Серле донъя
11 Июня 2022, 14:00

Ен ... бәпесләгән

Бер көн абыстай ҡыҙҙы бергә һыу буйына алып төшөп китә. Ҡайтҡанда бер һуҡмаҡтан ғына баралар. Шул саҡ ҡыҙ теге сепрәк ҡурсаҡтар ташланған урында кемдеңдер сеңләп-сеңләп илағанын ишетә. Ул был хаҡта әбейгә әйтә...

Ен ... бәпесләгәнЕн ... бәпесләгән
Ен ... бәпесләгән

Беҙҙең ауылда бик көслө мулла һәм уның абыстайы булды. Бабай аят-доғалар бағышлай, кешеләрҙе өшкөрә ине. Әбейе күп ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырҙы. Абыстай сирҙе үҙе теккән сепрәк ҡурсаҡтарға ҡыуып сығара ине. Ниндәй доғалар уҡығандыр инде, әммә ауырыуҙар шунан һуң аяғына баҫты. Сепрәк ҡурсаҡтарҙы ул ауылдың осона сығып, кешенең аяғы баҫмаған ергә алып барып ташлай ине. Өлкәндәр беҙҙе шул яҡҡа барырға бөтөнләй тыя торғайны. Әммә балалар түҙәме инде?! Беҙ ололар күрмәгәндә сепрәк ҡурсаҡтар теҙелеп ятҡан урынға ашыға инек. Тик Хоҙай һаҡлағандыр инде, уларҙы ҡулыбыҙға алырға баҙнат итмәнек. Ситтән теҙелешеп ятҡан, төрлө төҫтәге ҡурсаҡтарға ҡыҙығып ҡарап торабыҙ ҙа, ҡайтып китәбеҙ.

Абыстай бер етем ҡыҙҙы һәр саҡ үҙенең янында алып йөрөнө. Ул ҡыҙыҡай беҙҙең менән уйнай торғайны. Бер көн абыстай ҡыҙҙы бергә һыу буйына алып төшөп китә. Ҡайтҡанда бер һуҡмаҡтан ғына баралар. Шул саҡ ҡыҙ теге сепрәк ҡурсаҡтар ташланған урында кемдеңдер сеңләп-сеңләп илағанын ишетә. Ул был хаҡта әбейгә әйтә. Абыстай: “Ошо урында тик тор! Нимә ишетһәң дә, ҡурҡһаң да, ҡыбырлама”,-ти. Үҙе илау тауышы сыҡҡан яҡҡа китә.

Ҡыҙ әбейҙе тыңлап шул ерҙә тора. Ысынлап та төрлө тауыштар ишетелеп ҡала, ҡайһы саҡта был ауаздан тәне ҡалтырап китә. Ҡыҙ ҡурҡып ауыл яғына йәки абыстайҙы эҙләп барғыһы килә, әммә бер урында ҡала. Хәтһеҙ ваҡыт үткәс, арыған, әммә ҡәнәғәт әбей күренә. “Ҡолағым ишетмәй башланы. Әл дә һин бергә булдың. Ен ҡатыны бәпесләй алмай илаған. Шуның сабыйына донъяға килергә ярҙам итеп килдем әле”,-тигән әбей.

Был абыстайҙың кешеләргә генә түгел, ендәргә лә ярҙам иткән ошондай ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә ваҡиғалары бик күп була торғайны.

Ф.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас