Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
2 Декабрь 2022, 20:00

Шайтандарыңды уятһаң...

Мин бар кешеләрҙе күрә амайым һәм уларҙан үс алам. Миңә ҡара көстәр ярҙам итә. Төндәрен зыяратҡа барып төрлө ритуалдар үткәреп, барыһынан да үс алам. Һинең егетең һине алдағанды, һиңә хыянат иткәнде белдем. Теләйһеңме, мин унан ҡурҡыныс итеп үс алам?..

Шайтандарыңды уятһаң...
Шайтандарыңды уятһаң...

Төрлө хәлдәр була был донъяла. Беҙ аңламағаны, бер ниндәй фән аңлата алмағаны меңләтә күберәк. Һеҙгә шундай хәлгә тарып, ошо күңелһеҙ хәтирәләр менән йәшәгән танышымдың кисерештәрен еткерәм...

Таня менән беҙ бер подъезда йәшәнек. Бала саҡтан барыһынан да ситкә тибелеп үҫте ул. Ата-әсәһенең дә ниңәлер ҡыҙҙарында бөтөнләй эше юҡ ине.

Был йортта минең һәм Таняның йәштәш балалары күп йәшәй ине. Шуға күрә ишек алды шау-гөр килә ине. Әммә Таняны бер кем дә уйынға алманы. Мин генә уны йәлләй һәм бергә уйнай инем. Әммә ике яҡ өләсәй-ҡартатайҙар мине йыш алып ҡайтҡас, өйҙә лә һирәк була инем.

Дөрөҫөн әйткәндә, Таня менән уйнауы еңелдән булманы. Ул туҡтауһыҙ тере мәйеттәр, шкафта йәшәгән йәндәр һәм тағы шуның кеүек ҡурҡыныс нәмәләр тураһында туҡтауһыҙ һөйләй ине. Бесәйҙәрҙән ныҡ ҡурҡты. Ҡара төҫлөләрҙән генә түгел, ә барыһынан да. Бесәйҙәрҙе күреп, аҡырып ҡасҡан ҡыҙҙы эскәмйәлә ултырған әбейҙәр ҙә яратманы. “Аҡылдан шашҡан бала был, ата-әсәһе ҡайҙа ҡарайҙыр?”,-тип йәндәре көйә ине.

Ысынлап та, ата-әсәһе ниңәлер Таняның сәйер ҡылыҡтарын күрһә лә, уны тәрбиәләмәне, тынысландырманы. Мәктәптә ҡыҙҙы барыһы ла рәнйетә ине. Ә ул бер нөктәгә текләп: “Барыһы ла насар, барыһы ҡурҡыныс, ә тиҙҙән был донъяла тағы ла ҡурҡынысыраҡ буласаҡ”,-тип һөйләнер ине. Таняны йәмһеҙ тип үсекләй торғайнылар. Ә бит ул матур ине: ҙур зәп-зәңгәр күҙҙәр, ҡырлас танау, бүлтәйеп торған ҡып-ҡыҙыл ирендәр, биленән аҫҡа төшөп торған оҙон сәс, килешле, матур фигура...

Таня мәктәпте тамалағас та, ата-әсәһе йәһәт кенә ҙур фатирҙарын ике бер бүлмәлегә алмаштырып, ҡыҙҙарын айырым сығарҙылар. Күрәһең, улар ҙа Таняның сәйер холҡонан ялҡып бөткән булғандыр.

Мин уны оҙаҡ күрмәнем. Ҡапыл Таня миңә шылтыратты. Телефонымды ҡайҙан алғандыр инде. Барҙым. Фатирына инеү менән үҙемде насар тойҙом. Ҡап-ҡара ҡорғандар, ҡуйы һоро төҫтәге обойҙар. Был фатирҙа йәш ҡыҙ йәшәгәне һиҙелмәй ҙә ине. Бер генә лә сағыу әйбер юҡ. Мин шампан шарабы һәм торт алып барғайным. Әммә Таня:

- Мин татлыны ашамайым. Шарап та эсмәйем. Мин уларҙың тәмен һиҙмәйем. Бер нәмәнең дә тәмен тоймайым. Әгәр тере ҡалыр өсөн генә ашарға кәрәк булмаһа, бөтөнләй ашамаҫ та инем. Ҡыҙыҡ түгел,-тине ул.

Шулай ҙа шарапты астыҡ. Уны бер-ике уртлаған Таня күптән йыйылып килгән ҡурҡыныс хистәрен миңә ауҙарҙы.

- Беләһеңме, шул тиклем янымда кемдеңдер булыуын теләй инем. Мине ҡаршы алһын ине, исмаһам, хәлең нисек тип һораһын ине. Тик мин бер кемгә лә кәрәкмәй. Эштән ҡайтам да, тәҙрәнән текләп ултырам. Кешеләр көләләр, көйәләр, ғашиҡ булалар, талашалар. Ә мине барыһы ла урап үтә.

- Һуң барыһы ла һинең үҙеңдән тора бит! Аралаш, һөйләш кешеләр менән!

- Юҡ, минән бер нәмә лә тормай! Мин аҡылһыҙ, йәмһеҙ. Башҡалар ҡараған сериалдарҙы ҡарамайым, көлмәйем, йылмаймайым, кемгәлер шиҡаңлауҙы күҙ алдына ла килтерә алмайым. Мин бар кешеләрҙе күрә амайым һәм уларҙан үс алам. Миңә ҡара көстәр ярҙам итә. Төндәрен зыяратҡа барып төрлө ритуалдар үткәреп барыһынан да үс алам. Һинең егетең һине алдағанды, һиңә хыянат иткәнде белдем. Теләйһеңме, мин унан ҡурҡыныс итеп үс алам? Юҡ-юҡ, үлтермәйем, ә уны ғүмер буйы ыҙалап йәшәрлек итәсәкмен? Сөнки һин генә миңә ҡарата һәр саҡ миһырбанлы булдың...

Таняның мине ниңә саҡырғанын аңланым. “Кәрәкмәй” тинем дә, ипләп кенә сығып киттем.

Ярты йылдан Танянан ҡағыҙға яҙылған хат алдым: “Мин китәм. Мин бик күп яуызлыҡ эшләнем. Барыһына ла үҙем ғәйепле, сөнки шайтандарҙы үҙем саҡырып алдым. Улар хәҙер төндәрен генә түгел, ә көндөҙ ҙә килә башланы. Һәм туҡтауһыҙ миңә кемделер үлтерергә бойоралар. Ғәфү итегеҙ мине, кешеләр! Һин дә ғәфү ит! Мин юҡҡа сыҡһам ғына, шайтандарым да юҡҡа сығасаҡ”.

Хатты алғас Таня тураһында һораша башланым һәм уның юғалғанын белдем. Уның тәнен тапманылар. Билдәһеҙ юғалған булып ҡалды...

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: