Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
4 Сентябрь 2022, 16:10

Күңелемдә бушлыҡ ҡына...

Атай-әсәй күберәк улар менән булышты, ә мине нисектер ҡыйынһынып ҡабул иткәндәре һиҙелә ине. Апайҙарым миңә “етешмәй”, аҡылға бер төрлө тип һанай торғайны. Мәктәптә бик яҡшы уҡыным мин. Шуға күрә туғандарҙан алыҫҡараҡ, Мәскәүгә уҡырға киттем...

Күңелемдә бушлыҡ ҡына...
Күңелемдә бушлыҡ ҡына...

Кешеләрҙең бик һирәге янында булған аңлашылмаған күренештәргә иғтибар итәлер. Хәйер, әҙәм балаһы шулай ҡоролған: аңлашылмай икән, тимәк, күрмәмешкә һәм белмәмешкә һалышырға. Мин үҙемдең нисектер был донъяға, кешеләр араһына аҙашып килеп сыҡҡанымды кескәйҙән һиҙеп үҫтем. Шуға күрә бала саҡтан яңғыҙым уйнаным. Үҙем менән үҙем һөйләшеп, гел яңғыҙ булыуыма ата-әсәйем дә күнегеп китте. Сөнки тағы 4 апайым бар. Атай-әсәй күберәк улар менән булышты, ә мине нисектер ҡыйынһынып ҡабул иткәндәре һиҙелә ине. Апайҙарым миңә “етешмәй”, аҡылға бер төрлө тип һанай торғайны. Мәктәптә бик яҡшы уҡыным мин. Шуға күрә туғандарҙан алыҫҡараҡ, Мәскәүгә уҡырға киттем. Уҡыным да, эшләнем дә, йәшәүе еңел бирелә миңә, әммә тормошто күңелһеҙ һәм мәғәнәһеҙ итеп ҡабул итәм.

Мәскәүҙә кешеләрҙән һоранып йөрөгән сиғанға аҡса һонғайным, алды ла, ток һуҡҡандай, кире биреп ҡасып китте. Республикаға ҡайтҡас, бер егет менән йөрөй башланыҡ. Ул минең фатирыма килгәс, бер килке һүҙһеҙ торҙо. Икенсе көнөнә бер нисә гөл, сағыу вазалар тотоп килде. Сөнки минең фатирҙа бар йыһаз, һауыт-һаба ҡара төҫтә. Миңә шулай оҡшай. Тик һөйгәнемдең гөлдәре икенсе көнөнә үк шиңгән ине. Ул хәҙер мине: “Ведьма моя”,-тип йөрөтә. Иң мөһиме – ярата бит! Ә минең күңелдә бушлыҡ һәм аңлашылмаған ергә талпыныу. Кешеләрҙең ғашиҡ булыуын, ғазапланыуын, әллә ниндәй өмөт-хыялдар менән йәшәүен, һоҡланыуын, асыуланыуын, күрә алмауын һ.б. бер ҡасан да аңлай алманым. Сөнки мин ундай хис-тойғоларҙы бер ҡасан кисергәнем юҡ...

Виола.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: