Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
25 Август 2022, 17:45

Холҡон күрһәтә, тиһәк...

Ҡәйнәм килмәһә, нимә менән барып бөтөр ине инде барыһы ла. Сөнки төн һайын беҙҙең бүлмәгә йүгереп килгән ҡыҙыбыҙға атаһы ныҡ асыулана башлағайны. Ҡәйнәм ҙур сабырлыҡ менән ейәнсәренән нимәнән ҡурҡыуын һорашты ла, беҙгә: “Был балаға бик ныҡ күҙ тейгән йә боҙом һалғандар”,-тине...

Холҡон күрһәтә, тиһәк...
Холҡон күрһәтә, тиһәк...

Әхирәтем һөйләне.

Балалар баҡсаһына йөрөгән 5 йәшлек ҡыҙыбыҙ ҡапыл үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Төнөн бер үҙе йоҡларға ҡурҡыуын белдерҙе. “Кемдән ҡурҡаһың?”-тип һорауға, янында нимәләрҙер осоп йөрөүенә, уны тартҡыслауына зарланды. Беҙ ышанмайбыҙ, әрләйбеҙ. Ҡыҙыбыҙ илаҡ, мыжыҡ булып китте. Тәрбиәсеһе лә: “Ҡыҙығыҙ ныҡ үҙгәрҙе. Яҡшылап ашамай. Һәр саҡ ситтә баҫып тора, башҡалар менән уйнарға ла теләмәй”,-тине. Мин: “Өйҙә барыһы ла һәйбәт. Холҡон күрһәтеп мыжый инде”,-тинем.

Ҡәйнәм килмәһә, нимә менән барып бөтөр ине инде барыһы ла. Сөнки төн һайын беҙҙең бүлмәгә йүгереп килгән ҡыҙыбыҙға атаһы ныҡ асыулана башлағайны. Ҡәйнәм ҙур сабырлыҡ менән ейәнсәренән нимәнән ҡурҡыуын һорашты ла, беҙгә: “Был балаға бик ныҡ күҙ тейгән йә боҙом һалғандар”,-тине. Беҙ ирем менән көлөшөп кенә ҡуйҙыҡ.

Ҡәйнәм ҡуйманы. Өшкөргән дин кешеләрен табып, ҡыҙыбыҙҙы шунда йөрөтә башланы. Тиҙҙән балабыҙ элекке кеүек шаян, тиктормаҫ булып китте, тыныс йоҡлай, башҡалар менән уйнай. Шул саҡта ғына иптәшем менән дин тураһында уйлана башланыҡ”.

З. Кәримова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: