Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
20 Декабрь 2022, 20:35

Пятница - тринадцатое!

Ул икенсе мәртәбә ҡабатлағандан һуң ишек ҡыңғырауы яңғырап китә. Шул уҡ мәлдә ҡурҡышынан айыҡҡан дуҫым әкрен генә ишеккә яҡынлаша. Ә унда хәҙер ишек дөбөрләтә-типкеләй башлайҙар...

Пятница - тринадцатое!
Пятница - тринадцатое!

Дуҫымдың һөйләгәндәренән ҡаһы саҡта ятып көлөрлөк йә иларлыҡ. Шуларҙың береһе.

Минең дуҫым рус милләтенән булараҡ, христиан динен тота. Һәм бына йома, 13-ө йәнәһе лә улар халҡы ҡурҡҡан – пятница, 13-ое!

Был көндө ҡара көстәрҙе саҡырып булғанын белгән дуҫым да байығып китеү өсөн, кәрт уйынында һәр саҡ отоу өсөн шайтанға мөрәжәғәт итергә була. Ял көнө алдынан дуҫтары менән байрам итеп алған йәш ир интернетҡа инеп шайтанды нисек саҡырырға икәнлеген өйрәнә һәм эш башлай. Ниндәйҙер һүҙҙәрҙе өс мәртәбә ҡабатларға кәрәк була. Ул икенсе мәртәбә ҡабатлағандан һуң ишек ҡыңғырауы яңғырап китә. Шул уҡ мәлдә ҡурҡышынан айыҡҡан дуҫым әкрен генә ишеккә яҡынлаша. Ә унда хәҙер ишек дөбөрләтә-типкеләй башлайҙар. Ни булһа ла булыр, тип ишекте асҡан дуҫым алдында ике йыл элек айырылған ҡатыны пәйҙа була. Ул фатирҙан онотоп ҡалдырған нимәһендер алырға килгәнен белдерә.

Дуҫым: “Бына күрәһеңме, мин бит уның менән юҡҡа айырылышмағанмын. Шайтанды саҡырғанда нәҡ уның килеүе осраҡлы түгел бит. Ике йыл буйы шул әйбере кәрәк булмаған да, мин шайтан саҡырғанда иҫенә төшкән!”-тип оҙаҡ тыныслана алманы.

Т.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: