Серле донъя
25 Июня 2022, 11:10

Өс мәртәбә тере ҡалырһың...

Ошо һүҙҙәрҙе ишетеп бала саҡта уяна башланым. Беренсе мәртәбә 6-7 йәштәр тирәһендә булды...

Өс мәртәбә тере ҡалырһың...Өс мәртәбә тере ҡалырһың...
Өс мәртәбә тере ҡалырһың...

Өс мәртәбә тере ҡаласаҡһың. Дүртенсе мәртәбә мин һине ҡотҡара алмам...

Ошо һүҙҙәрҙе ишетеп бала саҡта уяна башланым. Беренсе мәртәбә 6-7 йәштәр тирәһендә булды. Бер айҙан ташҡын булып, мин боҙло һыуға йығылдым. Янымда ҡап-ҡара кейенгән бер ир кешенең барлыҡҡа килгәнен иҫләйем. Ул мине һөйрәп сығарҙы. Ә әсәйемдәргә мине үҙе ярға нисектер сыҡҡан тигәндәр.

Икенсе мәртәбә Чечняла хеҙмәт иткәндә булды. Ҡапыл мине ниндәйҙер көс артҡа алып ташланы. Шул саҡта ҡара кейемдәге ирҙең һынын күреп ҡалдым. Шартлау тауышы яңғыраны. Иптәшемде юғалттым, мин тере ҡалдым.

Өсөнсөһө быйыл булды. Көҙгөһөн госпиталгә барып эләктем ковид менән. Үпкәм 80 проценттан ашыу зарарланған ине. Палатабыҙҙа ике кеше үлде. Төнөн янымда ҡара кейемдәге ир тороуын күрҙем. “Бөгөн һуңғы тапҡыр килдем”,-тине.

Мин йүнәлдем. Әммә хәҙер бына нимә тип уйлайым – дүртенсе мәртәбә минең менән ниҙер булырға тейешме? Кем булды был янымда йөрөгән кеше?

Динар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас