Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
27 Ғинуар 2023, 22:45

ӘСӘ ДОҒАҺЫ

Иртәнсәк мине әсәйемдең әхирәте табып алды. Йөҙө борсоулы. Мине дауаханаға алып китте. Төнөн әсәйемдең хәле ҡапыл ауырлашып, ниндәйҙер мәлгә йөрәге туҡтап, көскә яңынан эшләтеп ебәргәндәр икән...

ӘСӘ ДОҒАҺЫ
ӘСӘ ДОҒАҺЫ

Әсә доғаһы

Ғәлиәнең һөйләгәндәрен тетрәнеп тыңланым. Донъяла ниҙәр генә булмай икән ул...

- Ул ваҡиғаны, егерме йыл үтһә лә, ҡурҡып иҫкә алам. Уйламағанда әсәйем ауырып, дауаханаға эләкте. Мин атайым менән өйҙә ҡалдым. Атай уға тиклем дә йыш эсеп ала торғайны, ә әсәй өйҙә булмағас бөтөнләй айыҡмай башланы. Әсәйем минең өсөн борсолоп көн һайын әхирәттәренә мине ашатырға ҡуша торғайны. Йәй айҙары булғас, унда-бында уйнарға сығып китәм. Дауаханаға барһаҡ, әсәй минең өсөн борсолоп илай. Бер төн атай ҡайтманы. Мин өйҙә яңғыҙым булһам да ҡурҡмай инем. Ҡарап ултырҙым да, өй бысраҡ һымаҡ тойолоп китте. Балаҫтарҙы тышҡа сығарып, иҙән йыуа башланым. Карауат аҫтына инеп йыуа башлағайным, мине ҡапыл нимәлер ныҡ итеп эләктереп алды ла, ебәрмәй ҙә ҡуя. Ҡысҡырам тиһәм – тауышым сыҡмай. Нимә эшләргә белмәйем, тын ала алмайым. Шул саҡ кемдер мине һөйрәп сығарҙы. Мин биҙрәмә барып төштөм. Ҡараһам, ҡаршымда әсәйем баҫып тора. Үҙенең яратҡан халатында, сәстәре оҙон булып таралып төшкән (уның сәсе ул ваҡытта ҡыҫҡа ине). Миңә ҡарап баш сайҡаны ла, томан таралған кеүек, юҡҡа сыҡты.

Мин илап яңғыҙ йәшәгән күрше инәйгә сығып йүгерҙем. Ул мине тынысландырҙы ла: “Эй, балам, төнгө ун икенән һуң иҙән йыуырға, өйҙән сүп-сар сығарырға ярамай. Сөнки был ҡара көстәр ваҡыты. Һин төнгө ун икенән һуң өй йыйыштырып, ен-шайтандарҙы ҡотортҡанһың”,-тине.

Иртәнсәк мине әсәйемдең әхирәте табып алды. Йөҙө борсоулы. Мине дауаханаға алып китте. Төнөн әсәйемдең хәле ҡапыл ауырлашып, ниндәйҙер мәлгә йөрәге туҡтап, көскә яңынан эшләтеп ебәргәндәр икән. Ул хәл мин карауат аҫтында күренмәгән нимә менәндер көрәшкән ваҡытта, унан әсәйем мине килеп ҡотҡарған ваҡытта булған. Әсәйемә хәл ингәс, ошо хаҡта һөйләп бирҙем. Әсәйем: “Мин бит һиңә төнөн иҙән йыуырға, һеперергә ярамай тип әйткәйнем, ҡыҙым”,-тине.

Әсәй дауахананан ҡайтҡас мин уның әхирәтенә: “Ғәлиәнең нимә һөйләгәндәрен мин дә күрҙем бит ул. Ҡапыл донъя ҡараңғыланып китте лә, Ғәлиә упҡынға табан бара, ә уның эсендә шөҡәтһеҙ нәмәләр ултыра, улар ҡыҙымды шунда саҡыралар, һөйрәйҙәр. Мин барып йәбешеп, көскә тартып алдым. Үҙем белгән бар доғаларымды бер туҡтауһыҙ уҡыйым. Шул ваҡытта йөрәгем туҡтаған булған”,-тип һөйләгәнен йоҡлағанға һалышып тыңлап яттым. Ошонан һуң әсәйем дини китаптарҙы йыш уҡый башланы, унан дингә күсте. Мин үҙем дә алты йыл диндәмен. Ә бына атайыбыҙҙы алама ғәҙәтенән ҡотҡара алманыҡ. Уның үлемен дә әсәйем ҡурҡыныс төштәр менән алдан күрҙе.

Гонаһһыҙ бала күңеленә ҡара көстәр йыш зыян килтерә. Шуға күрә доғалар уҡып балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ. Әсәй кеше изге доғаһы менән балаһын дөрөҫ юлға йүнәлтә лә, уны һаҡлай ҙа ала.

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: