Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
29 Июль 2022, 19:00

Ҡатындарға дөрөҫ тыйыу!

Ҡатын-ҡыҙҙарға ни өсөн зыяратҡа мәрхүмдәрҙе ерләгәндә барырға ярамағанын аңланым хәҙер. Сөнки улар – ғәйбәтселәр! Хатта шундай ерҙә лә ағыуын сәсеүҙән туҡтай алмайҙар...

Ҡатындарға дөрөҫ тыйыу!
Ҡатындарға дөрөҫ тыйыу!

Ҡатын-ҡыҙҙарға ни өсөн зыяратҡа мәрхүмдәрҙе ерләгәндә барырға ярамағанын аңланым хәҙер. Сөнки улар – ғәйбәтселәр! Хатта шундай ерҙә лә ағыуын сәсеүҙән туҡтай алмайҙар. Мәрхүмдең нисек үлеүен, уның тормошон тикшереп, зыяратта һөйләп торалар. Алдарында ғына ҡайғынан аяғында саҡ баҫып торған, хәҙер инде тол ҡалған ҡатындың баҫып тороуы ла туҡтата алмай уларҙы! Оят! Икенселәре ҡысҡырып көлә, ниндәйҙер ҡыҙыҡтар һөйләй. Быларҙың барыһы ла ирҙәр зыярат эсендә мәрхүмде ерләгәндә бит әле. Муллалар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм! Мәрхүмдәрҙен ерләгәндә ҡаптын-ҡыҙҙарға зыяратҡа барырға ярамай тигән берәй ҡарар сығарығыҙ йәки ерләү урынына барыр алдынан ҡырҡа әйтегеҙ. Тик шулай итеп кенә беҙ мәрхүмдәрҙең рухын, уның яҡындарының яралы күңелен ғәйбәтселәр ағыуынан һаҡлай алырбыҙ. Зыяратта теләһә нәмә һөйләп торғандарға шуны әйткем килә: ҡәберлек һеҙгә уйын-көлкө ере һәм һеҙҙең әшәке, мәхлүк булмышығыҙҙы күрһәтә торған урын түгел!

Г. Юланова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: