Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
13 Апрель 2023, 22:00

Ҡара болот (булған хәл)

Беҙ бала саҡта ситтән күсеп килгән апайға ен эйәләшкән тигән имеш-мимеш таралып китте. Уны әсәй-өләсәйҙәр һөйләй инде, беҙ ипләп кенә тыңлап йөрөйбөҙ. Бер көн мулла бабайҙың бер өлкән әбей менән шул апайға инеп барғанын тәҙрә аша күреп ҡалдыҡ...

Ҡара болот (булған хәл)
Ҡара болот (булған хәл)

Дауалаусы, өшкөргән әбей-бабайҙар тураһында яҙылғас, мин дә бала сағымды иҫләп ултырҙым әле. Ысынлап та, беҙҙең заманда барып бармаҡ, ҡулды урынға ултыртыу өсөн һирәктәр дауаханаға йөрөнө. Бар ҡартатайҙар-өләсәйҙәр быны яҡшы эшләй ала ине. Ниңә хәҙер улай түгелдер инде? Күрәһең, кешеләрҙең һәләте бөтәлер.

Һүҙем бер мулла бабай тураһында. Беҙ бала саҡта ситтән күсеп килгән апайға ен эйәләшкән тигән имеш-мимеш таралып китте. Уны әсәй-өләсәйҙәр һөйләй инде, беҙ ипләп кенә тыңлап йөрөйбөҙ. Бер көн мулла бабайҙың бер өлкән әбей менән шул апайға инеп барғанын тәҙрә аша күреп ҡалдыҡ. Сөнки өйө беҙҙең ҡаршыла ғына. Апайым менән үҙебеҙ ятҡан бүлмәнән йортто күҙәтә башланыҡ. Тик кис ауһа ла, тегеләр һаман сыҡманы. Төнөн апайым мине этеүенә уянып киттем. “Ҡара әле, ҡара!” Үҙенең ҡото осҡан.

Урындыҡҡа ултырып тәҙрә аша ҡарайбыҙ. Ай яҡтыһында өй асыҡ күренә. Уның торбаһы тирәһендә ҡап-ҡара бер нәмә аҫылынып тора. Болотҡа ла оҡшап китә, әммә ҡыбырлаһа имәнес тештәре күренгән кеүек. Апайым менән бер һүҙ өндәшә алмай ҡатып ҡалдыҡ. Һәм ҡапыл баяғы болот бер һыҙыҡҡа теҙелеп өҫкә осоп китте. Беҙ илай башланыҡ. Әсәй уянып әрләп һалып ҡуйҙы. Икенсе көнө теге мулланың ен ҡыуғаны тураһында тағы имеш-мимеш таралды. Бер көн уйламағанда әсәйемә беҙҙе уға алып килергә ҡушҡан.

Әсәй: “Нимә боҙҙоғоҙ!”-тип әрләп алып барҙы. Мулла бабай беҙҙе йылмайып ҡаршы алды һәм ултырып өшкөрҙө.

Әсәйемә ҡарап: “Әрләмә балаларҙы, улар ҡурҡҡан, шулай кәрәк ине”,-тине.

Әсәй уны шым ғына тыңлап ултырҙы. Ул бабайҙы бөтәһе лә ихтирам итә һәм ҡурҡа ине. Бына шундай булды беҙҙең заманда муллалар!

Мөғлифә инәйегеҙ.

Г. Иҫәнгилдина яҙып алды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: