Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
24 Декабрь 2022, 17:55

Хырылдап ... аптыратты

Ҡәйнәм ғәҙәттә унда йоҡларға ята ла, шунда уҡ хырылдай башлай торғайны. Был юлы ла шулай башланды. Аптырап иремә әйттем. Ул ышанманы, әммә ишеткәс аптырап та ҡалманы...

Хырылдап ... аптыратты
Хырылдап ... аптыратты

Аптыраҡ хәл

Ҡәйнәм мәрхүмә булып ҡалды. Аптырарлығы юҡ – һикһән йәште үткән ине. Тик уның үлеменән һуң аңлашылмаған нәмә башланды.

Ҡәйнәм ныҡ хырылдап йоҡлай торғайны. Ерләгәндән һуң ике-өс бер ни ҙә һиҙелмәне. Ерләү, алыҫтан килгән ҡәйенбикәләрҙе хөрмәт итеү менән арылған ине. Унан һуң ҡәйнәмдең бүлмәһенән уның хырылдаған тауышы ишетелә башланы. Һәр төн! Ҡәйнәм ғәҙәттә унда йоҡларға ята ла, шунда уҡ хырылдай башлай торғайны. Был юлы ла шулай башланды. Аптырап иремә әйттем. Ул ышанманы, әммә ишеткәс аптырап та ҡалманы. “Ярай, сит кеше хырылдамай ҙа инде, әсәйем” тип ҡуйҙы өҫтәүенә. Әйтерһең, үлгән һәм ерләнгән кешенең был донъяла тауыш сығарыуы ғәҙәти күренеш. Мин дә өйрәнеп киттем инде, ни эшләйһең. Ҡәйнәмдең ҡырҡын уҡыттыҡ. Ошо аят алдындағы төндә һуңғы тапҡыр хырылдағанын ишеттек. Ҡырҡ беренсе көндән юҡҡа сыҡты. Был донъяла йөрөнөмө икән йәне ҡырҡ көнөнә тиклем? Сәйер хәл.

Л.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: