Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
18 Июля 2022, 15:00

Йылдар дауамында яуап бирә...

Урамда һәр саҡ иҫерек, бомж булып йөрөгән был иргә ҡарап бер кем дә уны йәш саҡта иҫ киткес сибәр егет булғанын башына ла килтерә алмайҙыр. Ә ул ауылда бар ҡыҙҙарҙы ғашиҡ иткән иҫ киткес кеше була. Ата-әсәһе хәлле йәшәгәс, буласаҡ киленен дә үҙҙәре кеүектәр рәтенән алғыһы килә...

Йылдар дауамында яуап бирә...Йылдар дауамында яуап бирә...
Йылдар дауамында яуап бирә...

Урамда һәр саҡ иҫерек, бомж булып йөрөгән был иргә ҡарап бер кем дә уны йәш саҡта иҫ киткес сибәр егет булғанын башына ла килтерә алмайҙыр. Ә ул ауылда бар ҡыҙҙарҙы ғашиҡ иткән иҫ киткес кеше була. Ата-әсәһе хәлле йәшәгәс, буласаҡ киленен дә үҙҙәре кеүектәр рәтенән алғыһы килә. Был егет үҙенә ныҡ ғашиҡ булған бер ҡыҙ менән ваҡытын үткәрә башлай. Тиҙҙән ҡыҙҙың ауырлы булыуы тураһындағы хәбәр бар ауылға тарала. Тик егет унан баш тарта. “Һин ярлы, һин миңә пар түгел!”-ти ул.

Ҡыҙҙың әсәһе егеттең ата-әсәһенә килә. Тик тегеләр уны: “Ҡыҙың үҙе ғәйепле”,- ҡыуып сығара. Ҡатын уларҙы ҡарғай-ҡарғай ҡайтып китә. Ауырға ҡалған ҡыҙға ҡалаға сығып китеүҙән башҡа сара ҡалмай. Сөнки ауылдаштары унан көлә, өйҙә ата-әсәһе лә һыйҙырмай.

Күпмелер ваҡыт үткәс теге егеттәрҙең йорто янып китеп, көл-күмергә ҡала. Улар ҡышты көс-хәл менән мунсала үткәрә. Егеттең ата-әсәһе лә бер-бер артлы ҡапыл ғына вафат була. Бынан һуң егет үҙе әкренләп эскелеккә һабыша башлай, урамда тороп ҡала.

Бына шулай нисәмә йылдар үтһә лә, ул әле лә ҡыҙ алдындағы ғәйебе өсөн яуап бирә.

С. Зәкирова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас