Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Серле донъя
8 Апрель 2023, 17:00

Шомло йорт

Ҡапыл машинала ултырған ҡыҙымдың юҡлығын абайлап ҡалдым. Ҡайһы арала сығып киткәндер. Ҡараһам, теге өйҙөң эсендә йөрөп ята. Ә бит хужаһы өйҙө бикләп сыҡҡайны. Ҡурҡып ҡысҡырып ебәрҙем дә, баламды тиҙ генә инеп алдыҡ...

Шомло йортШомло йорт
Шомло йорт

Булған хәл

Бер мәл шәхси йорт эҙләй башланыҡ. Маҡсатыбыҙ – арзаныраҡҡа бәләкәй булһа ла, өй һатып алыу. Ҡаланың бөтә ерен дә ҡарап бөттөк. Аҡсабыҙға иҫкерәк өй генә килә инде, әммә һаман кеше фатирына түлоәп йәшәгәнсе тип уйлайбыҙ. Эҙләй торғас бер өйҙө өйрәттеләр. Дүрт йәшлек бәләкәс ҡыҙыбыҙҙы алдыҡ та, барып ҡарайыҡ тип сығып киттек. Өйҙөң хужаһының килгәнен көтәбеҙ. Әммә был йорт күргәс тә оҡшап етмәне. Ул өй ҙур ҙа түгел, үҙе иҫке, өҫтәүенә тышы ҡап-ҡара ҡурҡыныс, шомло. Мин иптәшемә: “Миңә оҡшап етмәй, иҫке, ҡурҡыныс”,- тинем, ә ул: “Йыйған аҡсабыҙға шуның һымаҡ ҡына өй килә инде”,-ти.

Көтә торғас өй хужаһы килде. Йорт эсен, тирә-яғын ҡарап сыҡтыҡ. Һөйләшә-һөйләшә урам буйына сыҡтыҡ та, өсәүләп һөйләшеп торабыҙ. Йорт хужаһы әйтә: “Был өйҙә бер ҡатын үлеп ятҡан, шулай булһа ла кешеләр ҡарап тормай, барыбер һатып алып йәшәп китәләр. Һеҙ ҙә ҡурҡмағыҙ, алығыҙ, бер нәмә лә булмай. Күңел тыныслығы өсөн аҙан ҡысҡыртып алһағыҙ”,-ти.

Ҡапыл машинала ултырған ҡыҙымдың юҡлығын абайлап ҡалдым. Ҡайһы арала сығып киткәндер. Ҡараһам, теге өйҙөң эсендә йөрөп ята. Ә бит хужаһы өйҙө бикләп сыҡҡайны. Ҡурҡып ҡысҡырып ебәрҙем дә, баламды тиҙ генә инеп алдыҡ. “Унда нисек индең?!”-тип аптырап һорашабыҙ. Ҡыҙым: “Апай етәкләп индерҙе, ул ишекте асты”,- ти.

Иҫ китмәле хәл: ул өйҙә ниндәй апай йөрөһөн, ни эшләп ул апай беҙгә күренмәй? Өйҙән шунда уҡ баш тарттыҡ. Хужаһы был йортто әллә ҡасандан бирле һата алмай йөрөй. Ул ҡатын ни эшләп ҡыҙымды өйгә индерҙе икән? Кем булды икән ул? Ен йөрөнөмө йәки шул өйҙөң эйәһеме? Һорауҙарым яуапһыҙ ҡалды шул...

З.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас