Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
18 Ғинуар 2023, 17:35

Һүҙендә торҙо

Теге донъя ысынлап та булһа, миңә берәй сигнал бирерһең, йәме”,-тиеүемә, олатайым: “Ярай, мин һиңә, шофер булараҡ, фарҙарҙы яҡтыртып, һүндерермен”,-тип йылмайҙы...

Һүҙендә торҙо
Һүҙендә торҙо

Күңел сере

Биш йыл элек олатайым менән шаярып үлем тураһында һөйләшеп киттек. “Һин барыбер минән алда үләсәкһең бит инде. Теге донъя ысынлап та булһа, миңә берәй сигнал бирерһең, йәме”,-тиеүемә, олатайым: “Ярай, мин һиңә, шофер булараҡ, фарҙарҙы яҡтыртып, һүндерермен”,-тип йылмайҙы.

Өс йыл элек олатай ҡапыл ауырып китте. Бер төн йоҡламай компьютерҙа ултыра инем, ут өс мәртәбә һүнеп янды. Иртәнсәк олатайымдың төндә миндә ут һүнгән ваҡытта дауаханала мәрхүм булғанын белдем. Олатайымдың ҡырҡын уҡытҡанда электр уты 10 секундтай һүнеп алды. Олатай һүҙендә торҙо – миңә теге донъянан сигнал бирҙе.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: