Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
22 Ноябрь 2022, 21:30

Көҙгөнө ҡайтар!

Көҙгөнө биреп ебәргәндән һуң аҙна тирәһе үткәс, күршем килеп инде. “Нисек әйтергә лә белмәйем, әммә түҙер хәл дә ҡалманы. Иптәшең көн дә төшөмә инә лә..."

Көҙгөнө ҡайтар!
Көҙгөнө ҡайтар!

Кешеләр төрлө сәйер һәм серле хәл-ваҡиғаларға ышанмаһа ла, улар булып тора бит ул.

Минең иптәшем вафат булғанға ун йылдан ашыу ваҡыт үтте. Улым өйләнгәс коридорҙа торған ҙур көҙгөнө йәштәргә бирҙем. Улым менән киленем айырым йәшәй башлаған саҡ ине, һәр нәмәне һатып алып бөтөп булмай бит. Көҙгөнө биреп ебәргәндән һуң аҙна тирәһе үткәс, күршем килеп инде. “Нисек әйтергә лә белмәйем, әммә түҙер хәл дә ҡалманы. Иптәшең көн дә төшөмә инә лә: “Минең ҡатынға әйт әле, көҙгөнө кире урынына ҡуйһын әле. Мин ваҡыты-ваҡыты менән уны ҡарап ала торғайным шул көҙгө аша, хәҙер бер нисек тә күреп булмай”,-тип ҡабатлай үҙе”,-тине.

Ышанмаҫ ерҙән ышанырһың. Сөнки күршем бик һирәк инә беҙгә һәм көҙгөнө биреп ебәргәнде ул бер нисек тә белә алмай ине. Шуға күрә пенсия алғас яңы көҙгө һатып алып йәштәргә бирҙем дә, үҙемдекен алып ҡайттым. Күршем дә башҡа төштәренә зарланманы. Ә миңә нисектер еңел булып ҡалды. Тимәк, үлемдән һуң да ниндәйҙер донъя бар бит.

Р.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: