Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
21 Ноябрь 2022, 19:00

Балаларымды ҡотҡар!

Ир ниңәлер яңы ҡатыны яғын ала һәм балаларҙы һыйҙырмай, рәнйетә башлай. Ә бер көн ҡот осмалы аҙымға бара. Ир ауыл янындағы урманға бара ла, балаларына: “Мин хәҙер киләм”,-тип уларҙы ҡалдырып китә. Ҡышҡыһын! Һыуыҡта!

Балаларымды ҡотҡар!
Балаларымды ҡотҡар!

Әсә йөрәге

"Минең һеңлем сыуаштар араһында йәшәй. Төрлө ғәләмәт донъя, беҙгә ҡыҙыҡ булып тойолған байрамдар тураһында ла унан ишетәм. Ҡайһы бер тарихтарына көләм, бәғзеләренән ҡурҡам, ҡайһылары уйға һала.

Шулай, уларҙың күрше ауылында бер ирҙең ҡатыны үлеп ҡала. Йәш булыуына ҡарамаҫтан. Халыҡ араһында иргә ғашиҡ булған һөйәркәһенең эше тигән шыш-быш китә. Тиҙҙән ир ысынлап та уға өйләнә. Тик үгәй әсә уның биш һәм ете йәшлек балаһын күрә алмай. Ир ниңәлер яңы ҡатыны яғын ала һәм балаларҙы һыйҙырмай, рәнйетә башлай. Ә бер көн ҡот осмалы аҙымға бара. Ир ауыл янындағы урманға бара ла, балаларына: “Мин хәҙер киләм”,-тип уларҙы ҡалдырып китә. Ҡышҡыһын! Һыуыҡта!

Хәтһеҙ ваҡыт үтә. Өшөгән балаларҙың иларға ла хәле булмай. Ә теге ир барыһын да уйлап эш итә. Балалар юл яғынан күренмәй. Тимәк, уларға бер кем дә ярҙам итә алмаясаҡ.

Шул саҡ бер ир машинала ҡайҙандыр ҡайтып барған була. Ҡапыл уның ҡаршыһына бер ҡатын сығып баҫа. Ир көскә тормозға баҫып өлгөрә.

“Зинһар, балаларымды ҡотҡар!”-тип ялбара ул асыулы шоферға. Ир аптырап ҡатын артынан китә. Ҡараһа, ағас төбөндә өшөгән балалар ултыра. Ир йәһәт кенә уларҙы күтәреп ала ла, ауылға ашыға. Ҡатын да кабинаға инеп ултыра. Балаларҙың йортона килеп туҡтап, өйгә инә. Был мәлдә балаларҙың юғалыуы тураһында хәбәр тарала ғына башлаған була. Ауылдаштары уларҙың йортона килеп кескәйҙәрҙе эҙләргә сығырға торған була. Шул саҡ балаларҙы йортҡа индергән шофер уларҙың әсәһенең үлеүен ишетеп аптырап ҡала. Стенала, балалары менән төшкән фотола, үҙен туҡтатҡан ҡатын эленеп тора. Шофер: "Нисек инде үлһен ул?! Ошо ҡатын минең машинаны туҡтатты һәм балалар ултырған ағас төбөнә алып килде. Унан машинала бергә килде",-тип аптырай.

Тиҙҙән барыһы ла асыла, балаларҙы мәрхүмәнең туғандары ала, ә теге ике әҙәм аҡтығы хөкөм ителә.

Әсә йөрәге балаһы өсөн икенсе донъянан да атлығып килеп етергә әҙерҙер, күрәһең..."

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: