Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
18 Июль 2022, 22:50

Көндөҙ ҙә ҡурҡам

Һәм бына төнөн кемдер бәүелсәктә бәүелә башланы. Былай ҙа эҫенән йоҡлап булмай, етмәһә шығырлаған тауыш ҡолаҡты ярып алып бара. Балконға сығып ҡараным. Ай яҡтыһында бәүелсәк яҡшы күренә...

Көндөҙ ҙә ҡурҡам
Көндөҙ ҙә ҡурҡам

Йәйге эҫе. Төнөн дә тын алғыһыҙ. Беҙҙең күп фатирлы йорттоң алдында бәүелсәк тора. Унда балалар көндөҙ өйһә лә, ныҡ итеп шығырлаған тауышы йәнде көйҙөрә. Берәй ир шуны майлап ҡуйһа бит инде, тип әрләп алабыҙ ҙа, тағы онотабыҙ. Һәм бына төнөн кемдер бәүелсәктә бәүелә башланы. Былай ҙа эҫенән йоҡлап булмай, етмәһә шығырлаған тауыш ҡолаҡты ярып алып бара. Балконға сығып ҡараным. Ай яҡтыһында бәүелсәк яҡшы күренә. Тик унда бер кем дә юҡ! Ә үҙе бәүелгәндән бәүелә бара. Ел тиер инең – ел юҡ, тыныс. Ә бәүелсәк балалар өйгәндәге кеүек тиҙлеген бер кәметә, бер тиҙләтә. Шул саҡ һул яҡ күршем фонарь тотоп балконына килеп сыҡты. Ул утты бәүелсәккә йүнәлтте. Шул саҡ көтөлмәгән хәл булды: күренмәгән кемдер бәүелсәктән һикереп төштө. Бәүелсәк әкренләп тиҙлеген кәметә башланы һәм туҡтап ҡалды. Хәҙер уның янынан көндөҙ ҙә үтергә ҡурҡам.

М.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: