Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
21 Сентябрь 2022, 22:00

Их, балаҡай...

Төнөн ирҙәр алыҫтағы иҫке йортто ҡарарға булып китте. Беҙ ҙә эйәрҙек. Ай яҡтыһында хыялый кеүек йөрөйөҙ. Яҡынлағайныҡ ниндәйҙер ҡыҙ тауышы ишетелгән кеүек булды. Боролоп ҡарайбыҙ, бер кем юҡ...

Их, балаҡай...
Их, балаҡай...

Беҙ бер ял көнөндә буласаҡ өйөбөҙҙә ҡалдыҡ. Кискеһен әхирәтемде ғаиләһе менән саҡырып тышта табын ҡорҙоҡ. Оҙаҡ ҡына ултырҙыҡ. Төнөн ирҙәр алыҫтағы иҫке йортто ҡарарға булып китте. Беҙ ҙә эйәрҙек. Ай яҡтыһында хыялый кеүек йөрөйөҙ. Яҡынлағайныҡ ниндәйҙер ҡыҙ тауышы ишетелгән кеүек булды. Боролоп ҡарайбыҙ, бер кем юҡ. Өйгә инеп киткән ирҙәр юғалды ла ҡуйҙы. Беҙ әхирәтем менән тегеләрҙең артынан индек. Ирҙәребеҙ юҡ. Бәләкәй генә өйҙә ҡайҙа булғандарҙыр. Шул саҡ яныбыҙға 13-14 йәштәге ҡыҙыҡайҙың шәүләһе барлыҡҡа килде. Ҡот осоуҙан ҡысҡыра ла алмайбыҙ. Ап-аҡ шәүлә беҙгә яҡынлашҡандан-яҡынлаша барҙы ла: “За что?” -тигән тауышы ишетелеп ҡалды.

Тиҙҙән ул юҡҡа сыҡты. Ә беҙ тын да ала алмайбыҙ. Шул саҡ ҡайҙандыр ирҙәребеҙ ҙә килеп сыҡты. Барыһын да һөйләп бирҙек. Көлөрҙәр тип уйлағайныҡ, улар ҙа: “Был тирә беҙгә лә оҡшамай ниңәлер”,-тип ҡуйҙылар.

Икенсе көнө йорт тураһында барыһын да белешә башланыҡ. Ун-ун биш йыл самаһы элек бында ике балалы ғаилә йәшәгән икән. Бер кис үҫмер ҡыҙҙары юғалған. Күпме генә эҙләһәләр ҙә таба алмағандар. Ә биш-алты йыл үткәс күрше ауылда ирҙәр эсеп ултырғанда, шуларҙың береһе иҫереп төрмәнән сыҡҡан юлаусы дуҫының шул юғалған ҡыҙыҡайҙы көсләп, шул иҫке йорттоң баҙына ташлап китеүен һөйләй. Енәйәтсе тотола, хөкөм ителә.

Был йортҡа яҡын йәшәгән кешеләр ҙә төндәрен ҡыҙ баланың йәлләнес тауыш менән ҡысҡырыуын йыш ишетә икән. Күрәһең, йән генәһе тыныслыҡ тапмайҙыр. Беҙ был йортто алманыҡ. Ҡыҙҙың рус ғаиләһенән булғанын белгәс, сиркәүгә барып уларҙың дин әһеленә барыһын да һөйләнем. Ул рәхмәт әйтте һәм ҡыҙҙың йәне тынысланһын өсөн барыһын да эшләйәсәген әйтте. Хоҙай һаҡлаһын инде, балаларҙы ла, үҙебеҙҙе лә.

Ә. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: