Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
18 Ғинуар 2023, 19:00

Яҙмышы шул булғандыр...

Шул саҡ асыҡ тәҙрәнән ҙур ап-аҡ күбәләк килеп инде. Ҡанаттары 15-20 сантиметрҙай булғандыр. Ул иптәшемдең башы осонан ураны ла, кире осоп сығып китте. Фельдшер миңә аптырап ҡарап: “Күбәләк булдымы ул?”-тине...

Яҙмышы шул булғандыр...
Яҙмышы шул булғандыр...

Күңел түренән

Иремдә онкология ауырыуы билдәле булғас, нимә генә эшләмәнек. Өмөттө өҙмәй, табиптан-табипҡа, артабан халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт иттек. Әммә ҡәҙерлем һүнгәндән-һүнә барҙы. Яратҡан кешемә ярҙам итә алмайым үҙәгемде өҙә ине. Уға күрһәтмәй йыш иланым да иланым. Йыш ҡына Хоҙайға мөрәжәғәт итеп: “Ни өсөн минең ирем? Әле бит иллеһе лә тулмаған!”-тип ярһыным.

Бер төн төш күрәм. Шул тиклем асыҡ, сағыу төҫтәр менән. Бер ҙур, әллә нисә ҡатлы йорт эсендә торам икән. Минән башҡа ла кешеләр күп. Беҙҙең алда ниндәйҙер илаһи зат тора. Ул сағыу нурҙар тарата. Уның фәрештә икәнен аңланым. Барыһы ла фәрештәгә һорауҙар бирә. Мин дә: “Ирем ауырыуҙан йүнәлһен инде. Ярҙам ит!”-тинем.

Тик: “Юҡ, һинең иреңдең ерҙә йәшәй торған ваҡыты үтеп бара. Уға ҡарата хөкөм сығарҙылар инде”,-тигән яуап алдым.

Мин ярһып илай башланым. Фәрештә миңә: “Әйҙә, мин һиңә уның йәшәйәсәк урынын күрһәтәм”,-тип мине өҫкә күтәрҙе.

Яҡты ҡояш, зәңгәр күк, бар ерҙә ап-аҡ матур йорттар һәм сәскәләр, сәскәләр, сәскәләр...

Мин тынысланып уяндым. Иптәшем йәйгеһен мәрхүм булды. “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡан инем, бер егет килде. Фельдшер иремә һуңғы уколын яһаны. Шул саҡ асыҡ тәҙрәнән ҙур ап-аҡ күбәләк килеп инде. Ҡанаттары 15-20 сантиметрҙай булғандыр. Ул иптәшемдең башы осонан ураны ла, кире осоп сығып китте. Фельдшер миңә аптырап ҡарап: “Күбәләк булдымы ул?”-тине. Ә минең күңелем тынысланды. Хәҙер барыһын да аңланым. Кеше мәрхүм булғас та, уның йәне артабан йәшәй. Ҡылған ҡылығына ҡарап, моғайын, шундай ап-аҡ әкиәти йорттарҙа йәшәйҙер.

Р.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: