Һаҡмар
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
10 Август 2022, 22:00

АЛЛАҺЫМ РӘХМӘТЕМЕ? ГОНАҺЫМ ЗӘХМӘТЕМЕ?

 Алты балаһы, ҡатыны булһа ла, атайым нимәгәлер өмөтләнеп йөрөгәндер күрәһең, быны ауыр кисерҙе. Ишеткәс тә кис эштән ҡайтыу менән бер сәбәпһеҙгә әсәйемде туҡмарға кереште. Туҡмап арығас ҡапҡаны шартлата ябып сығып киткәнен беҙ илаулап яҡын барырға ҡурҡып күҙәттек. Тура магазинға барып, һатыусынан араҡы яҙҙырып алып, урамда шайтан туйын үткәрҙе. Бите-башы ҡарағыһыҙ булып күгәргән, саҡ ҡыбырлап йөрөгән әсәйем үҙе тышҡа сығырға оялғанлыҡтан, бер нисә тапҡыр беҙҙе атайымды ҡарарға йүгертте. Бер барыуыбыҙға сирәмдә йоҡлап ятһа, икенсеһендә ниндәйҙер машинаға ултырып китте...

АЛЛАҺЫМ РӘХМӘТЕМЕ? ГОНАҺЫМ ЗӘХМӘТЕМЕ?
АЛЛАҺЫМ РӘХМӘТЕМЕ? ГОНАҺЫМ ЗӘХМӘТЕМЕ?

Аллаһым рәхмәте? Гонаһым зәхмәте?

Хикәйә

Кеше күңелдәре ҡара урман

Шәмдәр менән булмай яҡтыртып.

Әҙәм ҡылыҡтары аҡ-ҡаралы

Күреп булмай өҫтөн ҡутартып.

 

Ауыл ҡатындары бергә йыйылғанда уйламағанда, фетер саҙаҡаһын кемгә бирергә тейешбеҙ, тигән бәхәс ҡупты.Берәүҙәр фәҡирҙәргә, икенселәр оло йәштәгеләргә, өсөнсөләр етешмәй йәшәгәндәргә бирелергә тейеш тинеләр.Аранан берәүһе доғалар уҡымаған, дин тәртибен белмәгән кешегә бирһәң сауабы булмаясаҡ тип белдерҙе.

Иң яҡын мәсет ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта булғанлыҡтан, ураҙа бөтөүгә һынаулы көндәр ҡалғанлыҡтан, был көнүҙәк мәсьәлә булып ҡалҡты. Кемгә бирергә тигән һорау юҡтан күтәрелмәне, фәҡир тигәнебеҙ пенсияһының һуңғы тиненә ҡәҙәр араҡыға тотона, етешмәй тигәнебеҙ ялҡау, эсергә яратыусы булһа, ололарҙың күбенеһенең пенсияһы хәйер килтереүсенең килеменән күпкә юғары. Мин матур итеп аяттар уҡып, ғәйбәт һөйләмәй, йәштәргә тәрбиәүи аҡыл-тәүфиҡтәр теләп ултырған инәйгә туҡталдым.

-Һин уның тураһында нимә беләһең, ситтән килен булып төшкән кеше. Ваҡытында күпме ғаиләне боҙҙо, теле-ҡылығы менән бик күп кешене ҡан илатҡан әҙәм бит ул. Кешеләр таралышҡас арабыҙҙан берәүһе күҙҙәренә йәш алып миңә ябырылды.

- Бөгөнгөләй хәтеремдә, һаман ҡолағымда яңғырай уның зәһәр көлөүе. Яҙғы кистә әсәйем атайымдың эштән ҡайтыуын оҙаҡ көттө. Ашын мейестән бер ала, бер кире ҡуя, әлегеләй газы бармы, яҡҡан мейес йылыһы һүрелеп бара. Беҙҙе, күмәк балаларын, йоҡларға һалғас та оҙаҡ ҡына ултырғандыр, урындыҡҡа ҡырын янтайып йоҡлап киткән. Сыбыртҡы шыйтылдағанына, әсәйемдең асырғанып ҡысҡырғанына бөтәбеҙ ҙә уянып киттек. Атайым ҡапҡаны сығып асмағанына уны һыҙырған икән, әсәйем эләгә-тәгәрәй ҡабаланып ҡапҡа асырға йүгерҙе. Атайым яйлап баҫып уның артынан сыҡты. Беҙҙең ҡурҡышыбыҙҙан йоҡоларыбыҙ осто, бәләкәстәр йоҡлағанға һалышһа, апайым өҫтәл тирәһен әҙерләй башланы, мин әсәйемә ат туғарышырға сыҡтым.

Атайым ҡапҡа асылғанын көтөп, дилбегәһен һелкеткеләп, ат-арбаны кәртәләүгә индерҙе. Уның арбала ултырған ҡатынға һүҙ ҡушыуынан ғына мин хуш еҫле бесән өҫтөндә ултырған кешене абайланым. Уныһы ҡысҡырып шарҡылдап көлөп ҡаршы яуапланы.
Мин әллә ҡаушауҙан, әллә әсәйемде ҡурсалауҙан һаман тупһала баҫып тора бирәм. Ай яҡтыһында янбаштарын уйнатып ҡапҡаға ыңғайлаған ҡатын артынан атайым бер аҙ оҙатып барҙы ла, ат туғарырға керешкән әсәйем янына килеп уны ҡолата һуҡты. Был ғына әҙ тойолғандыр, кирза итеге менән уны тағы типкеләй башланы. Әсәйемдең тауышы ла ишетелмәгәс,
йүгереп улар янына килдем. Мине күргәс тә атайым әсәйемә ласҡылдата төкөрҙө лә өйгә инеп китте.

-Ашарына ултыртып өлгөрмәнем- әсәйем һаман үҙен уйламай атайымды ҡайғырта, йәнәһе эштән асығып ҡайтҡан.

-Апайым унда әҙерләп ҡалды- тауыш-тынһыҙ ғына арбанан түшәк, төйөнсөктәрҙе соланға ташыйым, иртәнге ысыҡта һыуланмаһындар.

Әсәйем атты туғарғас, арбанан ат алдына яңы сабылған үләнде ташығанда терһәген ыуалап-ыуалап ҡуйғанлығын аңғарып, кирза итектәрҙең ҡайһы тирәгәрәк эләккәнен самалайым. Төн ҡараңғылығында әсәйемдең илағаны күренмәй, танауын йыш-йыш тартҡанлығынан, еңдәре менән күҙҙәрен һөрткөләп алыуынан ғына илағанын абайларға була. Уны әҙ булһа ла һөйөндөрөргә теләп, тырышып-тырышып дилбегәне урайым, үҙемсә ярҙамлашам.
Атайымдың кейемдәрен урынлаштырып, таҫтамалдар биреп, ашарына хәстәрләп биргән апайым сыҡҡас та, әсәйем һыңҡылдап-һыңҡылдап илай башланы.

Бер аҙҙан ҡулъйыуғыста бит-күҙҙәрен йыуып, өҫтөн ҡағыштырғас, ауыр көрһөнөп ҡапҡа тышына сығып теге ҡатын киткән яҡҡа ҡарап торҙо. Нимә уйланы икән шул саҡта әсәйем. Ирле тормоштоң рәхәтлегенме, әллә һөйәркәһе менән ҡушарлап ҡайтып ингән иренә ваҡытында ҡапҡа асмағанға ҡолдай туҡмалып ятыуынмы? Иренең өйҙән үҙен туҡмап алып сыҡҡансы арбала көтөп ултырып, аҙаҡ урамға ингәс кенә арбанан төшөп ҡайтып китеүе мыҫҡыллау, кәмһетеү икәнлегенме. Белә алты баланы эйәртеп айырылып китә алмаҫын. Үҙенең өҫтөнлөгөн, бәйһеҙлеген, мин-минлеген күрһәтеүе. Уның тыума балаһын өйөндә әсәһе ҡарай, был йөрөй арт һикертеп эш һылтауы менән кеше тормошон болғап.

Һыҡраған йәнен, һыҙлаған йөрәген,күкрәгендәге ялҡынын ыуалап баҫып, беҙҙе алдан үткәреп өйгә ыңғайланы.

-Һүндерегеҙ йәһәтерәк шәмде. Һеҙҙең кеүек көнө буйы йоҡо һимертәмме, иртәгә эшкә.

Әсәйем йәһәтләп шәмде һүндерҙе.Өҫтәлдәге һауыт-һабаны ҡараңғыла ашъяулыҡ менән ябып, атайым эргәһенә, түшәк ситенә генә йомарланып ятҡас, беҙ еңел һулап тынысландыҡ.
Кеше араһында һәр саҡ беренсе булырға тырышҡан ҡатынға кемдеңдер һөйәркәһе булыу ялҡытҡандыр. Оҙаҡламай урман ҡырҡырға килгән йәш кенә егетте үҙенә әүерәтеп алды.

Алты балаһы, ҡатыны булһа ла, атайым нимәгәлер өмөтләнеп йөрөгәндер күрәһең, быны ауыр кисерҙе. Ишеткәс тә кис эштән ҡайтыу менән бер сәбәпһеҙгә әсәйемде туҡмарға кереште. Туҡмап арығас ҡапҡаны шартлата ябып сығып киткәнен беҙ илаулап яҡын барырға ҡурҡып күҙәттек. Тура магазинға барып, һатыусынан араҡы яҙҙырып алып, урамда шайтан туйын үткәрҙе. Бите-башы ҡарағыһыҙ булып күгәргән, саҡ ҡыбырлап йөрөгән әсәйем үҙе тышҡа сығырға оялғанлыҡтан, бер нисә тапҡыр беҙҙе атайымды ҡарарға йүгертте. Бер барыуыбыҙға сирәмдә йоҡлап ятһа, икенсеһендә ниндәйҙер машинаға ултырып китте. Урман ҡарауылсыһының ҡайтыуын белеп, атайымдың уның менән делянкаға китеүен белдек.Әсәйем иртәгәһенә уға ашарына ебәреү хәстәрен күрҙе.

Йәш, һылыу егетте ҡулынан ысҡындырғыһы килмәгәндер, теге ҡатын атайым менән араһын ҡырҡа өҙҙө. Беҙҙең өйҙә лә тыныслыҡ урынлашты, әсәйемдең буй-һыны яҙылып ҡалды. Ә һин изге әбей тиһең, нимә беләһең һин был тормошта.

Уның әсенеп һөйләгәненән албырғап ҡалдым.
Әлбиттә, кеше һәр яҡтан камил булмайҙыр ҙа, ваҡытында үҙеңде ҡулға алып, артабан дөрөҫ, матур юлдан барыу һәйбәттер ҙә. Әммә үҙеңдең элек ҡылған гонаһтарыңдың әжере балаларыңа төшөүе ауырҙыр. Гонаһ зәхмәте ҡойроҡ булып ғүмер буйы, хатта үлгәнсе үҙеңә эйәрә йөрөйҙөр инде, Аллам рәхмәтенән генә яҙҙырмаһын.

Гөлдәр Кәлимуллина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: