Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
14 Июня 2022, 15:00

Абайлап йөрөйөк!

Йоҡлап барам икән тип уйлап, күҙҙәремде шар астым һәм шып туҡтаным. Әлдә артымда машина булманы, миңә килеп төкөр ине. Ике-өс метрлыҡ ниндәйҙер һын сайҡалып торҙо-торҙо ла, миңә боролдо. Күҙ урынындағы бушлыҡтарҙы күреп, сәстәрем үрә торҙо...

Абайлап йөрөйөк!Абайлап йөрөйөк!
Абайлап йөрөйөк!

Бер төн ҡайтып киләм. Хәсәндән бер нисә саҡрым үткәс, алдымда ниндәйҙер шәүлә торған кеүек күренде. Йоҡлап барам икән тип уйлап, күҙҙәремде шар астым һәм шып туҡтаным. Әлдә артымда машина булманы, миңә килеп төкөр ине. Ике-өс метрлыҡ ниндәйҙер һын сайҡалып торҙо-торҙо ла, миңә боролдо. Күҙ урынындағы бушлыҡтарҙы күреп, сәстәрем үрә торҙо. Йөрәгем туҡтар инде тип уйлағанда, һын юҡҡа сыҡты. Нисек ҡайтып еткәнемде хәтерләмәйем. Күпмелер ваҡыт үткәс, тағы төнөн шул юлды үтергә тура килде. Был юлы ап-аҡ һын ҡапыл алдыма боролошта осоп килеп сыҡты. Юлдан осорға бер нисә сантиметр ғына ҡалғандыр. Башҡа водителдәрҙән дә төнөн ошо юлда төрлө хикмәтле хәлдәр булғанын ишеткәнем бар. Кемгәлер аҡ һын, кемгәлер бабай, кемгәлер яңғыҙ яланғас ҡыҙ булып күренгән. Шуға күрә төнөн юлға сыҡмаҫҡа тырышығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Минең кеүек ошо Баймаҡ-Сибай юлында аңлашылмаған күренеште кисереүселәрҙең тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һорар инем.

И. Барлыбаев.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас