Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
28 Ғинуар 2023, 20:00

Ҡалғанын турғайға бир

Мин аптырап ҡалдым. Ысынлап та тәҙрә төбөнә бер турғай килеп аптырата ине. Мин тәҙрәнең дә, уның төптәренең дә эсле-тышлы ялтырап, таҙа булыуын яратам. Шуға күрә турғайҙы ҡыуып ебәрә инем...

Ҡалғанын турғайға бир
Ҡалғанын турғайға бир

Имсегә мөрәжәғәт итеп, бәпәйле булған Тәслимәнең (исеме үҙгәртелде) аптыратты тиһәм бар хистәремде әйтеп тә бирә алмам. Ғәжәйеп хәл! Быны фән йөҙөнән аңлатып та булмайҙар...

- Оҙайлы ваҡыт балаға уҙа алманым. Дауахананы тапай-тапай хәл бөттө. ЭКО эшләттем, уңышһыҙ булып сыҡты. Сираттағыһын эшләтергә, ваҡыт оҙаҡ ине әле. Сөнки бушлай эшләткәндә сиратта тораһың. Әхирәтем бер әбейгә барырға тәҡдим итте. Ул имләү-һылау менән шөғөлләнә икән. Мин дә, ирем дә ундай-бындай нәмәгә ышанмайбыҙ. Шуға күрә әхирәтемдең тәҡдимен көлкө итеп ҡабул иттем. Тик ул ҡуйманы: “Барып ҡара һуң! Ул күрәҙәсе түгел, ә дини инәй. Башҡорттар элек-электән имләү, һылау менән шөғөлләнгән бит. Нимәһенән ҡурҡаһың?”-тип өгөтләне.

Бәпес һөйөргә теләү еңде – әбейгә киттек. Өс көн йөрөнөм уға. Эсемде һыланы, үләндәр эсерҙе. Унан: “Тәҙрә төбөңә күптән бер ҡошсоҡ килеп йөрөй икән. Өркөтмә һин уны, иптәшең менән төшкө ашты ашап бөткәндән һуң өҫтәлдә ҡалған валсыҡтарҙы тәҙрә төбөнә һал”,-тине.

Мин аптырап ҡалдым. Ысынлап та тәҙрә төбөнә бер турғай килеп аптырата ине. Мин тәҙрәнең дә, уның төптәренең дә эсле-тышлы ялтырап, таҙа булыуын яратам. Шуға күрә турғайҙы ҡыуып ебәрә инем. Әбей һораулы ҡарашыма яуап бирмәне, намаҙ ваҡыты етеп килеүен белдереп, мине ҡайтарып ебәрҙе. Төшкө ашты ашағас икмәк валсыҡтарын тәҙрә төбөнә һалдым. Турғай шунда уҡ килеп етте лә, уларҙы ашап, юҡҡа сыҡты. Башҡа бер ҡасан да килмәне. Ә тиҙҙән: мин үҙемдең ауырлы икәнемде белдем. Шуға күрә хәҙер төрлөсә уйлап ҡарайым. Әллә турғайҙа минең бәпесемдең йәне булдымы икән? Миңә күсә алмай йөрөнөмө икән? Әбекәйҙән һорап булмай, ул мәрхүмә булып ҡалған (урыны йәннәттә булһын). Бына шундай ғәжәйеп хәлдәр ҙә була донъяла.

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: