

Беҙҙең ауылда апалы-һеңлеле йәшәне. Аралары бер-ике йәш самаһы булғандыр. Бала саҡтан бик татыу булдылар. Тик буй еткергәс аралары ҡырҡа боҙолдо. Ҡыҙҙар икеһе лә бер егеткә ғашиҡ булды. Мөхәббәт хистәре туғанлыҡ хистәренән көслөрәк булып сыҡты. Егет тәүҙә апай кеше менән оҙаҡ ҡына йөрөнө. Унан ҡапыл ғына һеңлеһенә өйләнде. Был хәлгә барыһы ла шаҡ ҡатты. Ауылда имеш-мимеш таралды. Йәнәһе һеңле кеше егеттән ауырға ҡалған. Был ысынлап та шулай булып сыҡты. Апаһы өйҙә юҡ саҡта егеткә үҙе йәбешкән, тип тә һөйләнеләр. Туй көнө яҡынлашҡас апай кеше юҡҡа сыҡты. Кемдер уны ҡалаға сығып киткән, кемдер аҡылдан яҙған, тип һөйләне. Юғалыр алдынан уның тулған айға ҡарап һеңлеһен ҡарғап ултырғанын күргән кешеләр булған. Ысынлап та йәш ғаиләгә ҡарғыш баштан уҡ төштө. Егеттәң яңы һалып бөткән өйө янып көл-күмергә ҡалды. Ул кәләшен ата йортона алып ҡайтты. Ҡәйнә кеше йәбешеп сыҡҡҡан киленен яратманы, күрмәгәнен күрһәтте генә! Тәүҙә йәш ҡатын ауырға уҙа алманы, унан бер нисә йылдан һуң тапҡан бала ғынаһы 4 йәшендә фажиғәле һәләк булды. Ошонан һуң ул әкренләп эскелеккә һабышты. Ире был хәлде түҙә алманы, уны ҡыуып сығарҙы. Йәш ҡатын 40 йәшенә лә етмәй вафат булды.
Шуға күрә кемгәлер ни тиклем асыуланһағыҙ ҙа, ҡарғарға, ауыр һүҙҙәр әйтергә ашыҡмағыҙ. Шулай уҡ кешенең рәнйеше, күҙ йәштәре, иртәме-һуңмы, һеҙҙең башығыҙға төшөп, яҙмышығыҙҙы юҡҡа сығарыуы ихтимал икәнлеген дә онотмағыҙ.
Әлфинур Харрасова.