Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
16 Апрель 2023, 21:00

Һыуға батҡан кеше

— Зәйнәп, — тип мөрәжәғәт итте Шәрип. — Хәлде беләһең, өсөнсө йыл ҡоролоҡ. Тәбиғәттә ошондай тәртип бар: ямғыр яуһын өсөн берәйһен һыуға батырырға кәрәк. Ошонда йыйылған халыҡ һинең улыңды ҡорбанға бирергә ҡарар сығарҙы. Ул бөтөнләй файҙаһыҙ кеше, хатта зыян­лы, бушҡа аҙыҡ серетеүсе паразит, исмаһам, үҙенең үлеме менән йәмғиәткә файҙа килтерһен. Буранбай, йәмғиәт өсөн һыуға батырға әҙерһеңме? — Беләһеңме, ҡайҙа кит?..— Буранбай әсе итеп һүгенде...

Һыуға батҡан кеше
Һыуға батҡан кеше

Бына өсөнсө йыл инде ауылды, уның баҡсаларын, иген баҫыуҙарын, бесәнлектәрен ҡоролоҡ яндыра. Ҡасандыр үтә алмаҫлыҡ булып ятҡан һаҙлыҡтар кипте, уларҙың төптәре яланғасланып, ярылып, ташҡа әйләнде, тау түбәләре ҡарайҙы, үләндәрен тамырына тиклем мал ашаған ҡалҡыулыҡтар һырты саңға әүерелде. Колхоз малын алыҫтағы тауҙар артына ҡыуҙылар. Ҡарттар әйтеүенсә, урман дымды тарта, дымды һаҡлай икән. Тик унда шәхси малды алып барып булмай. Ас һыйырҙарҙың баҡырышыуынан хужа­бикәләр үҙҙәре шашыр сиккә етте...

Үткән йылғы ҡоролоҡто нисек тә үткәргәйнеләр әле, өсөнсө йылғы дым ерҙән бөтөнләйгә китмәгәйне — һайыҡҡан һаҙлыҡтарҙағы түмгәктәрҙә күрән баш ҡалҡытты. Һарай, сарҙаҡ, солан мөйөштәренән күптән онотолған, тутығып бөткән ураҡтарын эҙләп табып, кешеләр ошо йәшел массаны сабырға ташланды. Ҡайҙандыр, ялан яҡтарынан колхоз малына һалам ташынылар.

Ә был ҡыш ҡарһыҙ килде, май, июнь айҙарында алыҫ­тағы тау аръяғында ауыр ямғыр болоттары йөрөнө, ялағай ялтланы, йәшен йәшнәне, тик кешеләр ҙур өмөт менән алыҫта яуған ямғырға күпме ҡараһалар ҙа, ул тауҙың был яғына сыҡманы. Ауыл өҫтөнә, ялан-туғайҙар өҫтөнә бер болот әҫәре булмаған яндырғыс зәңгәрһыу быяла ҡаплап ҡуйҙылармы ни?! «Ахырызаман килә, бар тереклек һәләк буласаҡ», — тине ҡарттар, баш сайҡап.

Һирәкләп булһа ла ауылға район түрәләре килеп сыҡҡылай ҙа кешеләрҙең башына төшкән афәтте еңеләйтергә теләгән йөҙ күрһәтә: уйлашырбыҙ, хәл итербеҙ, ярҙамдан ташламабыҙ. Был афәттә бер генә кеше, әйтәйек, предсе­ датель йәки агроном ғәйепле булһа, һис уйламай, алып ырғытырҙар ине. Күк кәнсәләре менән улар ни генә эшләй алһындар инде? Күк етәкселеге ерҙәге чиновник алдында яуап тотмай шул.

Элекке парторг, хәҙер инде пенсиялағы Абдрахманов Шәрип ҡасандыр олатаһынан ишеткән Ҡөрьән аяттарын хәтеренә төшөрҙө лә, ҡарттарҙы йыйып, уларҙы яланға алып китте. Улар, Аллаһы тәғәләнең ярлыҡауына ышанып, аяуһыҙ ҡояш нурҙарынан янған иген баҫыуында доға ҡылды. Юҡ, барыбер ҙә ишетмәне Аллаһы тәғәлә ауыл ҡарттарының ялбарыулы тауышын. Әллә башҡа мәшәҡәт- эштәренән бушай алмай һүҙҙәрен иғтибарға алып етмәне. Июндә ергә бер бөртөк тә ямғыр төшмәне, ә июлдә нимә буласаҡ? Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын...

Июль башында ҡарттар йәнә баҫыуға сығып, доға ҡылды, ҡабаланмай ғына ҡайтыу яғына атлағанда баштарына төшкән әлеге бәлә хаҡында һөйләштеләр.

— Берәйһен һыуға батырмай булмаҫ, — тине араларында иң өлкәне Шәйхислам ҡарт.

— Нисек һыуға?

— Әүәле шундай йола бар ине: ҡоро килгән йылда берәйһе һыуға батһа, биш көн рәттән ямғыр яуа торғайны. Утыҙ бишенсе йылда тап шулай килеп сыҡты. Тирмән быуаһында Абдулхаҡ батты — ямғыр яуҙы. һикһән туғыҙынсы йылда күпер аҫтында ике иҫерек балыҡсы ауға уралып үлде, шунан һуң ямғыр ике аҙна буйы ҡойҙо ла ҡуйҙы. Ә туҡһанынсы йылда Ғәйнетдинов Шәфҡәт батты — ҡоролоҡ бөттө.

— Ә хәҙер ҡайҙа батаһың? Тирмән быуаһы юҡ. Кисә минең ҡарсыҡ йылғаны калоштары менән кисеп сыҡҡан. Күпер аҫтындағы һыу малайҙарҙың кендегенә лә етмәй. Ҡомло карьерға ғына бармаһаң... Унда тәрәнлек биш метрға етә, төбөнән шишмә сыға. Балыҡсы Нәжметдин батмаҫмы икән? Көтәйек.

— Көттөң, көтмәй ни! Нәжметдин йөҙә белә, эсмәй ҙә. Шулай булғас нисек батһын?

Көндәр үтә торҙо, әммә бер кем дә батманы, ирҙәр осрашҡанда асыулы шаяра ла башланы: «Берәйһенең муйынына таш бәйләп, карьерға ташламай булмаҫ! Өтә бит, өтә».

Июль июнгә ҡарағанда ла эҫерәк килде. Көньяҡтан ҡыуан елдәр иҫте, янған баҫыуҙар өҫтөнән ҡара саң-тупраҡ күтәрелеп, юлдарҙа өйөрөлдө.

Элекке парторг Абдрахманов Шәрип менән Шәйхислам ҡарт ауыл түрәһенә керҙе лә, шулай-шулай, берәйһен һыуға батырырға кәрәк, юҡһа барыбыҙ ҙа ҡырылып бөтә­сәкбеҙ, тик береһе лә батмай, нишләйбеҙ, тинеләр.

Ҡасандыр ауыл хужалығы институтын тамамлаған, йәш сағында үҙенең тыуған колхозын алдынғылар рәтенә сығарыу тураһында хыялланған, тик был хыялынан күптән өмөт өҙгән, уңышһыҙлыҡтарынан һәм бахмурҙан асыулы колхоз председателе Салауат, Шәйхислам ҡартҡа мыҫҡыллы ғына ҡарап, былай тине:

— Һин, Шәйхислам ағай, уже артығын йәшәйһең, шулай булғас, ниңә үҙеңә батмаҫҡа?

— Бик батыр инем дә, — тине Шәйхислам ҡарт предсе­дателдең һүҙҙәренә бер ҙә үпкәләмәй, — ҡарсыҡ бар шул. Ул, сырхау ғына нәмә, минең ветеран пенсияһынан башҡа нисек көн күрер икән һуң?

— Бәлки, былайтырғалыр, халыҡты йыйырға ла шыбаға һалырға кәрәктер, ә?! — тине элекке парторг.

Ауыл администраторы Урал, түрәлек креслоһына яңы ғына ултырған йәш егет, йөҙ-сырайына яһалма талапсанлыҡ сығарып, былай тине: — Ундай мөһим сара еңел генә башҡарылмай. Тәүҙә район менән һөйләшергә кәрәк. Һин, Шәрип ағай, парторг булып эшләгән кеше, райком менән килешмәй берәй сара үткәрә торғайныңмы? Юҡ.

— Ул саҡтағы саралар бит партия, дәүләт эше ине, ә был беҙҙең шәхси, ғаилә эше тигәндәй. Кеше бата, батҡас, ямғыр яуа башлай. Бында район етәкселәренең ни хәжәте лә, ни ҡыҫылышы бар?

— Теләһәгеҙ ни эшләгеҙ, тик был эшкә беҙ ҡатнашмайбыҙ, — тине председатель ҡәнәғәтһеҙ генә. — Белегеҙ, был турала һүҙ булманы: һеҙ әйтмәнегеҙ, беҙ ишетмәнек.

Иртәгәһенә элекке парторг идара йорто алдына халыҡты йыйҙы. Кешеләр Шәриптең парторг икәнен яҡшы белә, һаман хәтерләй, иҫке ғәҙәт буйынса һаман уға ышаналар, уны тыңлайҙар ине.

— Йәмәғәт! — тип мөрәжәғәт итте ул халыҡҡа. — Хәлебеҙҙе барығыҙ ҙа яҡшы белә. Ғүмерҙә күрмәгән ҡоролоҡ. Урожайға өмөт юҡ, сәскән игендәребеҙ янып-көйөп бөттө, ямғыр яуһа, үлән күтәрелер әле. Мал-тыуарҙы сығара алырбыҙ, исмаһам. Көҙҙән тупраҡҡа дым һеңеп ҡалһа, ҡыш ҡарлы килһә, киләһе йылда, Алла бирһә, тын алырбыҙ, тим. Былар бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора, йәмәғәт. Тәбиғәттә шундай тәртип бар икән: ҡоро килгән йылда кеше һыуға батһа ғына ямғыр яуасаҡ. Ундай хәл элек беҙ­ҙең ауылда ла булған. Тик быйыл беҙҙә кеше һыуға бат­маны, шуға ла ҡоролоҡ һаман дауам итә. Көсләп бер кемде лә был эшкә күндерә алмайбыҙ. Мин шыбаға тартырға тәҡдим итәм. Ҡатын-ҡыҙ, балалар ҡатнашмай. Ризаһығыҙмы?

Кешеләр өндәшмәне. Улар элекке парторгка тулыһы менән ышанырға өйрәнгәйне, ул грамоталы, фекер-тәҡдимдәрен ихтирам иттеләр, әммә бөгөн әйткәндәре бер ҙә әҙәмсә түгел, шуға ла аптырашта ҡалдылар.

— Ә һин үҙең тартаһыңмы ул шыбағаны? — тип ҡысҡырҙы склад мөдире Мортаза, бер аҙҙан.

— Ә нишләп тартмаҫҡа! — тип яуапланы элекке пар­торг.

— Батаһыңдамы?

— Батам да.

— Ә мин риза түгел! — тип сыйылдап ебәрҙе ҡапыл һауынсы, тракторсы Рифаттың ҡатыны Зөләйха. — Әлеге шыбаға тигәнегеҙ иремә сыҡһа, мин ике бала менән ултырып ҡалайыммы?

— Беҙ ҙә риза түгел! — тип гөжләне башҡа ҡатын-ҡыҙ берҙәм рәүештә.

— Ярай улайһа, — тине Шәрип, тауышы хәҙер ышанысһыҙ сыҡты. — Улайһа мәсьәләне икенсе төрлөрәк хәл итәйек. Һуғышта мөһим, ҡурҡыныс заданиеларға доброволецтарҙы ебәрә торғайнылар. Ротаны теҙәләр ҙә, кем дә кем үҙ теләге менән барырға риза, ике аҙым алға, тигән бойороҡ бирәләр. Сығалар, баралар, үләләр. Бына мин дә шулай тим, кем үҙ ихтыяры менән һыуға батаһы килә?

Йәнә өндәшмәнеләр. Иҫерек Әхәт кенә, давай, һин үҙең бат, шәп булғас, тип әйтеп ҡарағайны ла, халыҡ ҡәнә­ғәтһеҙ генә геүләгәс, ул да хәбәрен дауам итеүҙән тыйылды. Элекке түрәгә, оло йәштәрҙәге ихтирамлы кешегә, үҙ ихтыярың менән үлемгә бар, тип әйтеүе нисектер ҡыйын шул.

Ә Шәрип йәнә һүҙ башланы:

— Арағыҙҙа, бәлки, коммунистар барҙыр? Улар фронтта ла алда булды. Бына һин, Шәрифулла, ҡарт коммунист, был тәҡдимгә нисек ҡарайһың?

— Беҙ фронтта түгел, — тип яуапланы пенсионер Шәрифулла. — Унан килеп, мин ниндәй коммунист? Һинең ул партияң ҡайҙа һуң? Таралды бит...

— Беҙҙең яҡташ Александр Матросов коммунист та булмаған, шулай ҙа күкрәге менән дошман амбразураһын ҡаплап, бөтәбеҙҙе лә Гитлерҙан ҡотҡарҙы. Шуның һымаҡ кем дә булһа беҙҙең балаларҙы ас үлемдән ҡотҡарып ҡалырға тейеш тә инде.

Йәнә өндәшмәнеләр.

Алға колхоз шоферы, хәҙер пенсионер, законға, тәртипкә йәбешеп ятыусы, йыйылыштарҙа һөйләргә яратыусы Ваһапов Хан сыҡты. Уның тураһында, эсе ҡара, кеше хаҡында ғүмер буйы бер йылы һүҙ әйткәне булманы, тип һөйләйҙәр.

— Беҙ бында юҡ-бар һөйләп, нимәгә ваҡыт әрәм итә­беҙ? Шыбаға, доброволецтар, имеш. Ауылда бер нәмәгә эшкинмәгән, ялҡау, эскесе, урлашҡан кешеләр бөткәнме ни? Бына шундайҙарҙың береһен тоторға ла батырырға. И вәссәләм, бөттө-китте.

— Йә, кемде тәҡдим итәһең?

— Ну, әйтәйек, минең күрше Исмәғилде. Айлап эсә. Эшләмәй. Араҡыға ҡайҙан аҡса таба? Значит, урлай. Йәмғиәткә бер тинлек тә файҙаһы юҡ.

— Хайуан, үҙең бат! — тип шайлап ебәрҙе Исмәғилдең ҡатыны Шәүрә, наркологияла дауаланып ҡайтҡан алкоголичка. — Ауылда ләстит һөйләп йөрөүсе бер кеше кәмер, исмаһам.

— Йәмәғәт, тынысланығыҙ. Бик етди мәсьәлә тикшерә­беҙ, бер-беребеҙҙең боғаҙына йәбешмәйек, — тине элекке парторг, геүләй башлаған халыҡҡа ҡарап.

— Ғатаулланың ҡыҙын батырһаҡ? Аҡылға бер төрлө нәмәнән беҙгә ни файҙа? Хөкүмәткә лә зыян. Пенсияны минән күберәк ала, ә аҡсаһын Ғатаулла эсеп бөтөп тора, — тигән тәҡдим индерҙе пенсионер Шайморат.

— Беҙ бит был эштә ҡатын-ҡыҙ менән балалар ҡатнашмай, тип килештек.

— Улайһа, әйҙәгеҙ, Моталлап ҡартты батырайыҡ. Йәшәүе бик оҙаҡҡа китте, үҙе лә үлә алмай йонсой шикелле.

Моталлап ҡартҡа киләһе йыл туҡһан йәш тула. Күптән түгел генә уға операция яһанылар. Һейҙек ҡыуығынан тыш яҡҡа резина шлангы сығып тора, осо шешәгә тығыл­ған. Ҡарт, ихатаһына йәки урам буйына сыҡһа, шул шешәһен тотоп йөрөй.

— Оло кешене үлтереү — гонаһ! — тине Гөлбикә ҡарсыҡ. — Ваҡыты еткәс, Аллаһы тәғәлә һеҙһеҙ ҙә уны үҙ янына саҡырып алыр әле.

— Ниңә йәлләйһең? Ул бит заманында ошаҡ йөрөттө, шикәйәттәр яҙҙы, күп кешене төрмәгә ултыртты.

— Әгәр анау «бизнесмен»ды ҡорбан итһәк? — тип тауыш бирҙе йәнә Ваһапов Хан.— Өсөнсө көн ҡалаға барғайны. Иҫәр тигәс тә иҫәр инде, шешә тулы тоғо менән автобусҡа инеп ултырҙы ла һүгенә, юҡ-бар һөйләй баш­ланы, шунан, салбарын төшөрөп, оят ерен күрһәтергә тотондо. Ә автобуста ҡатын-ҡыҙ, бала-саға. Ундайҙар дурдомда ултырырға тейеш, ултырмай икән, үлтерергә кәрәк — бер файҙалары ла юҡ.

«Бизнесмен» тип олигофрен егетте йөрөтәләр. Ул буш араҡы шешәләре йыя. Бәләкәй ҡул арбаһы һөйрәй ҙә ауыл, ауыл тирә-яғы, йылға буйлап сығып китә, арбаһына шешә тейәп ҡайта, шуларҙы йыуа, тоҡҡа тултырып, ҡалаға тапшырырға алып бара.

— Нишләп файҙаһы булмаһын? — тип ҡаршы төшә был тәҡдимгә ҡырҡ йәштәр тирәһендәге мыйыҡлы Әнүәр, эсмәгән, тартмаған, бөтә эшкә лә ҡулы килешкән ир — балта оҫтаһы, мейес сығарыусы, телевизор ремонтлаусы, етмәһә, картиналар ҙа яҙа.— Ул булмаһа ауылды күптән буш шешәләр баҫыр ине. Хәҙер бит шундай мода китте — өйҙә эсмәйҙәр, яланға сығып эсәләр. Йылға яры буйын да эске урынына әйләндерҙеләр. Бала-саға шуны вата ла һыуға ташлай, шуға аяҡтарын яра. Шулай булғас, шешә йыйыу беҙгә файҙа түгелме ни? Ғаиләһенә лә файҙа: төҫлө телеви­зор һатып алған, энеһенә мопед бүләк иткән.

Ҡаршы төшөүсе булманы Әнүәргә, барыһы ла килеште уның һүҙҙәре менән.

— Һаман аҡыл һатабыҙ, әйтерһең дә, беҙҙең арала файҙаһыҙ кешеләр юҡ, — тип яңынан һүҙ ҡыҫтырҙы Шайморат ҡарт. — Буранбай ошо эшкә ярамаймы ни?

— Бөтә Союз кимәлендәге алкоголик, — тине берәү.

«Бөтә Союз кимәлендәге алкологик» тигән почетлы исемде Буранбай үҙенә үҙе таҡҡан: «Мин, Хәкимов Буранбай, йәғни, Зәйнәпович, Зәйнәпыч, Бөтә Союз кимәлен­дәге алкоголик», — тигән.

Ҡырҡ йәшлек Зәйнәпыч йүнләп бер ҡайҙа ла эшләмәне. Пилорамаға урынлаштырып ҡарағайнылар, колхоз таҡталарын һатып эсте, унан пожаркаға күсте — янғынды йоҡлап ҡалды. Бер мәл «шабашка»ла йөрөнө: эске хаҡына кемгәлер өй, мунса бураны. Әсәһе пенсияға сыҡҡас, пен­сия аҡсаһын тартып алып, эсә башланы, бирмәһә, туҡ­маны. Әсәһенә ҡул күтәргәне өсөн бер йылға ултыртып та ҡаранылар, ҡайтҡас та иҫке ғәҙәтен ташламаны. Атаһын иҫләмәй. Хәйер, ауылда берәү ҙә белмәйҙер уның атаһы кем икәнен. Берәүҙәр, уның тыуыуын был яҡтарға ҡайҙан­дыр килеп сыҡҡан старатель менән бәйләй, икенселәр — урлашҡаны өсөн төрмәгә ултырттылар, шунда үлгән, тип һөйләй. Шуға ла уны, Буранбайҙы, атаһының исеме менән түгел, ә шаяртып, әсәһенең исеме менән Зәйнәпович йәки, ҡыҫҡаса, Зәйнәпыч, тип йөрөтәләр.

— Дөрөҫ, тап уны батырырға кәрәк, нишләп шундуҡ иҫкә төшмәгән? — тигән ауаздар ишетелде халыҡ ара­һынан.

— Улайһа тауышҡа ҡуям, йәмәғәт. Кем дә кем Буранбайҙы һыуға батырайыҡ ти, шулар ҡулдарын күтәрә. Бер тауыштан. Ҡаршылар юҡ.— Ниһайәт, мәсьәләнең осона сыҡҡан элекке парторг ҡәнәғәтлек менән тирә-яғын байҡаны, әйтерһең дә, дәүләт кимәлендәге проблеманы хәл итте. — Ҡайҙа Буранбай?

— Ул юҡ, килмәгән.

— Саҡырығыҙ.

Буранбай идаранан йыраҡ түгел, зыяратҡа бара торған тыҡрыҡтан өсөнсө йортта, йәшәй. Көн иткән йорто сүгеп, ҡыйшайған, етмәһә, ауылда берҙән-бер телевизор антеннаһы булмаған йорт. Уларға кереүсе бик һирәк, юҡ фиғелендә, һуғылғандар ҙа ярлылыҡты, меҫкенлекте күреп: «Нисек йәшәйҙәр, ой, нисек йәшәйҙәр?»— тип баш сайҡап сыға.

Буранбай менән әсәһе өйҙәренән сыҡты ла кеше төркөмөнә ҡушылды. Шешенгән, бит-йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, күҙҙәренә ҡан һауған, һәләмә кейемле Буранбай сүп-сар, ашанты ҡалдыҡтары ырғытҡан соҡорҙан пәйҙә булған ниндәйҙер сәйер бер йән эйәһе кеүек. Бөтәшер сиккә еткән ҡыҫыҡ күҙ ҡараштары буш һәм томанлы, ҡан тамырҙары бүртеп торған ҡулдары туҡтауһыҙ ҡалтырай.

— Ниндәй митинг был? — тип мөгөрләне Зәйнәпыч.

— Һине һыуға батырырға хәл иттек! — тип ҡысҡырҙы халыҡ араһынан берәү.

— Нисек батырырға, ҡайҙа?

— Араҡыла.

— Араҡыла булһа, ярар, — тип ҡәнәғәт яуапланы Бу­ранбай, шунан саҡ ҡына өндәшмәй торҙо ла. — Араҡыла мөмкин, мин риза, — тип өҫтәне.

Буранбайҙың әсәһе, Хәкимова Зәйнәп, йәш сағында, күрәһең, мөләйем генә ҡатын булғандыр, тик хәҙер, илле ете йәшендә, етмеш йәшлек әбей һымаҡ. Ҡара күҙҙәре һаҡ, ҡурҡып ҡарай. Улы һымаҡ ул да һәләмә кейемдә, ситса күлдәге күп йыуыуҙан төҫһөҙ сепрәккә әйләнгән, сал төшкән башына уңған, билдәһеҙ төҫкә ингән яулыҡ ябын­ған. Дөйөм был төҫһөҙлөккә таушалған зәңгәрһыу йөн джемпер, ҡолаҡтарындағы эре һары быяла алҡалар ғына йән биргәндәй. Ҡатын кәүҙәгә бәләкәй — эргәһендә торған үҫмер малайҙан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ.

Зәйнәптең дә, уның улы Буранбайҙың да алдағы көндәрҙә йүнле тормош менән йәшәмәйәсәге, йәшәй алмаясағы күренеп тора ине.

— Зәйнәп, — тип мөрәжәғәт итте Шәрип. — Хәлде беләһең, өсөнсө йыл ҡоролоҡ. Тәбиғәттә ошондай тәртип бар: ямғыр яуһын өсөн берәйһен һыуға батырырға кәрәк. Ошонда йыйылған халыҡ һинең улыңды ҡорбанға бирергә ҡарар сығарҙы. Ул бөтөнләй файҙаһыҙ кеше, хатта зыян­лы, бушҡа аҙыҡ серетеүсе паразит, исмаһам, үҙенең үлеме менән йәмғиәткә файҙа килтерһен. Буранбай, йәмғиәт өсөн һыуға батырға әҙерһеңме?

— Беләһеңме, ҡайҙа кит?..— Буранбай әсе итеп һүгенде.

— Нисек инде батырырға? — тип аптыраны Зәйнәп. Улы иңенә төшкән яза мәғәнәһе уға һаман барып етмәй ине шикелле.— Минең улымды батырырға әйтәһегеҙме ни?

— Эйе, һинең улыңды шул. Халыҡ бер тауыштан ҡул күтәрҙе, значит, батырабыҙ! — тине элекке партком ышаныслы итеп.

— Нисек?.. Ул бит минең берҙән-бер балам. Мин уны йөрәгем янында йөрөттөм, ауыр таптым, ә һеҙ һыуға ташларға йыйынаһығыҙ. Юҡ, мин риза түгел!

— Әгәр быйыл ямғыр яумаһа, киләһе йыл бер нәмә лә үҫмәй, значит, беҙ һәммәбеҙ ҙә астан ҡырыласаҡбыҙ. Дәүләттән ярҙам көтәһе юҡ, элекке ваҡыттар үтте ҡул һоноп ятырға, хәҙер үҙебеҙ...

— Ҡырылһаҡ ҡырылырбыҙ, тик улымды бирмәйем!

— Зәйнәп, һуғыш ваҡытында беҙҙең әсәләр, минең ризалығым юҡ, тимәне. Ана, обелиск тора, унда йөҙҙән ашыу фамилия яҙылған, улар барыһы ла яу яландарында баштарын һалды, үҙҙәрен беҙ тере ҡалһын тип ҡорбан итте,— тине Шәрип, парторг сағында һөйләгәнсә тамаҡ төбө менән.

— Барыбер ризалығым юҡ!

— Ә һеҙ Буранбайҙың үҙенән һорағыҙ, ул үҙе ризалыр, бәлки, — тине тракторсы Садиҡов Шәфҡәт. — Эй, Буран­бай, батырға теләйһеңме?

Буранбай был эште һаман ысынға алмай ине шикелле, йәки аҙағына тиклем төшөнөп етмәйҙер. Алдындағы бер нөктәгә текәлгән дә тик тора — уны бахмур бөгә, бахмур ҡалтырата.

— Ул ниндәй балаң булһын инде? Пенсияңды эсеп бөтөрөп тора, етмәһә, туҡмай, — тип хәбәрен яңынан теҙҙе Шәрип. — Унһыҙ, исмаһам, кешесә йәшәп ҡалырһың. Ял итерһең. Тормоштоң ни икәнен белерһең.

— Ризалығым юҡ!

— Ярай, улайһа һинең ризалығыңдан башҡа ғына батырырбыҙ. Халыҡ хәл итте инде. Бармаһа, тотоп бәйләрбеҙ ҙә, муйынына таш аҫып, карьерға ташларбыҙ. Шулаймы, йәмәғәт?

— Эйе, шулай! — тигән тауыштар ишетелде төркөмдән.

Зәйнәп йәнә аптырап ҡалды, бәләкәй йөҙөндәге йыйырсыҡтары тартышты, тешһеҙ ауыҙы ҡыйшайҙы, ирен­дәре дерелдәне. Ул ҙур ҡыйынлыҡ менән төкөрөгөн йотто ла, улына нәфрәтле ҡарашын ҡаҙап, ҡысҡырып ебәрҙе: — Батырығыҙ! — шунан баҫҡан ерендә тапанып алды, ҡулдарын һелтәне,— Кеше түгел, хайуан тип тә булмай уны. Хайуандан кешегә файҙа, ә был армиянан ҡайтҡаны бирле ҡыл да ҡыбырлатманы. Ҡанымды эсте. Туҡманы, иҙәнгә һөйрәп төшөрөп, типкеләне. Ҡарағыҙ, ниндәй көнгә ҡалдым мин. Өйҙәге бар нәмәне һатып эсеп бөттө, хәшәрәт! Һыйырҙы һаттыҡ — яңғыҙым бесән әҙерләй алмайым. Колхоз утын менән ярҙам итмәһә, беҙ күптән был емерек өйҙә туңып үлер инек. Оҙаҡламай аслыҡтан аяҡ һуҙасаҡбыҙ. Батырығыҙ, мин риза. Ҡотҡарығыҙ мине был паразиттан!

Зәйнәптең һүҙҙәренән кешеләр аптырап ҡалды, сөнки уй-ниәтенең шулай ҡапыл ғына кирегә үҙгәреүен һис көтмәгәйнеләр. Байтаҡ ҡына тын торғандан һуң элекке парторг Буранбайға өндәште:

— Күрәһеңме, хатта үҙ әсәйең дә һинән баш тарта. Бат, үҙеңде көс менән алып барып ырғытыуҙан ҡотҡар беҙҙе. Ямғыр яуһа, һәйбәт итеп телгә алырбыҙ, рәхмәттәр уҡыр­ быҙ. Бындай үлем хайуандарса эсеп үлеүгә ҡарағанда яҡшыраҡ бит.

— Баш төҙәтергә табаһығыҙмы һуң? — тип мөгөрләне Зәйнәпыч.

— Табабыҙ. Күпме теләйһең, шунса. Тик бат ҡына.

— Өс шешә... Минең үҙемә лә бындай тормош ялҡтырҙы.

Аҡса йыйҙылар, кемдер магазиндан өс шешә араҡы алып килде. Шуларҙың икәүһен Буранбай бысраҡ салба­рының кеҫәләренә тыҡты, өсөнсөһөн тештәре менән асты ла, шешә ауыҙынан ғоролдатып эсә-эсә, өйө яғына атланы. Ул ҡуҙғалғас, кешеләр ҙә таралыша башланы. Атлай-атлай батырға тейешле Буранбай тураһында һөйләштеләр. Берәүҙәр, күрегеҙ ҙә тороғоҙ, алдаясаҡ ул, батмаясаҡ, зерә алып бирҙек араҡыны, тине, икенселәр, батасаҡ, ҡайҙа барһын, ә Ваһапов Хан, өс шешәнән һуң бер нәмә белмәй йоҡлаясаҡ, иртәнсәк килербеҙ ҙә бәйләп карьерға алып барырбыҙ, тине.

Төнөн кешеләр күк күкрәүгә, йәшен йәшнәүгә, тәҙрә быялаларына көлтә-көлтә ямғыр бәреүенә уянды. «Аллаға шөкөр, — тип шыбырлашты улар. — Рәхмәт инде Буран­байға, беҙҙе тыңланы, яуҙырҙы бит!» Йәшен зыярат эсендә үҫкән ҡарағастың осон атып төшөрҙө, подстанцияның трансформаторын яндырҙы, ҡайһы кешеләрҙең ҡыйыҡта­рынан һыу аҡты, тауҙан урғылған ташҡын тыҡрыҡтың теге осонда йәшәгән Рамазанова Хәҙисәнең ихатаһын баҫты, баҙына төштө.

Таң атыуға ямғыр тымды, дөрөҫөрәге, ялҡау, ваҡ һибәләүгә күсте. Ә төш етер алдынан, көн ҡабағы тамам асылғас, кешеләр багорҙар алып ҡомло карьерға китте — бат­ҡан кешене һыу төбөнән һөйрәп сығарып, ерләргә кәрәк ине. Әммә яр башында улар ямғыр һыуы менән тулы иҫке калоштарға, бер-береһенең өҫтөнә тәртипле итеп һалынған төҫһөҙ яулыҡҡа, зәңгәрһыу йөн джемперға, эре һары быяла алҡаларға ғына тап булды...

Ә Буранбай Зәйнәпыч был мәлдә, эскән өс шешә араҡыһынан һуң өҫтөнә аҡҡан тамсыларға ла уянмай, ирендәрен сәпелдәтә-сәпелдәтә иҫерек йоҡо менән йоҡлай ине.

ТАЛХА ҒИНИӘТУЛЛИН

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: