Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
5 Февраль 2023, 16:45

Текләп ҡарауым етте

13 йәшемдә уның менән баҫҡыста ҡапма-ҡаршы килдек. Ҡараштарыбыҙ осрашты. Мин текләп ҡарағандан ул яҙа баҫып, баҫҡыстан тәгәрәне. Аяғы һынып оҙаҡ ятты ул...

Текләп ҡарауым етте
Текләп ҡарауым етте

Күңел түренән

Мин үгәй әсәй менән йәшәнем. Ике йәштән. Уның минең ысын әсәйем түгел икәнен белмәнем. Әммә ун йәш тирәһендә барыһын да күршеләрҙән белдем. Атайымдың миндә эше булманы. Үгәй әсә тапҡан ҡустымдан айырылманы.

Үгәй әсәй мине кеше күрмәгәндә бороп-бороп семтей, баҫҡыстан этеп төшөрә, сәссемдән һөйрәп туҡмай торғайны. Кемгәлер әйтһәң, үлтерәм тигәс ҡурҡа инем. Ә, бәлки, кескәй саҡтан туҡмалғас өйрәнгәнмендер ҙә. Ул мине сиғандарға һатам тип ҡурҡыта торғайны. Ул туҡмаған һайын, мин өндәшмәй, иламай торғайным, иренемде ныҡ итеп тешләүҙән ҡан ғына аға ине. Үгәй уның оторо ярһып “һин бит мәскәй, шуға түҙәһең, ауыртыуҙы һиҙмәйһең” тип туҡмай ине.

13 йәшемдә уның менән баҫҡыста ҡапма-ҡаршы килдек. Ҡараштарыбыҙ осрашты. Мин текләп ҡарағандан ул яҙа баҫып, баҫҡыстан тәгәрәне. Аяғы һынып оҙаҡ ятты ул. Икенсе ваҡыт өҫтәл артында мине нимәлер тип мыҫҡыл итте. Мин уға текләп ҡараным һәм ул яһап торған сәйенең ҡайнар һыуын бот араһына ауҙарҙы. Оҙаҡ ыҙаланы. Шул саҡ мин ҡарашымда ниндәйҙер көс барлығын тойоп алдым. Ысынлап та миңә насарлыҡ әйткән кешеләргә текләүем була, уларға ниҙер була. Үгәй әсә хәҙер миңә бер һүҙ әйтергә лә ҡурҡа. Сөнки минең ҡарашымдан уны бесәйебеҙ тешләне, үгеҙ һөҙҙө, тайып ҡулын да һындырҙы. Бәлки, ул мине мәскәй тип туҡмап, мин ысын мәскәйгә әйләнгәнмендер?

Илона.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: