Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
25 Август 2022, 20:50

Ул мине тыңланы

Улыма был төш икәнен аңлатам. Тик балам: “Юҡ, мин Үлем менән көндөҙ һөйләштем”,-тип ныҡыша. Атаһы ла һөйләшеп ҡараны, юҡ, бала тынысланманы. Психологҡа алып барырға кәрәк тип хәл иттек...

Ул мине тыңланы
Ул мине тыңланы

Улымды мәктәпкә оҙатам да, уны инеп киткәнсе ҡарап торам. Һуңғы айҙарҙа булған ваҡиғаларҙан һаман арынып бөтә алмайым, күбеһен аңламайым да.

Бер төн улымдың илаған тауышына унып киттем. Һаташалыр тип йүгереп инһәм, күҙҙәре асыҡ. “Нимә булды?”-тип һорауыма тағы нығыраҡ илай. Һаташып, берәй нәмәнән ҡурҡҡандыр тигән фекергә килдем. Тик был хәл икенсе төндә лә ҡабатланды. Көскә уның нимәгә илағанын һөйләтеп алдым. “Әсәй, мин Үлемде күрҙем. Ул тиҙҙән һеҙгә киләм, тип әйтте. Ул һеҙҙе алып китер инде...”

Улыма был төш икәнен аңлатам. Тик балам: “Юҡ, мин Үлем менән көндөҙ һөйләштем”,-тип ныҡыша. Атаһы ла һөйләшеп ҡараны, юҡ, бала тынысланманы. Психологҡа алып барырға кәрәк тип хәл иттек. Йыйынып йөрөгәндә күршебеҙҙең ҡапыл вафат булыуын ишеттек. Һап-һау, шап-шаҡтай иргә нимә булғандыр инде тип, был хәл бар подъезды аптыратты.

Улым шунан алып тыныс йоҡлай башланы. Ә күрше тураһында ишеткәс: “Мин Үлем тағы бер килгәндә унан үтенеп-ялбарып беҙгә теймәүен һораным. Ул мине тыңланы”,-тине. Уның һүҙҙәренән хәҙер мин йоҡлай алмайым һәм тыныслыҡ тапмайым.

Д.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: