергә булған Күрәҙәсем-уҡытыусыма рәхмәтлемен. Яратып-яратылып, көндөң дә, төндөң һәр минутынан ләззәт алып, тик яҡшылыҡ ҡылып йәшәгеҙ, кешеләр!

Ә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: