Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
25 Ғинуар 2023, 21:00

Был тирмәлә кем йәшәй?

Шул саҡ артта кемдер: “Ҡайҙа бараһың?”,-ти. Мин шунда уҡ: “Ҡайтам”,-тип яуапланым. Ҡапыл тәнем эҫеле, һыуыҡлы булып китте, арҡамдан ҡара тир аҡты, сәстәрем үрә торҙо! Мин бит был өйҙә япа - яңғыҙ!..

Был тирмәлә кем йәшәй?
Был тирмәлә кем йәшәй?

Был тирмәлә кем йәшәй?

Танышым ауыҙынан

- Ошо өйҙөң хужалары икенсе ергә күсеп китте. Йортто беҙ һатып алдыҡ. Документ эштәрен теүәлләнек, ниһайәт, өйлө булдыҡ. Бер көн яңғыҙым йортҡа килдем, ҡараштырып сыҡтым, ул-был эштәрҙе теүәлләнем дә, ҡайтырға сығырға тип ишек тотҡаһына үрелдем.

Шул саҡ артта кемдер: “Ҡайҙа бараһың?”,-ти. Мин шунда уҡ: “Ҡайтам”,-тип яуапланым.

Ҡапыл тәнем эҫеле, һыуыҡлы булып китте, арҡамдан ҡара тир аҡты, сәстәрем үрә торҙо! Мин бит был өйҙә япа - яңғыҙ! Ҡапыл иҫемә килеп, этемә ҡысҡырҙым, уныһы ҡойроғон болғап яныма килеп баҫты, ҡурҡыуым да яйлап юҡҡа сыҡты. Ошонан һуң арыуыҡ ваҡыт өйгә юл төшмәй торҙо. Йәшәп торорға мөйөш бар, күп ваҡытыбыҙ шунда үтә. Һаман улайтып та йөрөп булмай, тиҙҙән һыуыҡтар төшә, мейесте лә йүнәтәһе бар. Бер көн ҡустымдың ике малайын эйәртеп өйгә киттем. Килдем. Бер кем юҡ. Мин шунда уҡ мейес йүнәтә башланым. Малайҙар тышта уйнай. Мейес эшен бөттөм, ут яғып ҡараным. Эшемдән ҡәнәғәт булып ҡайтырға йыйына башланым.

Шул ваҡыт теге таныш тауыш: "Был өйҙөң мөрйәһенән дә төтөн сығасаҡ!", - тип һөрәнләне. Аҙағынан шул тиклем ҡысҡырып көлөү: “һаһ - һа - һа - һаааааааа!”

Яһалма көлөү ҡолаҡты ярҙы. Ул көлөү һаман минең башымдан сыҡмай. Был юлы ул тауышты мин генә түгел, янымда йөрөгән малайҙар ҙа ишетте. Нисектер ҡурҡманым. Хәҙер инде 20 йылға яҡын ошо өйҙә йәшәйбеҙ, башҡаса "өй эйәһе" тауышын ишеткәнем булманы. Беҙҙе үҙ итте күрәһең.

Райхана Булатова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: