Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
27 Июль 2022, 15:40

Үлә яҙҙым

Төнөн уянып киттем. Хәлем бөткән, йөрәк дарһылдап тибә. Үрелеп алып һыу ҙа эсә алмайым. Күҙ алдымда ниҙер йөрөгәндәй тойола. Тағы “Ашығыс ярҙам” саҡырттым. Улар килгәнсе хәлем үҙенән-үҙе рәтләнде лә ҡуйҙы. Уңайһыҙ булды. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре: “Буштан-бушҡа саҡыртып ултыраһығыҙ”,-тип ризаһыҙлыҡ белдереп, иртәнсәк табипҡа барырға ҡушып сығып китте...

Үлә яҙҙым
Үлә яҙҙым

Уйламағанда сәсрәп ауырып киттем. Ҡан баҫымым берсә күтәрелә, берсә кире төшә. Йөрәк тибешем дә йөҙҙән ашып китте. “Ашығыс ярҙам” саҡыртып укол һалдырғас, хәлем бер аҙ еңеләйҙе. Быға тиклем улай итеп ауырығаным булмағас, баҡсала соҡоноп йөрөп, хәлем бөткәндер тип уйланым. Укол тәьҫиренән әҙерәк йоҡлап алдым. Төнөн уянып киттем. Хәлем бөткән, йөрәк дарһылдап тибә. Үрелеп алып һыу ҙа эсә алмайым. Күҙ алдымда ниҙер йөрөгәндәй тойола. Тағы “Ашығыс ярҙам” саҡырттым. Улар килгәнсе хәлем үҙенән-үҙе рәтләнде лә ҡуйҙы. Уңайһыҙ булды. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре: “Буштан-бушҡа саҡыртып ултыраһығыҙ”,-тип ризаһыҙлыҡ белдереп, иртәнсәк табипҡа барырға ҡушып сығып китте. Улар сығып китеп, ярты сәғәт үттеме-юҡмы, баяғы хәлем тағы ҡабатланды. Үҙемде үҙем тота алмай, өй буйлап тәгәрәп тигәндәй йөрөйөм. Хәлемде аңлай алмайым бөтөнләй. Көскә таң аттырҙым. Табипҡа киттем. Анализдар тапшырып, күренеп сыҡтым. Артыҡ бер ни ҙә тапманылар. Төнөн үҙемдең тәнемә һыя алмағанымды аңлатырға теләйем, ә табип миңә аптырап ҡарай. Ҡараңғы төшкәйне баяғы хәлһеҙлек, баш әйләнеүе, күҙемә әллә нимәләр күренеүе тағы башланды. Үлермен тип уйланым. Быға тиклем ундай күрәҙәләгән кешеләргә ышанмаһам да, шундайҙарҙың береһенә мөрәжәғәт иттем. Күрәҙәсе яңыраҡ төшкән фотомды ебәреүемде үтенде. Миңә янымда йөрөгән бер кешенең боҙом һалғанын әйттем. Өс көн буйы минең фотоһүрәтем аша миңә ҡот ҡойҙо. Әлбиттә, мин ышанып етмәгәйнем. Әммә өс көндән һуң хәлем яҡшыра башланы. Хәҙер барыһы ла һәйбәт, сәләмәтлегем дә яҡшы.

Эйе, хәҙер кешене сихырлау, уға боҙом ебәреү тураһындағы китаптар ҙа, интернет кәңәштәре лә бик күп. Ләкин ундай юлға барыр алдынан әҙерәк уйланһағыҙсы! Бер минутлыҡ асыуығыҙ арҡаһында икенсе кешеләрҙең һаулығын, ғүмерен юҡҡа сығараһығыҙ бит. Уның гонаһы ла ауыр, ошо хаҡта онотмағыҙ!

М.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: