Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
4 Июля 2022, 06:05

Йән генәһе сеңләп иланы...

Был егетте бар ауыл менән эҙләнеләр. Таба алмай аптырандылар. Улының юғалыуынан аҡылдан яҙыр сиккә еткән ҡатын улының соланда сеңләп-сеңләп илағанын ишетә...

Йән генәһе сеңләп иланы...Йән генәһе сеңләп иланы...
Йән генәһе сеңләп иланы...

Йән генәһе сеңләп иланы...

Ул хәлде әле лә тетрәнеп иҫкә алам. Бер әҙәм аҡтығы (башҡа төрлө һүҙ ҙә табып булмай) ун беренсе класты тамамлап, вузға уҡырға инергә йыйынып йөрөгән матур һәм аҡыллы малайҙың башына етте. Селпәрәмә килгән яҙмыш, өҙөлгән бала ғүмере, ата-әсәнең күҙ йәштәре... Был енәйәтсе үҙе менән бергә йөрөгән ҡатынға егетте алдаштырып алып килергә ҡуша. Яһил ҡатын малайға үҙенә ярҙам кәрәклеген белдерә. Матур тәрбиә алған бала ярҙамға ашыға. Һөҙөмтәлә ул йәшенеп торған ирҙең ҡулына эләгә һәм теге хәшәрәт балаҡайҙы үлтерә. Ир һәм ҡатын егеттең тәнен йәшереп китәләр.

Был егетте бар ауыл менән эҙләнеләр. Таба алмай аптырандылар. Улының юғалыуынан аҡылдан яҙыр сиккә еткән ҡатын улының соланда сеңләп-сеңләп илағанын ишетә. Әсә балаҡай ғынаһының йәне килеүен аңлай. Әсә тирә-яҡтағы иң көслө муллаларҙы саҡырып, улына бер туҡтауһыҙ доғалар бағышлата. Егеттең тәне табылып, уны ерләгәс, соланда йәндең сеңләп илаған тауышы ла тынып ҡала.

Енәйәтсе тотола. Уны янында йөрөгән ҡатын тоттора. Сөнки был ҡатын ирҙең үҙен дә үлтерергә йыйыныуын һиҙә. Иң ҡурҡынысы – был йәш ир ҡылған енәйәттәре өсөн бер ҙә үкенмәй ине. Ул был егеткә тиклем дә бер нисә кешене үлтергән ине. Ә уны белгән ололар был егеттең бүре тоҡомонан булыуын әйтеп аптыратты. Әҙме хәҙер ишетәбеҙ ҡатындарҙың әүернәләр менән йәшәүен...

Аллам һаҡлаһын, бындай ҡурҡыныс ваҡиғалар барыбыҙҙы ла урап үтһен, балаларыбыҙҙы, үҙебеҙҙе яман кешеләрҙән Хоҙай Тәғәлә Үҙе һаҡлаһын!

 

 



 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас