Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
12 Август 2022, 17:00

Үрмәксегә әйләнәһең инде...

Ул үрмәкесте тота ла, тәҙрә аша тышҡа ташлай. Шулай бер үрмәскесте тышҡа ташлағанда, уныһы ҡулын тешләне. Ҡустым бик аптыраны, сөнки быға тиклем ундай хәл булғаны юҡ ине. Икенсе көнөнә ҡул шешә башланы...

Үрмәксегә әйләнәһең инде...
Үрмәксегә әйләнәһең инде...

Табип үҙ эшенең оҫтаһы булмаһа ла, ул мотлаҡ шаян телле, юморист булырға тейештер ул. Сөнки аҡ халатлыларҙың шундай булыуы ауырыуҙарҙы тынысландыра. Минең ҡустым өйҙә йөрөгән үрмәкестәрҙе бер ҡасан да үлтермәй. Кешенән дә үлтерттермәй. Бала саҡтан шундай булып үҫте. Ул үрмәкесте тота ла, тәҙрә аша тышҡа ташлай. Шулай бер үрмәскесте тышҡа ташлағанда, уныһы ҡулын тешләне. Ҡустым бик аптыраны, сөнки быға тиклем ундай хәл булғаны юҡ ине. Икенсе көнөнә ҡул шешә башланы. Өгөтләп дауаханаға алып киттек. Унда ике йәш табип егет ултыра ине. Нимә булғанын һөйләгәс, түҙмәй көлә башланылар.

Ҡустымдың: “Хәҙер нимә эшләргә?”-тигән һорауына: “Көтөргә”,-тинеләр. “Нимәне көтөргә?”.

Табиптар: “Кешенең нисек “человек-паукка” әйләнгәнен ысынбарлыҡта күргебеҙ килә”,-тигәс инде күмәкләшеп көлдөк.

Икенсе табип дуҫымды операцияға әҙерләгәндә: “Хәҙер мин һине теге донъяға ебәрәм”,-тигән. Дуҫтың ҡото осҡан. Табип уға укол һалыу өсөн стенаға әйләнергә ҡушҡан. Дуҫ стенаға уйылып яҙылған “теге донъя” тигән һүҙҙәрҙе күреп, операция хаҡында бөтөнләй онотҡан. Бына шундай табиптар күберәк булһын ине ул.

Ә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: