Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
18 Ғинуар 2023, 22:00

Ышанмаҫ ерҙән...

Шулай бер иртә сығып киткән ирем кире инде лә, яныма килеп ятты. Сәбәбен һорағас: “Ямғыр тип ҡайтарҙылар”,-тине. Күҙемде асмай ята бирәм. Тик еҫенән был минең ирем түгел икәнлеген аңлап...

Ышанмаҫ ерҙән...
Ышанмаҫ ерҙән...

Етмешкә яҡынлаһам да, теләһә ниндәй серле донъяға ышанып етмәйем. Әммә йәш саҡта үҙем менән булған хәлгә әле лә аңлатыу тапмайым.

Иремдең эше буйынса унда-бында күсеп йөрөнөк. Бер ҡалаға килгәс, ваҡытлыса йәшәргә тип бер йортҡа индерҙеләр. Таҙа, иркен бүлмәләр. Ҡаршы булманыҡ. Тик мин төндәрен тынысһыҙ йоҡлай башланым. Мине кемдер бер туҡтауһыҙ ҡытыҡлай, хатта семтей ине. Һаташам тиер инем, тәнем күгәреп сыға. Өҫтәүенә, шул нимәлер йәки кемдер семтегән мәлдә уянып булмай. Ирем эшкә таң менән сығып китә торғайны. Ә мин әҙерәк ятып алам. Шулай, бер иртә сығып киткән ирем кире инде лә, яныма килеп ятты. Сәбәбен һорағас: “Ямғыр тип ҡайтарҙылар”,-тине.

Күҙемде асмай ята бирәм. Тик еҫенән был минең ирем түгел икәнлеген аңлап, уның арҡаһын һыйпап ҡарайым. Ә ул лыс йөн! Ҡысҡырып, күҙемде асып берһәм – янымда бер кем юҡ. Кис иремә һөйләнем, “һаташҡанһыңдыр” тине лә ҡуйҙы. Башҡаса иремде эшкә оҙатҡас йоҡларға ятманым. Тиҙҙән үҙебеҙгә фатир бирҙеләр. Башҡа минең бындай хәл булманы. Апайым: “Өйҙөң эйәһе һине яратмағандыр”,-тигәйне.

Ирем мәрхүм булып, оҙаҡ йылдар яңғыҙ йәшәйем. Башҡа бер ҡасан да ундай хәлдәргә тарығаным юҡ.

Сабира инәйегеҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: