Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
18 Ноябрь 2022, 19:00

Мәрхүм ҡартатаһы ҡотҡарғанмы?

Беҙ ҡыуаныстан ниндәй бабай, уның ҡайҙан килеп сыҡҡанын да һорамай, машинаға тейәлә һалдыҡ. Бабайҙың нисектер ҡыҙыҡ барыуына иғтибар иттем. Көрт, ә ул ҡарға батмай. Машинала булһаҡ та, артынан баҫтырып етеп булмай – бабай менән арабыҙ кәмемәй ҙә, артмай ҙа...

Мәрхүм ҡартатаһы ҡотҡарғанмы?
Мәрхүм ҡартатаһы ҡотҡарғанмы?

Һунарға барып, аҙашып киттек. Көн буранлап тора ине. Төштән һуң ҡар тағы ла көсәйҙе, етмәһә һыуытты. Шофер: “Иртәнсәккә тиклем бензин етмәйәсәк”,-тине.

Беҙ өс дуҫ аптырап, көрттә тапанабыҙ. Саҡ күренеп ятҡан юлды ла ҡар ҡаплаһа, бөттөк инде, тип уйланабыҙ. Шул саҡ ситтә бер кешене күреп ҡалып аптыраныҡ. Дуҫым уның янына китте. Килде лә: “Бабай оло юлға сығарасаҡ, артынан барырға кәрәк”,-тине. Беҙ ҡыуаныстан ниндәй бабай, уның ҡайҙан килеп сыҡҡанын да һорамай, машинаға тейәлә һалдыҡ. Бабайҙың нисектер ҡыҙыҡ барыуына иғтибар иттем. Көрт, ә ул ҡарға батмай. Машинала булһаҡ та, артынан баҫтырып етеп булмай – бабай менән арабыҙ кәмемәй ҙә, артмай ҙа. Тиҙҙән оло юл күренде. Юлға сығып барған бабай, уны аша сығып, урман араһына инеп юғалды.

Икенсе көнө дуҫым: “Ул бит минең вафат булған ҡартатайым ине”,-тип шаҡ ҡатырҙы. “Мин урманда уның янына барғас ҡына танып ҡалдым. Һөйләшмәнек. Ул миңә машина менән артынан эйәрергә кәрәклеген һүҙһеҙ аңлатты, әйтерһең, мин уның уйҙарын уҡый инем. “Ҡартатай, һин үлдең бит!”-тип уйлап та өлгөрмәнем, “Һине ҡотҡарырға килдем. Башҡа улайтып йөрөмә!”-тигән яуап алдым.

Бәлки, ҡартатаһы дуҫыма башҡа теләктәрен дә әйткәндер. Сөнки дуҫыбыҙ тулыһынса үҙгәрҙе: бөтөнләй эсеүен ташланы, мәсеткә йөрөй башланы, өйләнде, балалар үҫтерә. Әммә башҡа был хәл тураһында бер ҡасан да һүҙ ҡуҙғаттырманы.

Айнур.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: