Серле донъя
8 Июля 2022, 17:00

Бүре ... тырнаған

Шулай бер көн мин алйот: “Эх, һине ысынбарлыҡта күрергә кәрәк ине. Бигерәк алыҫ ара шул”,-тип яҙҙым. Егет шул һүҙҙәрҙе генә көткәндәй: “Әгәр һин бик ныҡ теләһәң, төшөбөҙҙә осрашырға була. Тик бының өсөн йоҡларға ятыр алдынан мин ебәргән һүҙҙәрҙе уҡырһың”,-тине...

Бүре ... тырнағанБүре ... тырнаған
Бүре ... тырнаған

Интернет аша танышыу хәҙер модала бит инде. Миңә лә бик ҡыҙыҡ була торғайны. Кискеһен компьютерға ултырып алаһың да, унан да, бынан да хат алышаһың.

Шулай бер егет менән ныҡлап аралаша башланыҡ. Ул күпте белгән кеше булараҡ хаттарҙы ла мауыҡтырғыс итеп яҙа ине. Миңә уның үткән тормошта кемдең кем булғанын, йәненең нисәнсе мәртәбә йәшәүе тураһында һөйләүе бигерәк ҡыҙыҡлы тойола ине. Үҙе быға тиклем бүре булыуы тураһында белдерҙе. Был егет майя халҡы, боронғо индеецтарҙың йола, ғөрөфтәрен өйрәнеүе тураһында әйтте. Шулай бер көн мин алйот: “Эх, һине ысынбарлыҡта күрергә кәрәк ине. Бигерәк алыҫ ара шул”,-тип яҙҙым. Егет шул һүҙҙәрҙе генә көткәндәй: “Әгәр һин бик ныҡ теләһәң, төшөбөҙҙә осрашырға була. Тик бының өсөн йоҡларға ятыр алдынан мин ебәргән һүҙҙәрҙе уҡырһың”,-тине.

Ышанмаһам да, уның ебәргән аңлайышһыҙ һүҙҙәрен ҡысҡырып уҡыным да, карауатҡа ауҙым. Һәм ысынлап та уны төшөмдә күрҙем! Тик аңлайышһыҙ, күңелемдә ауыр тойғо ҡалдырған төш булды ул. Ә иң аптыратҡаны һәм ҡурҡытҡаны: минең тәнемдәге тәрән тырнаҡ эҙҙәре булды. Пижама кейеп йоҡлап, ул кейем аҫтында эҙҙәр ҡайҙан барлыҡҡа килеүе мөмкин?! Шул саҡ төшөмдә егетте бүре итеп күргәнем иҫемә килеп төштө. Бынан һуң интернетҡа оҙаҡ инмәй йөрөнөм. Хәҙер компьютерҙы тоҡандырһам да, виртуаль танышыуҙан бөтөнләй баш тарттым.

Миңзәлә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас